«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҠЫҘЫЛ АТЛЫЛАР" - БАШҠОРТ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫНЫҢ ПРОПАГАНДА ҠОРАЛЫ
+  - 

Гәзитте кемдәр сығарған?

"Ҡыҙыл атлылар"ҙың ҡыйыу мөхәррире тураһында иҫтәлегендә Кирәй Мәргән түбәндәгеләрҙе яҙа: "Али Карнай һәр ваҡыт һалдаттар, һуғышсан командирҙар, политработниктар араһында булды. Уның полевой сумкаһы һәр төрлө иҫтәлектәр, һуғышсан эпизодтарҙы сағылдырған яҙмалар менән тулы була торғайны. Көн һайын тиерлек ул яңы ҡуйын дәфтәре башлай. Уны тултырғас, серияға бүлеп, номерлап, тәртипкә килтерә лә, йыйып, Өфөгә туғандарына ебәрә: "Материал ҡайта торһон әле. Бында юғалыуы бар бит. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, берәй роман һымаҡ нәмә яҙырға тура килер бит инде, ә? Кем яҙырға тейеш уны? Беҙ бит!" - тип яҙа ул. Али Карнайға тыуған иленә әйләнеп ҡайтырға насип булмай. 1943 йылдың 16 июнендә ул яу ҡырында һәләк була. Яҙырға хыялланған роман-эпопеяһы ла яҙылмай ҡала. Уның ебәргән көндәлектәренең бер өлөшө тыуған иленә килеп етмәй, килеп еткәндәре бөгөнгө көндәрҙә архивтарҙа һаҡлана".

Мәҡәләләр тематикаһы

Гәзит биттәрендәге нәфрәт һәм үс менән һуғарылған мәҡәләләр башҡорт атлыларын дошманды аямайынса көрәшергә саҡыра. Уралдан йыраҡта булһа ла, яугирҙың үҙ өйөн, ауылын, туғандарын яҡлап һуғышыуын билдәләй. Сөнки һуғыш яланында шәхси яҙмыш юҡ. Ил яҙмышы - һинең шәхси яҙмышың, ғаиләң яҙмышы.
"Беҙҙең менән халыҡ" мәҡәләһендә гәзит яугирға: "Алдыбыҙҙа һуғыш яланы ята. Дошман алыҫ түгел. Ул беҙҙең һөйөклө аталарыбыҙҙың һәм әсәләребеҙҙең, йөрәк өлөшөбөҙ булған ҡатындарыбыҙҙың һәм балаларыбыҙҙың хоҡуҡтарын тапарға, сал Уралды, алтын Башҡортостанды, бай илебеҙҙе баҫып алып, бәхетле тормошобоҙҙо емерергә теләй... Башҡорт воины! Һин Украина яландарында алыҫтағы ҡатының, балаң, атаң, әсәңде яҡлап һуғышаһың. Улар һинең гвардеец исеменә тап төшөрмәүҙе талап итә", - тип өндәшә. Немецты үлтерергә, көрәштә арыҫлан булырға, рубежды ныҡ тоторға, дошманды үткәрмәҫкә, бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә саҡыра. "Уҡы, өйрән, ҡоралыңды отличноға үҙләштер", тигән кәңәштәр бирә һәм "Еңеү беҙҙең яҡта булыр!" тип һуғышсыны рухландыра.
Агитацион йүнәлеш һәр мәҡәләлә тойомлана. Ошо мәҡәләнең аҙағында автор уҡыусыһына: "... Үҙеңдең Ватаның, халҡың өсөн көрәшеү - был ҙур дан. Ә Ватаның, халҡың өсөн һөйөклө полководец, Верховный Главнокомандующий, Маршал иптәш Сталин етәкселегендә көрәшеү - был икеләтә дан, был воин өсөн бәхет. Был бөйөк данға достоин булайыҡ, гвардеец иптәштәр!" - тип өндәшә. Нәфрәт һәм үс алыу тойғоһо менән һуғарылған мәҡәләләр гәзиттең һәр һанында осрай һәм төп өлөштө биләй.
Агитация маҡсатында әҙәби әҫәрҙәр ҙә ҡулланыла. Улар башлыса был гәзиттең мөхәррире Али Карнайҙың бәләкәй әҫәрҙәре була. "Нисә фрицты үлтерҙең?" исемле хикәйәһендә Али Карнай икенсе эшелонда, йәғни фронт һыҙығынан арттараҡ хеҙмәт итеүсе һалдаттың Уралдан, ҡатынынан хат алыуын һүрәтләй. Ә унда шундай һүҙҙәр бар: "Нисә фрицты үлтерҙең? Шуны айырып яҙ. Балалар ҙа ҡыҙыҡһыналар, һинең батырлығыңды белеп, беҙ шатланырбыҙ, ғорурланырбыҙ..." Ошо хат һалдаттың тыныслығын юғалта. Ул военкомға барып, үҙен тиҙерәк алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен үтенә. Уның бында ла мөһим эш эшләүе, барыбер фронтта булыуы тураһында һөйләүҙәренә ҡаршы: "Шулай ҙа, әгәр бер нисә фрицты үҙ ҡулым менән дөмөктөрмәһәм, нисек итеп мин Ватан һуғышында ҡатнаштым, тип һөйләрмен?" - ти ул. Был бәләкәй генә әҫәрҙә яҡын кешеһенән килгән хаттың һалдатҡа ни тиклем ныҡ тәьҫир итеүе һүрәтләнә.
Ә. Кирәйҙең (Кирәй Мәргәндең) "Мыйыҡ" хикәйәһе ике дуҫ боец тураһында. Бикбулатов менән Ишбулатов дуҫ ҡына түгел, улар бер райондан, бер колхоздан, ә һуғышҡа килгәс, икеһе лә олоғайып китә. Бер юлы мыйыҡ ебәрәләр. Шулай бер саҡ блиндажда ултырғанда Ишбулатов иптәшенең мыйығына ҡарап тороп: "Шул мыйығыңдың бер бөртөгө өсөн күпме һорайһың?" - тип һорап ҡуя. Иптәше: "Ана шул ҡаршыла йөрөгән немецтарҙың береһен бер атыуҙа үлтерә алһаң, ошо затлы мыйыҡтың бер бөртөгөн йолҡоп алыу шәрәфенә ирешә алырһың", - тип яуап бирә. Шулай итеп, улар араһында ярыш башланып китә. Бер нисә көндән уларҙың мыйыҡтары шул хәтле һирәгәйә, йәмһеҙ булып тормаһын, тип, икеһе лә уны ҡырып ташлай... Кавалерия дивизияһы булғас, гәзит биттәренән ат темаһы ла ситтә ҡалмай. Атты тәрбиәләүгә, ашатыуға, яуға әҙерләүгә арналған мәҡәләләргә ҙур урын бирелә. Аттарын насар ҡарағандар тәнҡитләнә. Айырым һандарҙа был темаға берәр бит урын бүленеүе мәғлүмәттең ни тиклем мөһим булыуы тураһында һөйләй. Хатта "Һин аҡһаҡ булһаң да һуғышҡа бар, һинең атыңдың дүрт аяғы бар бит", тигән башҡорт халыҡ мәҡәле килтерелә 1943 йылдың 4 июль һанында. "Ат - боевой ҡорал" мәҡәләһендә гвардия кесе лейтенанты Сергеев взводының ат ҡарау буйынса беренсе урын алып килеүе тураһында һөйләнелә. Был взводта атҡа һәр кем боевой ҡорал итеп ҡарай. Ат ҡараусы Ҡолгәрәевтың "Яҡшы аттан башҡа яҡшы кавалерия юҡ", тигән һүҙҙәре взводтың көрәш девизы булып тора.
Агитация эшенә айырым урын бирелә. Ошо темаға арналған махсус һандар ҙа сыға. Уларҙа агитация нисек алып барылырға тейешлеге хаҡында һүҙ бара. "Агитация яугирҙың психологияһына һәм шартҡа ҡарап, аныҡ, йөкмәткеле, идея яғынан тотанаҡлы булырға тейеш. Агитаторҙар был бурыстарын һәйбәт үтәһен өсөн уларға ярҙам кәрәк. Семинарҙарҙа, политработниктың агитатор менән осрашыуы мәлендә уға бөтә мәсьәләләрҙе аңлатырға, теге йәки был хәлде дөрөҫ баһаларға өйрәтергә кәрәк... Беҙ агитаторҙың үҙ бурыстарына яуап бирә алыуына, үҙенең ялҡынлы большевистик һүҙе менән боецтарҙы иптәш Сталиндың бойороғон үтәүгә, немец-фашист бандиттарын йәһәтерәк юҡ итеүгә мобилизациялауына өлгәшергә тейешбеҙ", - тиелә гәзит мәҡәләһендә.
Гәзит бойороҡтарҙың үтәлеүенә ҙур әһәмиәт бирә. 1943 йылдың май айында Сталиндың 195-се бойороғо сыҡҡандан һуң гәзит биттәрендә уның үтәлеше төп урынды ала. Һәр частан бойороҡтоң үтәлеше тураһында хәбәрҙәр килә. Бойороҡто теүәл үтәүселәр өлгө итеп ҡуйыла, уға битараф ҡарағандар ҡаты тәнҡитләнә. Гәзиттең 150-се һанындағы баш мәҡәләлә "Хәҙерге ваҡытта бойороҡто унда ҡуйылған мәсьәләләр буйынса айырым рәүештә ентекләп өйрәнеү бара. Бойороҡто ныҡлап өйрәнергә, яҡшы хәтерҙә ҡалдырырға кәрәк. Ләкин, иң мөһиме, уны ғәмәли яҡтан тормошҡа ашыра башлау", - тип яҙыла. Мәҡәлә аҙағында һалдат алдында торған бурыс аңлатыла: ул, уҡырға, өйрәнергә, бойороҡто тормошҡа ашырырға, тип яңғырай.

Шулай итеп...
"Ҡыҙыл атлылар" гәзите редакцияһы коллективы һуғыш ваҡытында Башҡорт атлылары кеүек үк данлыҡлы юл үтә. Дивизияның фронтҡа ебәрелгән көнөнән алып, дивизияның 1943 йылда эшләйәсәк бөйөк рейдына тиклем, гәзит дивизияны тоғро юлдаш булып оҙата бара. Дивизия рейдҡа ингәс, редакция бүленеп ҡала. Ошо осор эсендә Полевая почта 35710 адресы буйынса урынлашҡан редакция дивизияның данлыҡлы юлында төп агитатор, рухи ҡорал булып ҡала. Али Карнай, Шакир Насиров, Әхтәм Ихсан кеүек әҙиптәр, Хөршиҙә Хәирова кеүек хәреф йыйыусы ҡыҙҙар гәзиттең һәр һанын ваҡытында сығарыуҙы тәьмин итә. Уларҙың тырышлығы менән күпселеге башҡорттарҙан торған милли дивизия туған телендә гәзит уҡыу бәхетенә өлгәшә.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 18-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.15 | Ҡаралған: 1996

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru