Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ойошторолоуға 5 йыл тулды. Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙең "Арбат" мәҙәни үҙәгендә ошо тантана киң билдәләнде. Унда Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан 500-ҙән ашыу яҡташтар йыйылды. Ойошманы ҡотларға Рәсәй һәм Башҡортостандан билдәле сәйәсмәндәр, мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде.
Ассоциация 2009-2010 йылдар арауығында илебеҙҙең иң эре һәм танылған юғары һәм академик уҡыу йорттарында белем алыусы йәштәр көсө менән барлыҡҡа килде. Уның маҡсаты - республикабыҙҙың кадрҙар сәйәсәтенә булышлыҡ итеү һәм баш ҡалала йәшәгән башҡорт студенттарының социаль әүҙемлегенә өлгәшеү. Бөгөн Ассоциация баш ҡала вуздарына инергә теләүсе абитуриенттарға ойоштороу һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтә, Башҡортостан мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында һөнәри йүнәлеш буйынса эш алып бара - ҡыҫҡаһы, Мәскәүҙәге, Санкт-Петербургтағы Башҡортостан йәштәренең милли-мәҙәни үҫешенә һулыш биреүсе ул. Федераль әһәмиәттәге ҡалаларҙа ойошма барлығы 2 меңдән ашыу студент һәм аспирантты берләштерә.
РФ Президенты Идаралығы начальнигы урынбаҫары Радий Хәбиров юбилей тантанаһын рәсми рәүештә асып ебәрҙе. Үҙенең тәбрикләү һүҙендә ул бөгөнгө шарттарҙа Ассоциация эшмәкәрлегенең әһәмиәтен билдәләне һәм әүҙем йәштәргә һәр яҡлап булышлыҡ иткәне өсөн Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. "Уҡыуҙы тамамлағас, йәштәрҙе мин тыуған ергә ҡайтып, ең һыҙғанып эшләргә саҡырам", - тине ул.
"Ассоциация Башҡортостандың мәҙәни һәм сәйәси элитаһын булдырыу майҙансығы ролен башҡара",- тип билдәләне үҙенең сығышында Башҡортостандың РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Артур Шәйнуров. Ассоциация активистарына һәм Мәскәүҙәге ижади коллективтар етәкселәренә ул Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт, Мәғариф, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса министрлыҡтарҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бындай хөрмәткә Нәзир Байегетов, Радмир Мөфтәхин, Руслан Биктимеров, Гөлнара Ибраҡова, Фатима Янбаева, Иҙел Бохарбаев, Илшат Рәхмәтуллин, Азат Хәлиуллин, Фаягөл Юнысова һәм Лилиә Хөснөтдинова лайыҡ булды.
Ассоциацияны шулай уҡ Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зиннуров, Дәүләт Думаһы депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов ҡотланы. Дәүләт Думаһы депутаты, "Мираҫ" фонды рәйесе Сәлиә Мырҙабаева тарафынан ойошторолған "Мираҫ" фонды конкурсында еңеүселәр билдәләнде - фән, йәмәғәт эшмәкәрлеге, спорт һәм сәнғәт өлкәһендә өлгө күрһәтеүсе иң яҡшы 11 студент аҡсалата премиялар һәм дипломдар менән бүләкләнде.
Ассоциация етәксеһе Азат Баҙранов әйтеүенсә, 5 йыл эсендә теләгән бер мәсьәләне тормошҡа ашырырға һәләтле берҙәм команда тупланды. "Студенттарыбыҙ үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итеп, уның һөҙөмтәһе өсөн яуаплылыҡ тоя белгән лайыҡлы шәхестәр булып үҫешһен тип тырышабыҙ. Был йүнәлештә байтаҡ нәмә эшләнде лә инде, ләкин әле тағы ла күберәк эшләйһе бар", - тине ул.
Тантана айҡанлы ойошторолған байрам концерты программаһы ла бай булды. Унда Диләрә Иҙрисова, Рэдик Ефремов, Радик Юлъяҡшин, Гөлнара Ибракова, билдәле ҡурайсыбыҙ Роберт Юлдашев, "Заман" этно-проекты, "Аҡ тирмә" фольклор ансамбле, "Алтын Ай" бейеү коллективы һәм "Сулпан" башҡорт һылыуҙары студияһы сығыш яһаны. Кисәне Ассоциацияның иң әүҙем ағзаһы, тантаналы сараның режиссеры Фатима Янбаева менән билдәле тележурналист, сенатор Лилиә Ғүмәрованың ярҙамсыһы Марсель Вахитов алып барҙы. Сара башҡорт эстрадаһының билдәле йырсылары ҡатнашлығындағы йәштәр дискотекаһы менән тамамланды.
Фаягөл ЮНЫСОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|