«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК ӨФӨ УРАМДАРЫ БУЙЛАП ҮТӘСӘК
+  - 

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығында федераль кимәлдәге "Быуындар йөрәгендә - хәтер һәм ғорурлыҡ" проектының Башҡортостан берлеге етәкселәре - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Эльвира Айытҡолова, Александр Дёгтев, "Үлемһеҙ полк" бөтә Рәсәй штабының Өфө ҡалаһындағы координаторы Вадим Курилов, Эҙләү отрядтары төбәк фонды рәйесе Илдар Бикбаев, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы вәкилдәре республика журналистары менән осрашты. Кәңәшмә йәш быуынды Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алыу сараларына йәлеп итеүгә арналды.

Сығыштарҙан билдәле булыуынса, Өфө ҡалаһы йәмәғәтселеге быйыл да "Үлемһеҙ полк" бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашасаҡ. Былтыр был сарала 1 меңдән алып 4 меңгә тиклем кеше ҡатнашһа, быйыл ҡатнашыусылар һаны бермә-бер артыуы - 15-20 мең кеше тәшкил итеүе көтөлә. Нимә ул "Үлемһеҙ полк" проекты? Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә шаңдау тапҡан был проекттың маҡсаты ябай: Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы, йәки унан әйләнеп ҡайтып, баҡыйлыҡҡа күскән ветерандарҙы хәтергә алыу, йәштәрҙе, балаларҙы олатайҙар ҡаһарманлығы менән таныштырыу, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғандарына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Был сарала ҡатнашыу өсөн бары тик үҙ һалдатыңдың (ветеран туғаныңдың) фотоһүрәтенең ҙурайтылған вариантын тотоп, уның аҫтына батырҙың исем-шәрифен һәм хәрби дәрәжәһен күрһәтеп, 7 майҙа баш ҡаланың Совет майҙанына килеү талап ителә. Ойоштороусылар мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, хеҙмәткәрҙәрҙе оло эшкә - яугирҙар яҙмышын, биографияһын өйрәнеп, www.moypolk.ru сайтындағы "Олатайыңды полкҡа яҙ" тигән бүлеккә теркәргә саҡыра. "Олатаһы исемен интернетҡа ҡуйыр өсөн туғандарынан, интернеттан мәғлүмәт эҙләгән бала бер ваҡытта ла яугирҙарға, ветерандарға, ил тарихына битараф ҡалмаясаҡ", - тине үҙ сығышында Александр Дёгтев.
Шулай уҡ Йәштәр палатаһы ағзаһы Айгөл Теләшеваның "Ветеран менән селфи" проекты менән таныштырыуы ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Был проект социаль селтәрҙәрҙә ойошторола. Бының өсөн фотоғыҙға #мойветеран билдәһен ҡуйырға, фотоһүрәткә ветеран тураһында ентекле мәғлүмәт беркетергә кәрәк. Селфиҙар "Бына ул мин, мин - теремен. Тап ошо ветеран батырлығы арҡаһында донъяға килгәнмен, йәшәйем", тигән йөкмәткегә эйә", - тине Айгөл Теләшева.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.15 | Ҡаралған: 2047

Киске Өфө
 
Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.

(Ралф Эмерсон).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru