«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"МИН ҺӨЙЛӘЙ БЕЛӘМ ДӘ ӨЛӘСӘЙЕМ ӘКИӘТ ҺӨЙЛӘМӘЙ ШУЛ"
+  - 

Баш ҡала балалары һәм уларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында үткәрелгән "Һаумы, һаумы, әкиәт!" тип исемләнгән донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусыларҙың ҡала конкурсын тамаша ҡылырға йыйылды. Үҙҙәре һөйләгән әкиәттәге мажараларға ихлас күңелдән ышанған балалар ололарҙы ла был тормошта һәр ваҡыт изгелек, ғәҙеллек, яҡшылыҡ, татыулыҡ һәм дуҫлыҡҡа урын табылыуына инандырҙы.

"Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсы 2010 йылдан алып үткәрелә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, алты йыл эсендә был ярышта 3700-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан. Быйыл конкурстың район этаптарында 191 белем биреү учреждениеһынан бөтәһе 710 бала ярышҡан. Шулар араһынан 15 фольклор коллективы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан 20 тәрбиәләнеүсе, дөйөм белем биреү учреждениеларынан 33 уҡыусы ҡала этабына үткән. Улар башҡорт, рус, украин, литва, инглиз, эскимос, һинд, алтай һәм башҡа халыҡтарҙың фәһемле әкиәттәрен башҡортса һөйләне. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре араһында Киров районының 51-се һанлы балалар баҡсаһынан Фаягөл Йәнтүрина абсолют еңеүсе тип табылды.
- Мин "Ҡошсоҡ йыры" тигән эскимос халыҡ әкиәтен һөйләнем. Был әкиәтте әсәйем өйрәтте, ә мин тиҙ генә иҫемдә ҡалдырҙым. Һеңлем Сәлиәгә үҙем белгән төрлө әкиәттәрҙе һөйләйем, китаптан да уҡыйым. Ә бына ике өләсәйем дә беҙгә әкиәт һөйләмәй, улар, ғөмүмән, әкиәт һөйләй белмәй ул..." - тип аптыратты Фаягөл. Ул өйҙә тик башҡортса ғына һөйләшә, башҡорт йыр-бейеүҙәрен башҡарырға өйрәнә икән. "Балаға рухи тәрбиә биреү, туған телгә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата һөйөү, ихтирам уятыу ғаиләнән башлана", тигән фекерҙә ҡыҙҙың ата-әсәһе Сәлимә һәм Фаяз Йәнтүриндар.
Дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында Гран-приға лайыҡ булған Совет районы 13-сө башҡорт башланғыс белем биреү мәктәбе-балалар баҡсаһының 3-сө синыф уҡыусыһы Йәсмин Аҡназарова, киреһенсә, әкиәттәрҙе өләсәһенән һөйләтә, отоп ала булып сыҡты. Ул конкурс өсөн әҙерләгән инглиз халыҡ әкиәтен дә Фәүриә өләсәһе үҙе тәржемә итеп биргән.
- Өләсәйем Кәримә һеңлемә һәм миңә башҡортса әкиәттәр һөйләй, ә Гиҙәр ҡустым әле бәләкәй, ул аңламай. Өләсәйемдең әкиәттәре дуҫ булырға, атай-әсәйҙе тыңларға, дуҫтарға ярҙам итергә, эшләргә, тәртипле булырға өйрәтә. Конкурста ҡатнашҡан малай-ҡыҙҙар ҙа шундай уҡ матур әкиәттәр алып килгәйне, миңә бик оҡшаны, - тине Йәсминә тантана һуңында. Был әкиәт байрамына килгән һәр бала ҡиммәтле бүләк һәм матур тәьҫораттарҙан тыш, Йәсминә кеүек фәһем, аҡыл, тәрбиә алып ҡайтҡандыр, тип ышанғы килә.
"Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсында әкиәт сәхнәләштергән фольклор коллективтар араһында Киров районының 40-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре беренселекте яуланы. Конкурсанттарҙы тәбрикләгәндә Өфө ҡалаһы хакимиәте урынбаҫары Сынтимер Баязитов үҫеп килгән йәш быуын туған телен, башҡорт ғаиләһенә хас традицияларҙы белеп үҫергә тейеш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ул ошо матур байрамды үткәреү өсөн күп көс һалған, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ үҫтереүгә һәм уны пропагандалауға ҙур өлөш индергән район хакимиәттәре етәкселәре, белем биреү учреждениелары етәкселәренә, уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә оло рәхмәтен белдерҙе.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, тиҙәр. Халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һалып, халыҡ аҡылын балаларға өйрәтеп үҫтереү бик мөһим. Шуға күрә, "Һаумы, һаумы, әкиәт!" донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусыларҙың ҡала конкурсы балаларға телде өйрәтеү йәһәтенән генә түгел, ә төрлө милләттәрҙең аҡылын, тормош тәжрибәһен, кинәйәле һүҙ артына йәшерелгән хәҡиҡәттән фәһем алырға булышлыҡ итеүе менән дә әһәмиәтле сара ул.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.05.15 | Ҡаралған: 1742

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru