«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХХ БЫУАТ БАШЫНДА МОСОЛМАН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫ ОЙОШМАЛАРЫ
+  - 

ХХ быуат башы Рәсәй яҙмышында ҡырҡа боролош яһаған тарихи ваҡиғаларға - революцияларға, һуғыштарға бай булған ҡатмарлы осор була. Илде ялмап алған тетрәнеүҙәр, бер яҡтан, һанһыҙ кеше ҡорбандарына, илдең иҡтисадына ҙур матди зыян килтерһә, икенсе яҡтан, халыҡтың социаль әүҙемлеген арттырыуға, төрлө ойошмаларҙың, милли хәрәкәттәрҙең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.

Ҡатын-ҡыҙ ойошмаларының артыуы ла ошо шарттарҙа бара. Демократик реформалар "көсһөҙ" заттарҙы ла йәмәғәт эштәрендә әүҙемләшергә этәрә. 1905-1907 йылдарҙағы революция йоғонтоһонда хөкүмәт граждандарға төрлө йәмәғәт ойошмалары төҙөүгә рөхсәт бирә. XX быуаттың башында Башҡортостан тарихында тәүге ҡатын-ҡыҙ ойошмалары барлыҡҡа килә. Улар араһында мосолман берләшмәләре айырым урын алып тора. Тикшеренеүселәр мәғлүмәттәре буйынса, үткән быуаттың башынан 1917 йылға тиклем асылған ошондай ойошмаларҙың һаны 70-кә етә. 1907 йылдан Өфөлә эшләй башлаған "Мосолман ҡатын-ҡыҙ ойошмаһы" ("Мусульманское дамское общество") шуларҙың тәүгеһе була.
"Мосолман ҡатын-ҡыҙ ойошмаһы" 1907 йылдың 12 декабрендә Өфө ҡалаһында барлыҡҡа килә. Уставта ойошманың маҡсаты мәҙәни-ағартыу, әхлаҡи-тәрбиә эше, тип күрһәтелә. Быны тормошҡа ашырыу өсөн улар төрлө типтағы ҡыҙҙар мәктәптәре ойошторорға, уҡыу һәм тәрбиә эшен яҡшыртыу өҫтөндә эшләргә, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға матди ярҙам күрһәтергә, мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына мәктәптән тыш ғилми, профессиональ белем биреүҙе хәстәрләргә, китапханалар, уҡыу залдарын төрлө шөғөлдәргә өйрәткән оҫтаханалар асырға, халыҡ алдында лекциялар үткәрергә планлаштыралар. Шулай уҡ дауаханалар, амбулаториялар, ҡыҙҙар өсөн приюттар асыу ҙа маҡсат итеп ҡуйыла. Өфөнөң абруйлы һәм бай ҡатын-ҡыҙҙары С. М. Солтанова, Ф. М. Басимова, М. Т. Солтанова, С. С. Йәнтүрина, З. М. Солтанова, Г. С.-А. Камалетдинова һәм башҡалар йәмғиәттең ойоштороусылары булып сығыш яһай. Йәмғиәт ойошторолоу менән әүҙем рәүештә эшкә тотона. 1908 йылда атай-әсәйһеҙ ҡалған 25 башҡорт һәм татар ҡыҙҙарына тәғәйенләнгән приют, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн китапхана асыла. 1913 йылда уларҙың 7 уҡыу йорто була.
Башҡортостан территорияһында телгә алынған осорҙа унлаған ошондай ойошма эш алып бара. Был ойошмаларҙың төп йүнәлеше хәйриә эше була. "Бәләкәй эштәрҙе" хәл итеү менән генә сикләнеп, улар сәйәсәткә ҡыҫылмайынса, власть структуралары менән араларҙы боҙмаҫҡа тырыша.
XX быуат башында барлыҡҡа килгән йәмәғәт ойошмалары араһында "Ырымбур мосолман ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте" (Оренбургское мусульманское женское общество) айырым урынды алып тора. Уны ойоштороусылар булып ҡаланың һәм губернаның бай ҡатын-ҡыҙҙары Ф. М. Әҙәмовалар, Х. М. Ҡотлобулатова, З. М. Рәмиева, Ф. М. Ураева, Ф. М. Тенишева, Р. Т. Сөләймәнова, Р. Б. Мөхәмәтйәровалар сығыш яһай. Йәмғиәт шулай уҡ мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына белем биреүҙе һәм мохтажлыҡ кисереүсе көсһөҙ заттарға һәм балаларға ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Үрҙә ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ойошма китаптар сығара, уҡыу өсөн кабинеттар, китапханалар, ҡыҙҙар өсөн мәктәптәр булдыра, халыҡҡа лекциялар, әҙәби кисәләр, төрлө курстар, йыйылыштар, әңгәмәләр үткәрә. Йәмғиәттең эшмәкәрлеге бары хәйриә эше менән генә сикләнеп ҡалыуына һәм уның эше оҙаҡҡа һуҙылмауға ҡарамаҫтан, ойошма губернаның ҡатын-ҡыҙҙарын берләштереү йәһәтенән ҙур эш эшләй.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлегенә Балҡан һәм Беренсе Бөтә донъя һуғышы ҙур үҙгәрештәр индерә. Был ваҡытта дәүләттең бар тармаҡтары хәрби ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелә. Ошо сәбәпле ҡатын-ҡыҙ ойошмаларының күптәре матди ярҙам алыу сығанаҡтарын юғалта. Шуға күрә элек ҡуйған маҡсаттарҙы үтәй алмай башлайҙар. Эшмәкәрлек йүнәлеше лә үҙгәрештәр кисерә. Балҡан һуғышы ваҡытында Башҡортостандың күп кенә мосолман ҡатын-ҡыҙҙары госпиталдәрҙә яралыларға медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ирекле миссияларҙа ҡатнаша. Беренсе донъя һуғышы башланып китеү менән фронтҡа саҡырылған яугирҙарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ойошмалар барлыҡҡа килә.
1914 йылдың июлендә Мәләүез ауылында түбән чиндарҙы биләгән һәм ополчениела һуғышҡан яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өсөн төҙөлгән йәмғиәт барлыҡҡа килә. Йәмғиәт 152 мохтаж кешегә ярҙам күрһәтә. Шул уҡ йылдың сентябрендә Ергән ауылында ла шундай уҡ йәмғиәт барлыҡҡа килә.
Һуғыш ваҡытында хәрби әсирҙәргә ярҙам итеү буйынса ҡатын-ҡыҙ йәмғиәттәре барлыҡҡа килә. Билдәле меценат Маһипәрүәз Шәйхғәлиева, үҙенең ире, Рәсәй армияһы генералы Шәйхғәлиевтың абруйын ҡулланып, Өфөлә әсирлектә булған төрөк һалдаттары һәм офицерҙарына ярҙам итеүгә рөхсәт ала. Ошо маҡсатта ул Өфөнөң ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә ярҙам фондына 356 һум аҡса йыя.
Рәсәйҙә эшләп килгән тиҫтәләгән мосолман йәмәғәт ойошмаларының көстәрен берләштереү маҡсатында, 1914 йылдың декабрендә, мосолмандар Бөтә Рәсәй съезы үткәрә. Унда яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса үҙәкләштерелгән мосолман комитетын төҙөү ҡарала. Комитет яралылар өсөн лазареттар асыу, санитар отрядтары төҙөү һәм уларҙы фронтҡа ебәреүҙе маҡсат итеп ала. 1916 йылдың йәйендә комитет ярҙамы менән мосолмандарҙан торған санитар отряд төҙөлөп, фронтҡа ебәрелә. Отрядты билдәле юрист, адвокат, II Дума депутаты Ғәлиәскәр Сыртлановтың тол ҡатыны Әминә Шәйхғәлиева-Сыртланова етәкләй.
Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары XIX-XX быуат сигендәге ваҡиғалар сылбырында әүҙем ҡатнаша. Улар ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау менән бергә, тыныс ваҡытта ла, һуғыш осоронда ла дәүләт, халыҡ өсөн күп файҙалы эш башҡаралар.

Римма СӨЛӘЙМӘНОВА,
тарих фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.03.15 | Ҡаралған: 1612

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru