«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ДЕПУТАТТЫҢ АҒИНӘЙҘӘРҘЕ ШАТЛАНДЫРҒАНЫ
+  - 

Йәмәғәт ойошмалары күп беҙҙә. Рәсәй Президенты В. Путиндың, йәмәғәтселек институтын тергеҙеү, социаль йүнәлешле йәмәғәт ойошмаларына ярҙам итеү тураһындағы күрһәтмәләренән һуң бындай ойошмалар тағы ла күбәйҙе. Улар араһында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының, уның республика ҡалалары һәм райондарындағы филиалдарының эшмәкәрлеге айырылып тора.

Ағинәйҙәр бөгөн ауылдарҙағы иҡтисади, социаль көрсөк менән көрәшә, йолаларҙы, сәләмәт йәшәү рәүешен тергеҙә, тәбиғәтте, рухиәтте һаҡлай, ауыл тормошона йән, ҡот өрә. Ошондай эшмәкәрлек алып барыусы ағинәйҙәр араһында, әлбиттә, әбйәлилдәрҙең үҙ тәжрибәһе, һөҙөмтәле эштәре бар. Улар был тәжрибәһе менән әленән-әле уртаҡлашып тора. Былтыр сентябрь айында Әбйәлил районында республиканың 20-ләп районы ағинәйҙәре ҡунаҡта булып, ошо тәжрибәне үҙ күҙҙәре менән күреп киткәйне. Унда РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева ла ҡатнашҡайны. Күптән түгел әбйәлилдәр депутатты тағы ла үҙҙәренә саҡырҙы. Асҡар ауылы мәҙәниәт йортонда үткәрелгән ағинәйҙәр ҡорона район хакимиәте етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм депутаттары, райондың бар ауылдары ағинәйҙәре, шулай уҡ матур, өлгөлө ғаилә ағзалары йыйылды, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Халыҡ-ара ғаилә йылына арналған матур концерт программаһын тамаша ҡылды. Әлбиттә, сараның иң тулҡынландырғыс мәле - РФ Дәүләт Думаһы депутатының сығышы һәм уның райондың Ташбулат, Асҡар, Әлмөхәмәт һәм Байым ауылдары ағинәйҙәре ойошмаларына ноутбуктар бүләк итеүе булды. - Мин махсус рәүештә ағинәйҙәр менән осрашырға, уларҙың эшләгән эштәрен хупларға, бүләктәрем менән уларҙы бер аҙ дәртләндерергә килдем, - тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. - Хәҙер бөтөн республикаға таралды был ағинәйҙәр хәрәкәте. Был дөрөҫ тә. Сөнки ил Президенты В. Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә лә бар был, йәмәғәт ойошмалары эшен йәнләндерергә кәрәк, тигән фекер. Был ҡоро һүҙ, теләк кенә түгел. Ошо эште атҡарыу өсөн ниндәйҙер матди ярҙамды күҙҙә тотҡан төрлө документтар ҙа ҡабул ителде. Улар менән танышырға, һеҙгә ниндәйҙер гранттар юлларға кәңәш итәм. Тағы ла нығыраҡ әүҙемлек теләйем. Оҙаҡламай муниципаль һайлауҙар үтәсәк. Ҡыйыулыҡ күрһәтеп, үҙегеҙҙең кандидатураларҙы депутатлыҡҡа ла күрһәтегеҙ - барыбер депутаттар эшен атҡарып йөрөйһөгөҙ бит...
Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы бындай һығымта яһай ала, сөнки ул ағинәйҙәр йыйындарында тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. Әбйәлилдә, Хәйбуллала, Сибай ҡалаһында үткән республика райондары ағинәйҙәре йыйындарында булып, ағинәйҙәрҙең эштәре менән яҡынданыраҡ танышып, уларҙың әүҙемлегенә шаһит булғайны инде ул. Яҡшы эште күрә белгән депутат ул эшкә ярҙам итеү, хуплау, дәртләндереү юлында.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.05.15 | Ҡаралған: 1641

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru