«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯ КӨТӨҮ ТУЙҘАН БАШЛАНАМЫ?
+  - 

Ҡыҙым ихтыярһыҙҙан курсташ ҡыҙҙарының әңгәмәһенә шаһит булыуы тураһында һөйләне. Ул бөтөн ынтылыштары сепрәк-сапраҡ менән ир-егет эргәһенән ары китә алмаған блондинкалар араһына үҙенең яңылыш килеп эләгеүен күптән аңлаһа ла, ҡайһы саҡ улар "биләмәһендә" булып, тормошҡа улар күҙлегенән бер ҡараш ташлап алыуҙы мәрәкә күрә.

Күрше партала ултырыусы ҡыҙҙарҙың береһе - йәшкелт күҙле, буялған сәсле Кристина быйыл йәй кейәүгә сығырға йыйына икән. Туй сығымдары тураһында борсола. "Кәмендә 300 мең һум булырға тейеш был сығымар! Тик был суммаға кәләш өсөн туй күлдәге лә, никах балдағы ла,"Матурлыҡ салоны" хеҙмәттәре лә инмәй," - тип һалдыра был өлкәлә тәжрибәле Алина. Һуңғы курсҡа барып еткәнсе, ике тапҡыр кейәүгә сығырға өлгөргән икән был сибәркәй. Шуға ла курсташтары донъяуи мәсьәләләрҙә тап уға кәңәш-төңәш итеүҙе хуп күрә.
Түңәрәк кенә һандарҙан күҙҙәре тағы ла нығыраҡ түңәрәкләнгән Кристинаны йәлләп, йыуата башлаған ҡыҙҙар. Әйтмәһә лә, аңлап торалар инде: уҡытыусы булып эшләгән әсәһе менән үгәй атаһынан был суммаға өмөт итергә тура килмәйәсәк. Буласаҡ кейәү үҙе фәҡир студент ҡына әле. Дөрөҫ, ҙур ғына бер сауҙа үҙәгендә менеджер булып эшләп йөрөһә лә, бар тапҡаны Кристина менән яллап йәшәгән бер бүлмәле фатир өсөн түләүгә китеп тора. "Туҡтағыҙ, ә ниңә кәрәк һуң ундай туй? Дөрөҫөрәге - шоу бит ул хәҙер, туй түгел. Иң яҡындарың менән йыйнаҡ ҡына итеп тә үткәрергә мөмкиндер бит ундай интим тантананы?" - тип бәхәсләшә башлай ҡыҙҙар. Ләкин Кристинаны уйынан ҡайтара алмайҙар. "Стасты кредит алырға өгөтләйәсәкмен",- була уның ҡарары.
- Әсәй, һин нисек уйлайһың, ҡыҙҙар Кристинаға дөрөҫ кәңәш бирмәнеме ни? Ә ул үпкәләгәндәй итте хатта. Мин кемдән кәм, йәнәһе...Иҫтәлекле, онотолмаҫлыҡ булһын ул көн, тигән була. Ә бит Стасы менән яңы ғына ҡауышмаған, йылдан ашыу бергә йәшәйҙәр. Тимәк, туй уларға ҡауышыу шатлығының тәүге саф хистәрен кисереү өсөн түгел, ә башҡалар кеүек булып күренеү өсөн кәрәк... Мин быны аңламайым!
- Был һәр кемдең шәхси эше инде, балам, уға нисек ҡыҫылаһың? "Йәне теләгән - йылан ите ашаған", тиҙәрме? Ата-әсәләре лә төйнәнеп торғандыр, бөтөнләй ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫтар балаларын. Егете лә тырыш күренә - табыр, - тип кенә ҡуйһам да, баламдың дәлилдәре баштан сыҡмай йонсотто бер талай. Ҡыҙым әйтмешләй (ул, әлбиттә, йәшлеге менән максималист булараҡ та фекер йөрөтәлер), ике йәш кеше тормоштарын бергә бәйләү тантанаһына үҙҙәре лә белеп бөтөрмәгән кәмендә иллеләп кешене саҡырып, ике-өс көн буйына шул ғәмдең ашап-эсеп, күңел асыуын тамаша ҡылып ултырырға тейеш булып сыға. Аҡса түләп! Өҫтәүенә, ҡуш балдаҡлы, ҡыңғыраулы машинаға - түлә, туйҙы алып барыусы тамадаға - түлә, фотографҡа - түлә... Ҡыҙым әйтмешләй, билдәле бер структураларға аҡса эшләү яйы ғына тыуҙырыла бит, юғиһә.
- Юҡ, мин бындай инсценировка менән килешмәйем!- тип ҡыҙа һаман ҡыҙым. - Фарс бит был. Шулай шаулатып-гөрләтеп, ата-әсәһен йолондороп туй үткәрәләр ҙә, бер аҙҙан ирешеп-талашып, бер-беренә әйләнеп ҡарамаҫлыҡ хәлгә килеп, айырылышып та ҡуялар. Шул да булдымы иҫтәлекле дата? Туй көнөн түгел, ә бергә булған ғүмереңдең һәр көнөн, һәр йылын мәңгелеккә хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә кәрәк, шулай түгелме ни? Туй урынына ҡайһы бер романтиктар рюкзактарын артмаҡлап, тәбиғәткә китәләр, тауҙарға артылалар, диңгеҙ төбөнә төшәләр, хатта күктәргә ашып, парлашып парашюттан һикерәләр. Миңә тап ана шундайҙарҙың донъяға ҡарашы яҡын һәм аңлайышлы. Эх, туйҙамы ни эш, ниңә Кристина шуны аңламай икән?..
Был ялҡынлы монологынан һуң мин балама икенсе күҙҙәр менән баҡтым. Маңлай күҙе менән түгел, ул астырған күңел күҙем менән. Ысынлап та, ниңә шулай булмаҫҡа тейеш һуң әле? Ниңә беҙ бөтөн нәмәгә маңлай күҙҙәре менән генә ҡарап, мейеләге йоҡлап ятҡан нейрондарҙы ҡуҙғытыуҙан ҡурҡып, ярымшарҙарыбыҙҙың күнегелгән "һуҡмаҡтары" буйлап ҡына фекер йөрөтөргә тырышабыҙ? Саҡ ҡына икенсе төрлө уйлаған йә эшләгән кешегә (ә ундайҙар, үкенескә, бик һирәк) "сәйер", "ҡыҙыҡ" йә "етешмәгән" ҡушаматтары тағырға әҙер торабыҙ? Бөтәһе шикелле, башҡалар кеүек үк булмағаны һәм уйламағаны өсөн... Ә һеҙ килешәһегеҙме бының менән?

Ғәлиә БИКТИМЕРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.04.15 | Ҡаралған: 1458

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru