«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИСЕК ДАН ҠАҘАНЫРҒА?
+  - 

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында ойошторолған хәрби парад һәм Рәсәй халҡының илебеҙ ҡалалары урамдарынан тығыҙ сафтар булып үткән "Үлемһеҙ полк" маршы кешелек хәтере гендарының ныҡлығына дәлил булып ҡына ҡалманы, бәлки, халҡыбыҙҙың аң, выждан һәм намыҫ дәрәжәһен күрһәтеүсе һәм күтәреүсе ҡеүәтле бер көс булараҡ та сикһеҙ һоҡланыу һәм ғорурлыҡ уятты. "Ошондай илде, ошондай халыҡты еңеп булмаясаҡ, юҡ!" тип ҡабатлайым Александровтың арҡаларҙы сымырҙатып яңғыраған "Изге яу"көйөнән ғәйрәтләнеп...

Һәм бына музыка тынды, парад тамам, салют атылды, кешеләр өйҙәренә таралышты. Иманым камил: күп йорттар түрендә был кис тостар әйтелде, шешәләр бушатылды. Аңларға ла була, бер яҡтан, ут эсенә ингән, тиңһеҙ алышта баштарын һалған исемле һәм исемһеҙ шәһиттәр, геройҙар өсөн, тинеләр бит. Икенсе яҡтан, аңлашылмағаны, хәүефләндергәне шул: яу тынмаған әле, дошман уяу. Беҙ уға ҡаршы һуғышмайбыҙ, сөнки ул - арабыҙҙа, беҙҙең менән бергә донъя көтөп, һәүетемсә йәшәп ята: наркотик, араҡы, коррупция, енәйәт, эшһеҙлек, маңҡортлоҡ, рухһыҙлыҡ... Миллионлап ил байлығын урлаусы юғары чиновник - бына заманыбыҙ геройы. Эшсе йә игенсе түгел, ә намыҫһыҙ чиновниктар, эреле-ваҡлы уғрылар, ришүәтселәр. Уларҙың йәшәү рәүеше, иләмһеҙ ҡылыҡ-фиғеле тураһында көн дә зәңгәр экрандарҙан репортаждар күрһәтелә, портреттары гәзит биттәрен "биҙәй", интернет киңлектәрен айҡай - ҡыҫҡаһы, бынамын тигән "геройҙар" инде! Етмәһә, асыуға тейеп, әлеге бурҙарҙың хан һарайылай зиннәтле виллаларын, тиҫтәләгән бүлмәле әкиәти фатирҙарын, алтындан эшләнгән (ғәфү итегеҙ) бәҙрәфтәрен, миллион-миллион һумлыҡ ручкаһынан алып, башҡа төр йыһаздарын тәмләп-тәсфилләп күрһәтәләр, шуның менән ҡиммәтле эфир ваҡытын әрәм-шәрәмләйҙәр. Ә бына ошондай бурҙарҙың енәйәте арҡаһында бюджет тоғонда барлыҡҡа килгән тишектәрҙе ямау һаман булһа ябай халыҡ елкәһенә төшә. Әлбиттә, бурҙарҙың барыһын да тотоп бөтөү ҙә мөмкин түгелдер , сөнки бәләкәй генә власть башында ултырғандар ҙа нисек булһа ла иң тәүҙә үҙ кеҫәһен ҡайғырта. Ә бит ҡомһоҙлоғо һәм оятһыҙлығы менән даны хатта сит илдәргә таралған чиновниктарҙың урлағанын кире ҡайтарып, законһыҙ милектәрен конфискациялау ғына ла байтаҡ файҙа килтерер ине беҙҙең мәңге яшыҡ бюджетҡа. Юҡ, ниңә улай эште ҙурға ебәрергә? Ташландыҡ фермаларҙың һуңғы ишек-тәҙрәһенә тиклем урланып-таланып бөтһә лә, илдә "һауын һыйырҙар" бөтмәгән әле. Был хаҡта үткәндә генә РФ финанс министры А. Силуанов үҙе: "Эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың килеме етерлек булғандарға пенсияларының бер өлөшөн түләмәгәндә лә булыр ине",- тип белдерҙе көндәрҙең береһендә, ахырҙа, аптырағас (АиФ, №20, 2015). Яҡшы, ул осраҡта әле дары-дарманы бар пенсионерҙар ҙа эшһеҙ ятыуҙы хуп күрәсәк - ә кем эшләр һуң? Байҙар - байый, уларҙа бер кемдең дә эше юҡ, ә ярлыны һаман булһа баштүбән тотоп һелкеткеләйҙәр - һуҡыр тине килеп төшмәҫме тишек кеҫәһенән...
Ә был һуңғы тиндәрҙе һауыусылар былай ҙа етерлек тормошобоҙҙа: әле бына 1 июлдән коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтарҙың тағы ла кәмендә 10 процентҡа артыуы көтөлә. Әйткәндәй, был йәһәттән йылдың-йылы һәр төрлө "яңылыҡтар" уйлап сығарып ҡына торалар: халыҡтың былай ҙа таҡыр кеҫәһен нисек тә күберәк һығырға! Капремонт өсөн түләтеү башланып өлгөрмәне, электр энергияһына айырым иҫәп килә башланы. Квитанция ҡағыҙына ошоға тиклем түләтелгән сумманан ике тапҡырға артыҡ түңәрәк кенә һандар һуғылған. Былай ҙа ҡаңғырған баштарҙы бутап, тотонолған энергияны иҫәпләүҙең буталсыҡ арифметикаһы ла уйлап сығарылған хатта. ОДН (дөйөм йорт ихтыяждары) өсөн сығымдарҙы ҡаплау ҙа икеләтә түләү булып төштө әлеге ҡулланыусы кеҫәһенә. Квитанциялағы һандарҙың дөрөҫлөгөн тикшереүсе юҡ, сөнки ябай халыҡ белә: уның осона сығып булмаясаҡ. Ә инде магазиндағы хаҡтарҙы күреп, күп нәмәнән баш тартырға, үҙеңде сикләргә тура килә хәҙер. Мәҫәлән, пенсионерҙың төп ризығын тәшкил иткән икмәк-һөт, ярма, сәй-шәкәргә генә лә хаҡтар күпмегә барып етте һуңғы айҙарҙа. Сәйгә, әйтәйек, хаҡтарҙың йыл башынан 10-20 процентҡа артыуы күҙалланһа ла, ул ҡайһы бер сауҙа нөктәләрендә 40-100 процентҡа тиклем барып етте. Йәй үлән-мүлән йыйып, киптереп, сәйҙе үҙебеҙгә хәстәрләргә тура килмәгәйе. Бушлай ҙа, файҙалы ла булыр. Юғиһә, сит илдәрҙән килтерелгән сеймал булараҡ, сәйҙең хаҡы доллар курсына бәйле булыуы билдәле, тик бында уны һатыусыларҙың "болғансыҡ һыуҙа балыҡ эләктереп ҡалыу" ынтылышын күрмәү ҙә мөмкин түгел: сауҙа ойошмалары аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙарға хаҡтарҙы үҙҙәре теләгәнсә арттыра ала. Бына шунан хасил була ла инде баяғы уғрылыҡ тигәнең. Әлегеләй, бында ла кеше кеҫәһенә инеүҙең хәйләле механизмдары эшкә ҡушылған, ә тикшереүсе юҡ.
Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа ҡарама - контролһеҙлек, битарафлыҡ, хуш күңеллелек, сөнки күп нәмә баштан башлана. Ил ҡеүәте башында тороп, уның хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейешле Сердюков тигән әҙәмдең баш етмәҫлек енәйәттәргә юл ҡуйыуына күҙ йомоп, башынан һыйпауҙан әүҙемләште түгелме ҡолас етмәҫ уғрылыҡ афәте илдә? Ә уның һөйәркәһе Васильева ниндәй популяр героиняға әйләнде! Һәр аҙымын яҡтыртып, һәр һүҙен яҙып алып, ауыҙына ғына ҡарап торалар бит. Хатта СИЗО-ла ултырһа ла. Әле бына уға йә тырнаҡ игәүе, йә йомшаҡ матрас кәрәклеген кемуҙарҙан хәбәр итәләр. Был ни булды әле? Быуаттар алмашынып, идеалдар аҙашыуымы юғиһә, әллә пиар тигән ағыулы сәскә емештәреме был? Ә ҡайҙа бөгөнгө көнөбөҙҙөң ысын геройҙары - илһөйәрҙәр? Ҡайҙа әлеге Ҡыҙыл майҙанда Рәсәй һәм Еңеү флагтарын ғорур тотоп, "Изге яу" маршы аҫтында парадты башлап ебәреүсе егеттәр? Анау тиклем хәрби техниканы эйәрләгән айбарлы батырҙарыбыҙ ҡайҙа? Һәм, ғөмүмән, кемдәр, ҡайҙан улар? Уларҙы тәрбиәләп, ир еткергән ата-әсәләре кемдәр? Бер кем бер ни белмәй. Ә атаҡлы бурҙарҙы йөҙгә генә түгел, ни ҡыланғанын, ни әйткәненә тиклем белеп-күреп торабыҙ. Шунан, уйлап ҡараһаң, дан ҡаҙаныу, билдәлелек яулау өсөн йәш быуын ниндәй юлды һайларға тейеш буласаҡ?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.05.15 | Ҡаралған: 1386

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru