«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШУНДАЙ НАГРАДА БАР: ХАЛЫҠ ҺӨЙӨҮЕ
+  - 

Бер ваҡыт "Киске Өфө" гәзитендә донъя күргән "Миҙал таҡҡан миҫалмы?" тигән мәҡәләләге хикәйәтте ҡабат иҫкә төшөргөм килә. Бөйөк шәхестәргә һәйкәлдәр ҡуйылған баҡса буйлап дәрес үткәреп йөрөгәндә бер шәкерт остазынан: "Ә нишләп бында һеҙгә һәйкәл юҡ?" - тип һораған. "Ниңә һәйкәл ҡуйылған?" тигәнгә ҡарағанда "Ниңә һәйкәл ҡуйылмаған?" тигән һорау күпкә яҡшыраҡ түгелме ни?" - тип яуаплаған уҡытыусыһы. Минең бөтә әйтергә теләгәндәремдең төп мәғәнәһе ошо хикәйәттә әйтеп бирелгән дә инде.

Беҙҙең китапхананың фойеһына юғары исемдәргә лайыҡ булған яҡташтарыбыҙҙың фотоһүрәттәре элеп ҡуйылған. Был минең яныма ингән кешеләрҙең йыш ҡына ошо темаға һүҙ башлауына сәбәп булып тора. Юҡ, стендтағы шәхестәргә берәүҙең дә дәғүә белдергәне юҡ. Уратып әйтелгән һүҙҙәрҙә "Ә бит мин дә лайыҡлымын" тигән мәғәнәне генә шәйләргә була. Дәүләт наградаларын алыу-алмау мәсьәләһе күберәк уҡытыусыларҙы борсой, шуға төрлө йылдарҙағы мәғариф бүлеге етәкселәре, РОНО методистары, мәктәп директорҙары адресына күп кенә үпкә һәм рәнйеш һүҙҙәре тыңларға тура килә. "Ыҙғыш алмаһы" булған ошо исемдәр бөтөнләй булмаһа ине, тип уйлап китәм. Әлбиттә, улар ғәҙел рәүештә иң лайыҡлыларға ғына бирелһә, ризаһыҙлыҡ ул тиклем көслө лә булмаҫ ине. Әммә арабыҙҙа йөрөгән артыҡ таланты ла булмаған, тырышлығы менән дә айырылып тормаған ҡәҙимге генә кешенең ҡапыл "атҡаҙанған" булып китеүен гәзит аша белеп, аптырауҙан артыбыҙға ултыра төшә яҙған саҡтарыбыҙ аҙмы ни?.. Ләкин бөгөн минең һүҙем дәрәжәләрҙе ғәҙел булмаған юлдар менән алған кешеләр хаҡында түгел. Киреһенсә, үҙҙәрен уларға лайыҡлы тип һанап та, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында өлгәшә алмаған һәм шуның өсөн ғүмер буйы кемгәлер кенә тотоп йәшәгәндәр тураһында.
Кем нисектер, әммә мин берәй билдәле кешенең наградаһы юҡлығын белһәм, үҙем дә һиҙмәйенсә, "Тура ярып, туғанына ярай алмағандыр" тигән һығымта яһап ҡуям. Минеңсә, исем көҫәп йөрөгән әҙәмдәрҙең дә күбеһен, талантлы, уңған булыуҙарына ҡарамаҫтан, нәҡ шул әсе телдәре, тиҫкәре холоҡтары, хәлдәргә яраҡлаша, аҡ менән ҡаранан башҡа төҫтәрҙе айыра белмәгәндәре, ҡайһы саҡта ғүмерҙә табып булмаған дөрөҫлөктө юллап, башҡалар менән йәмһеҙләшеп-тәмһеҙләшеп йөрөгәндәре өсөн "күрә" һалып бармайҙар. Эргәләрендәге "дәрәжәле" хеҙмәттәштәрен улар йә хужаларға ярамһаҡланып, ошаҡ ташып, күстәнәс ташып йә һорап-таптырып алды, тип һөйләйҙәр. Ҡайһы берәүҙәр, ысынлап та, шундай юлдарға бара. Бәй, исем кәрәк булғас, һин дә бар һуң... Булдыра алмайһыңмы? Намыҫ ҡушмаймы? Шулай шул, ғорурлыҡты тапау, дәрәжәңде күтәрәм тип түбәнселеккә төшөү еңел эш түгел. "Ағиҙел" журналының уҙған йылғы һанында яҙыусы Наил Ғәйетбаев үҙенең "Өҙөк-йолҡоҡ хәтирәләр"ендә "Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исемен алыу өсөн ниндәй көнгә төшөргә тура килеүен асыҡтан-асыҡ яҙып сыҡҡайны. Ул әле бөтә республикаға билдәле, юғары вазифа биләгән кеше. Ә бөйөк эштәр ҡылмаған, әммә "исемле" булырға теләгән бәндәләргә нимәләр аша үтергә яҙғанын һәр беребеҙ, моғайын, һиҙеп-аңлап торалыр.
Ҡайһы саҡ шулай ҙа була: теге йәки был сараларҙа кемделер иғлан итер өсөн башта оҙон-оҙаҡ итеп титулдарын, регалияларын һанайҙар һәм иң аҙаҡ "Фәлән Фәләнов" тиһәләр, был кешене берәү ҙә йүнләп белмәй булып сыға. Исемдәрҙе йыйыуын йыйған, ә эштәрен берәү ҙә белмәй. Киреһенсә лә килеп сыҡҡаны бар. Шулай бер йыйылышта мәғариф ветеранын "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" тип иғлан иттеләр. Ул трибуна артына сыҡты ла, "Һеҙ яңылыштығыҙ, минең ундай исемем юҡ", тине. "Мәғариф алдынғыһымы ни?" тип һоранылар. "Юҡ, уныһын да бирмәнеләр, мин бары өлкән уҡытыусы", тип яуапланы апай. Зал геү итеп ҡалды. "Ярай, бирмәһендәр, улайһа, беҙ, ошонда ултырғандар, Һеҙгә "Халыҡ уҡытыусыһы" тигән исем бирәбеҙ", - тип ҡысҡырҙы берәү һәм башҡалар көслө итеп ҡул сапты. Ҡарт педагог өсөн ошонан да ҙур шатлыҡ булыуы мөмкинме икән! Исеме юҡ, әммә халыҡ ул бар икән тип уйлай, булмаһа ла, иҫе китмәй, иң мөһиме, кеше эше менән уға лайыҡ булыуын күрһәткән. Ә бит ҡайҙа барһа ла, "Һеҙ беләһегеҙме, минең "атҡаҙанған" тигән исемем бар", тип үҙе таныштырып йөрөргә мәжбүр булған берәү тураһында ишеткәнем бар. Бының ни тиклем оят икәнен, кешеләр күңелендә төрлө шиктәр уятыуын, артында "ҡайһы ере менән алған икән" тип мыҫҡыллы шыбырлашыуҙары мөмкин икәнен уйламайҙыр инде ул.
Мин үрҙә телгә алған мәҡәләлә һүҙ Украиналағы низағтарға бәйле ҡайһы берәүҙәрҙең Андрей Макаревичтың дәүләт наградаларын тартып алырға теләүе тураһында барҙы. Әммә Макаревичты ошо наградалар Макаревич яһағанмы һуң? Тәүҙә үлемһеҙ йырҙары, "советский битлз" тип йөрөтөлгән легендар "Машина времени" ансамбле менән ул исемен мәңгеләштерҙе, ә миҙалдар, артистарға тейешле юғары исемдәр артисҡа һуңынан бирелде. Уларҙы тартып алған хәлдә лә, миллионлаған кеше өсөн Макаревич барыбер бөйөк музыкант һәм шәхес булып ҡаласаҡ.
Билдәле халыҡ мәҡәлен үҙгәртеп, "Исем кешене биҙәмәй, кеше исемде биҙәй" тип әйтке килә. Мәҫәлән, бөйөк физиктың ишегендә ни бары "Альберт Эйнштейн" тигән яҙыу ғына торған, уның Нобель премияһы лауреаты булыуын яҙыуҙың кәрәге лә булмаған. Тиҫтәләгән титулың булһын, әммә халыҡҡа файҙалы эшең юҡ икән, кешеләр менән юғарынан ҡарап һөйләшәһең икән - һине берәү ҙә хөрмәт итмәйәсәк, үлһәң - иҫләмәйәсәк. Рәсми булмаһа ла, "халыҡ һөйөүе" тип аталған юғары наградаға лайыҡ булыуы күпкә ауырыраҡ. Сөнки халыҡҡа ярамһаҡланып та, күстәнәс ташып та булмай. Шуға, ниндәйҙер "атҡаҙанған уҡытыусы" тигән түгел, ә бөгөн дә уҡыусылары яратып иҫкә алған Фәлән Фәләновна тигән исемеңде балҡытырлыҡ итеп йәшәү һәм эшләү күпкә мөһимерәк. Бер ифрат баҫалҡы, үҙен күрһәтергә яратмаған, маҡтаулы исемдәр артынан ҡыумаған, эше, кешеләргә ярҙамы менән бөтәһенә лә билдәле һәм хөрмәтле танышым бар. Эше буйынса бөтә юбилярҙарҙы, һөнәри байрамдарҙы барлап, тәбрикләүҙәр, гәзиткә мәҡәләләр ойоштороп ултырһа ла, үҙенең юбилейында рәсми ҡотлау булмауына ла бошонманы ул, һүрәтләмә яҙырға теләүселәрҙән дә ҡырҡа баш тартты. "Мине былай ҙа кеше белә", тине. Бына-бына, һине былай ҙа, исемһеҙ ҙә белһендәр…
Минеңсә, кешенең теге йәки был уңышҡа ирешә алыуына бер ниндәй етәксе лә, коллегалары ла, дәғүәселәре лә аяҡ сала алмай, ә бөтә нәмә Хоҙайҙың ҡушыуынан тора. Беҙҙең тормошта булған бөтә мөмкинлектәрҙең тормошҡа ашыу-ашмауын ул ғына хәл итә. "Яҙған ризыҡ тамаҡты ярып килеп инә", ти халыҡ. Шулай булмаһа, "Аллаһы Тәғәлә насип итмәгән" тип әйтергә ҡала.

Рәхимә МУСИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.03.15 | Ҡаралған: 1526

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru