«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуғыш тарихы һеҙҙең ғаиләлә лә ҡабатланамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҒАИЛӘ ҠОРОРҒА ЛА, БАЛАЛАР ҮҪТЕРЕРГӘ ЛӘ ӨЙРӘТӘБЕҘ
+  - 

Гәзитебеҙҙе сығара башлағандың тәүге йылдарында уҡ редакцияға килеп, баҫмабыҙ тураһында матур фекерҙәрен еткереп, ҡайһы саҡта үҙе лә мәҡәләләрен, шиғырҙарын баҫтырып торған был апайҙы үҙенең тыуған районында, гәзит уҡыусылар менән сираттағы бер осрашыу мәлендә тап иттем.

Һөйләшеп киттек. Һүҙ араһында ул: "Мин гәзитте әлегә алдырмай торам, яңы йорт һалабыҙ. Байығас, алдыра башлармын, Алла бирһә", - тине аҡланғандай итеп. Мин ниҙер әйтеп өлгөргәнсе, эргәбеҙҙә баҫып тороусы Гөллирә исемле башҡорт теле уҡытыусыһы: "Ә һин алдыр "Киске Өфө"нө, шунда уҡ байып китерһең. Байығыу, уңышлы булыу рецебы тап ошо гәзиттә лә инде", - тип әйтеп һалмаһынмы! Был тапҡыр яуапҡа һоҡланып та, аптырап та, хуплап та өлгөрмәнем, ситтәрәк беҙҙең һөйләшеү темаһына ҡолаҡ һалып торған йәшерәк бер ҡатын эргәбеҙгә килеп тә баҫты һәм уйынлы-ысынлы итепмелер: "Ә мөхәббәт рецебы бармы һуң "Киске Өфө"лә? Кейәүгә сығырға ине бит әле, кейәүҙәр юҡ..." - тип хәбәр һалды. Уға ла яуап тапты Гөллирә, рәхмәт төшкөрө!
- Ана шул "Киске Өфө"өнө уҡымағанға ла кейәүгә сыға алмай йөрөйһөң инде һин! Ғаилә мәсьәләләрендә атай-әсәйегеҙ, олатай-өләсәйҙәрегеҙ бирмәгән һабаҡтарҙы бирә был гәзит. Уны уҡыһаң, үҙебеҙҙең милләттең ғаилә традициялары, ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында белер инең. Күңелеңдә ысын ир-егет образы һынланыр ине... Юҡһа, сит ил киноларын ҡарап, сит ил журналдары уҡып, шундағы геройҙарҙы, ғаиләләрҙе өлгө итеп алып, кейәүҙәрҙең ете диңгеҙ аръяғынан килерен көтөп тик ятаһығыҙ бит һеҙ, хәҙерге ҡыҙҙар. Күпме ҡыҙҙарыбыҙ шул ялған идеалдарын юллап, ситкә сығып китә, сит милләткә балалар үҫтерә!..
Гөллирәнең был һүҙҙәре "Киске Өфө"гә матур реклама ғына түгел, ә башҡорт ғаиләһе тураһында фекер алышыуға сәбәп булды ла ҡуйҙы. Ҡоробоҙға йыйылыусылар бик оҙаҡ әңгәмәләште гәзитебеҙҙең төп йүнәлеше булған ғаилә, ир менән ҡатын, балалар тәрбиәләү темаһы юҫығында. Тимәк, был тема барыбер ҙә уҡыусылар иғтибарын нығыраҡ йәлеп итә - тағы бер тапҡыр шуға инандырҙы был осрашыу мине.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Гәзит биттәрендә күтәрелгән ғаилә темаһына редакциябыҙ коллективы эсендә лә байтаҡ һөйләшеүҙәр алып барыла, йәштәребеҙ ҡолағына ошо юҫыҡта матур кәңәш-төңәштәр һалына. Бөгөнгө көндә әллә күпме ҡыҙҙарыбыҙ башҡорт ғаиләһе ҡороп, декрет отпускыһында ултыра икән, тимәк, әйткәндәребеҙ, яҙғандарыбыҙ үҙебеҙҙең йәштәребеҙ аңына ла һеңә, тәьҫир итә, тигән һүҙ. Мәҫәлән, хеҙмәткәрҙәребеҙ Гөлнәзирә Зәйнуллина - Сафия һәм Асия тигән ҡыҙҙар, Гүзәл Сәғитова - Батырхан, Әмирхан һәм Гөлзифа исемле өс бала, Гүзәл Нәҙершина - Илнар менән Заһир исемле улдар, Гөлназ Манапова - Гүзәл исемле, Алиә Раҡаева - Сәлимә исемле ҡыҙҙар, Регина Ғәләүетдинова Артур исемле ул үҫтерә. Ғөмүмән, ошо ун ике йыл эсендә беҙҙең редакцияла байтаҡ балалар тыуҙы, тип ғорурлана алабыҙ. Иҫән булһын балаларыбыҙ, уларҙың ата-әсәләре!

Гөлфиә ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.03.15 | Ҡаралған: 1727

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru