Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙың "Шторм" ҡыҙҙар баскетбол командаһы "КЭС-Баскет" мәктәп баскетбол лигаһы ярышында Волга буйы федераль округы буйынса чемпион исемен яуланы!
Баймаҡ ҡыҙҙарының оло еңеүе республикала ғына түгел, ә Волга федераль округы төбәктәре өсөн дә көтөлмәгән асыш булды. Беҙҙең "Шторм" командаһы илгә яҡшы билдәле булған Ҡаҙан, Пенза, Һарытау, Новокуйбышевск, Һамар, Мордовия командаларын бер-бер артлы тар-мар итә башлағас, уларҙың тренерҙары картанан Баймаҡ ҡалаһының ҡайҙа урынлашыуын эҙләргә тотона. Бәләкәй генә ҡаланан килгән ҡыҙҙарҙың шундай юғары кимәлдә уйнай алыуҙарына ышанып та етмәйҙәр. "Шторм" командаһының тренеры Р. Мукаев әйтеүенсә, ул был еңеүгә 15 йыл әҙерләнә. "Бәлки, мин ниндәйҙер кимәлдә ҡыҙҙарҙың бала сағының бер өлөшөн урлайымдыр. Сөнки улар аҙнаһына бер нисә мәртәбә түгел, ә йыл әйләнәһенә бер туҡтамай, алһыҙ-ялһыҙ шөғөлләнә. Йәйгеһен башҡа балалар ял иткәндә лә, улар күнекмәләр менән мәшғүл була", - тине ул.
Эйе, юғары кимәлдә танылыу яулау өсөн фәҡәт ана шундай көсөргәнешле күнекмәләр аша үтергә кәрәктер. Һөҙөмтәлә, әсе тир түгеп әҙерләнеүҙең емеше бигерәк татлы булды бит! "Шторм" командаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы финал уйынына район етәксеһе И.Х. Ситдиҡов, уның урынбаҫары Р.Ф. Иҫәнбаев, мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә. Зәйнуллин, йәштәр, спорт бүлектәре, район журналистары, Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡыҙҙарға уйын ваҡытында рухи таяныс бирергә ашҡынған бер автобус үҫмерҙәр, йәштәр барҙы. Тәүҙә тотош Башҡортостан Республикаһының намыҫын ниндәйҙер бәләкәс кенә ҡаланың командаһы яҡлауына аптыраған кешеләр, һуңынан Баймаҡ ҡыҙҙарының оҫта уйнауына хайран ҡалып, "Баймаҡ-Баймаҡ!" тип алҡышлай башланы. Уйынды интернет селтәре аша ҡараған баймаҡтар ҙа "Шторм" командаһы өсөн белгән бар доғаларын уҡып сыҡҡандыр. Шулай итеп, "Шторм" - еңеүсе! Юғары кимәлдә ойошторолған ярышта мәртәбәле ҡунаҡтар, билдәле спортсылар ҡатнашты. Еңеүсе командаларға миҙалдарҙы Светлана Антипова, Ирек Зарипов кеүек Олимпиада чемпиондары тапшырҙы! Ә инде Баймаҡ баскетболсылары Элиза Исмәғилева, Анастасия Захватова, Нәйлә Сәйетҡолова Волга буйы федераль округы буйынса иң шәп уйынсылар тип тә танылды.
Шундай оло еңеү яулаған ҡыҙҙарҙы баймаҡтар ашҡынып көттө. Төнгө өстә тыуған ҡалаһына килеп еткән "Шторм" командаһын үҙәк майҙанда ҡаршы алыу ойошторолдо, улар өсөн салют бирелде. Бик арыған, әммә бәхетле йылмайған ҡыҙҙарҙы ата-әсәләре генә түгел, ә улар өсөн янып-көйгән баймаҡтар үҙ ҡосағына алды.
Шулай итеп, беҙҙең ҡыҙҙар 30 мартта Ульяновск ҡалаһында "КЭС-Баскет" мәктәп баскетбол лигаһының Рәсәй финалында ҡатнашасаҡ. Хәҙер инде улар тотош Волга буйы федераль округының намыҫын яҡлаясаҡ. Бер көн генә ял итеп алған ҡыҙҙарыбыҙ тағы ла күнекмәләрен башланы. Әйҙәгеҙ, уларға бар Башҡортостан Республикаһы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәйек. Афарин, "Шторм"!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|