Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында "Башҡортостан ынйылары" Республика балалар фольклор бәйгеһе үтте. Ул 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналды. Быйылғы конкурстың темаһы - тыуған төйәгеңдәге һыу ресурстарына һаҡсыл мөнәсәбәт һәм уларҙы һаҡлауға бәйле халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү булды.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы ни тиклем бай, тәрән, бөтмәҫ-төкәнмәҫ булыуын сағылдырыусы конкурс, тип баһаларға мөмкин был туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән "Башҡортостан ынйылары" Республика балалар фольклор бәйгеһен. Сәхнәгә сыҡҡан һәр коллектив йыл да үҙ төбәгенә генә хас булған үҙенсәлекле йолаларҙы, тәүсығанаҡтарҙы өйрәнеп, тулы мәғлүмәтле, мауыҡтырғыс, йыр-моңға, уйындарға бай сығыштар әҙерләй. Балалар өсөн был фестиваль тотош бер оло байрамға әүерелә, республиканың төрлө төбәктәренән йыйылыусы тиҫтерҙәре менән аралашыу, лидерҙар ярышында бер-береһен уйнатып, бейетеү, борондан килгән халыҡ уйындарын иҫкә төшөрөү ҙә ыңғай күренеш. Иң мөһиме, конкурсанттар үҙҙәре лә конкурстың әһәмиәтен тулыһынса аңлап тора. "Мин төрлө конкурстарҙа йыш ҡатнашам, әммә бөгөнгө ярыш беҙгә рухи байлыҡ өләшеүсе иң шәп сара", - ти Көйөргәҙе районы Илкәнәй урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Азамат Исҡужин.
Ярыш барышында бер коллектив сығыш яһап бөткәнсе, бүтәндәр уларҙы ҡарап, һеҙҙә нисек, беҙҙә былай, тип һығымталар яһап, кимәлдәрен самалап та ултырҙылар. Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылы мәктәбенең "Хазина" фольклор төркөмө етәксеһе Миләүшә Ғәйфуллина был конкурсҡа балаларҙы өсөнсө тапҡыр алып килгән һәм быға тиклем уҙғарылған ярыштарҙа башлыса ҡурай һәм ҡумыҙҙа уйнаһалар, быйыл тальян гармун оҫталары ла булыуын билдәләне. Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы төркөмө етәксеһе Сәриә Ҡаһарманова ҡотоҡ асыу йолаһын күрһәткән уҡыусыларына ҡарап, оло ҡәнәғәтлек кисереүе тураһында әйтте. Ошо йолаларҙы өйрәткән оло быуын кешеләре булғанда, балаларҙың уларҙы өйрәнеп ҡалырға ынтылыуы, йышыраҡ үҙ-ара русса аңлашыуға күсә барған ҡала балаларының сәхнәлә тик саф башҡорт телендә генә һөйләүе, башҡорт йыр, таҡмаҡ, бейеүҙәрен өйрәнеүе, башҡа һәләттәре асылыуы күптәрҙе ҡыуандырҙы.
Конкурсҡа нигеҙ һалыусы, жюри рәйесе, билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева менән әңгәмәләшкәндә ул: "Балалар был саранан арғымаҡҡа менгәндәй күтәренке рух, бөткөһөҙ тәьҫораттар менән юл буйына йырлашып ҡайтыуы тураһында яҙалар. Ә мин был сараға баһаны Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Ҡәҙриәнең бер һөйләме аша ғына бирәм: "Әсәй, һеҙҙең йәш сағығыҙҙағы кейемдәрҙә йөрөп, йырҙарығыҙҙы йырлап, таҡмаҡҡа бейеүҙәрегеҙҙе бейеп, ниндәй матур заманда йәшәгәнегеҙҙе аңланыҡ". Бына шулай, был проектта ғилми йүнәлеш тә, сәхнә оҫталығы ла, ойоштороу һәләте лә, сәнғәттең һәр төрө буйынса оҫталыҡ та, сәхнәлә үҙеңде тотоу маһирлығы ла - ҡыҫҡаһы, уҡыусы бала үҙен һәр тарафтан һынап ҡарай алды. Йыл һайын ун ете-ун һигеҙ коллектив ҡатнаша. Бер йылы хатта егерме дүрт булып киттеләр. Ярыш асыҡтан-асыҡ бара. Тамашасылар, йәғни конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре үк еңеүсене билдәләп ултыра. Шуның өсөн Ғәҙеллек байрамы тигән баһаға лайыҡ был ярыш", - тигәйне.
Әйткәндәй, быйылғы "Башҡортостан ынйылары"ның төп призы Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы коллективына бирелде. Балалар "Төйәләҫ" халыҡ йырын башҡарып, ямғыр саҡырыу йолаһын үтәп, йылға менән бәйле тарихты һөйләп, таланттарын һәр яҡлап күрһәтә алды. Коллективтың лидеры Рәил Рәхмәтуллин халыҡҡа йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартырға, тәрән тамырҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа тигән фекерҙе еткерергә тырышыуҙары тураһында һөйләне. Сәхнәнә төшөп киткәс тә әле ул район мәҙәниәт йорто бинаһы корридорҙары буйлап тальян гармунынан моңдар ағылдырып уйнап йөрөнө. Ситтән генә күҙәтә торғанда, уның турала ололарҙың: "Был ысынлап та ауылдың беренсе егете, гармунсыһы!" - тигәндәре ишетелеп ҡалды...
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА