«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫ ҺӨНӘРЕ АБРУЙЛЫ БУЛЫП ҠАЛА ӘЛЕ
+  - 

Бөгөн беҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүсе, аң-белем өләшеүсе уҡытыусыларға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә? Ошо көндәрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән "Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2015" XVIII ҡала конкурсы һәм "Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015" XI конкурстарын йомғаҡлау тантанаһында булған һәр кем был һорауға яуап тапҡандыр, моғайын.

Заманса технологиялар, техника үҫешкән заманда уҡытыусылар алдына ҡуйылған талаптар ысынлап та арта бара. Бәләкәйҙән компьютерҙы яҡшы белеп үҫкән балаларға китап, ҡағыҙға төшөрөлгән һүрәт күрһәтеп, таҡтаға аҡбур менән яҙып ҡына дәрес биреп ҡыҙыҡһындырыу мөмкин түгел. Кемдер быны уҡытыусы эшенә өҫтәмә ауырлыҡтар килтерә, тип һанай, әммә ысын мәғәнәһендә уҡытыусылыҡ эшенә мөкиббән китеп эшләүселәргә ошо талаптар яңы мөмкинлектәргә ишек аса ла инде. Әлеге конкурстарҙа ҡатнашыусы педагогтар әйтеүенсә, компьютер һәм интернет селтәре ярҙамында уҡыусыларға сифатлы белем биреү, дәрес темаһы менән ҡыҙыҡһындырыу күпкә еңелләшә. Быйылғы конкурста һәр уҡытыусы үҙенең эш тәжрибәһендә ҡулланылған инновацион проекттары менән уртаҡлашты, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
- Балаларға 23 йыл белем бирәм, ошо арауыҡ эсендә үҙемде төрлө конкурстарҙа ла һынап ҡарағаным булды, әммә был ярышта сығыш яһау минең өсөн ҙур мәртәбә. Һөнәри яҡтан үҙемде күрһәтеүҙән тыш, алдынғы ҡарашлы, юғары оҫталыҡтары, тәжрибәләре булған коллегаларымдың эшен күреү ҙә бик файҙалы булды. Инновацион эш тәжрибәһе ваҡытында мин үҙемдең бер-нисә йыл дауамында әҙерләгән проектымды - болот технологияһына нигеҙләнеп төҙөлгән дәрес пландарымды жюри ҡарамағына сығарҙым. Был технологияның өҫтөнлөгө шунда - ул бер-нисә мәктәп уҡыусыларын берләштереп дәрес үткәреү мөмкинлеге бирә. Хатта уҡыусы дәрескә килә алмаған осраҡта, ул ауырыймы йәки берәй ҡайҙа ял итергә киткәнме - интернет селтәре булған осраҡта, системаға инеп, синыфташтары менән бер үк ваҡытта дәрес материалын үҙләштерә ала. Уҡытыусы өсөн дә уңайлы яҡтары күп, дәрескә әҙерләнеү, балаларға аңлатыу процесын еңелләштерә. Замана балаларын барыбер ҙә примитив рәүештә, китаптан күсертеп яҙҙырып, күнегеүҙәр эшләтеп кенә предмет менән ҡыҙыҡһындырып булмай, мотлаҡ ошондай алдынғы технологияларҙы үҙләштерергә кәрәк. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ҡыҙыҡлы итеп ойоштороу нисек мөһим булыуын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, тимәк, алдынғы ҡараш талап ителә, - тип һөйләне "Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015" конкурсының абсолют еңеүсеһе М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Айгөл Игелекова. Интернет селтәре һәм компьютер зыян килтереүсе генә түгел, эш өсөн файҙалы, кәрәкле сығанаҡ булыуын һәр педагог юғары баһаланы. Шулай ҙа конкурсанттар өсөн иң ҡыҙыҡлы этап - түңәрәк өҫтәлдә фекер алышыу өлөшө булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ун һорауға күмәкләп яуап эҙләне, уҡытыусылыҡ эшенең иң актуаль мәсьәләләренән алып, рухи тәрбиә, милли үҙаң тураһында ла фекер алышты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурстың был этабына быйыл тағы бер яңылыҡ индерелгән - педагогтар менән бер рәттә ата-әсәләр ҙә түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашҡан. Эш һөҙөмтәле, әңгәмә ҡыҙыҡлы булды, тип баһаланы һәр конкурсант. Конкурстарҙы ябыу тантанаһында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов конкурсанттарға артабан республика кимәлендәге ярышта уңышлы сығыш яһауҙарын теләне, был конкурсҡа индерелгән яңы талаптарҙың әһәмиәте тураһында ла әйтеп үтте.
- Быйылғы конкурста бөтәһе 55 педагог ҡатнашты, бөтәһе лә юғары һөнәри маһирлыҡ күрһәтә алды. Мәғариф өлкәһендәге актуаль һорауҙар буйынса фекер алышыуҙа ата-әсәләрҙе йәлеп итеү, милли әҙәбиәт классиктарының мәшһүр әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан һөйләү этабы бик һөҙөмтәле үтте. Иң мөһиме, конкурстар сиктәрендә уҙғарылған "Оҫта педагог" һәм "Тикшеренеүсе педагог" ярыштары уҡытыусыларҙың йәмғиәттәге ролен дөрөҫ баһаларға ярҙам итеүенә тағы бер ҡат инандыҡ. Әйткәндәй, был юғары исемдәргә быйыл бөтәһе 45 уҡытыусы лайыҡ булды, - тине Сынтимер Биктимер улы үҙ сығышында.
"Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2015" XVIII ҡала конкурсы еңеүсеһе - Өфө ҡалаһының 58-се лицейынан математика уҡытыусыһы Рима Рожнина, ә "Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015" XI конкурсы еңеүсеһе тип М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы педагогы Айгөл Игелекова танылды. Улар ошо көндәрҙә старт алған "Йыл уҡытыусыһы - 2015" конкурсының республика кимәлендәге ярышында баш ҡала вәкиле булараҡ сығыш яһаясаҡ.
ШУЛАЙ ИТЕП... Уҡытыусы һөнәренең мөһимлеген, педагог исемен йөрөтөүсе кешенең абруйын күтәреүсе йыл да үткәрелеп торған конкурсҡа ҡарата иғтибар, ҡыҙыҡһыныу һүрелмәй. Шуға күрә, әлегә беҙҙә уҡытыусылыҡ эшенә ҡарата ихтирам менән ҡарау юғалтылған ғәҙәт түгел, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ, моғайын. Заман менән бергә атлаған, быуындан-быуынға белем таратҡан кешегә ихтирамһыҙ бағыу мөмкинме һуң инде!

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.15 | Ҡаралған: 2351

Киске Өфө
 
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru