«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТ КЕЙЕМДӘРЕН ИШЕМБАЙҒА БАРЫП КҮРЕГЕҘ!
+  - 

Ишембайҙағы "Юрматы" Йәмәғәт этнография музейы экспонаттары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Ҡашмау - башҡорт милли баш кейеме. Кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙың ҡашмауы башты ҡаплай, ә оҙон һәм киң таҫманан яһалған олоно арҡа буйлап аҫҡа төшөп тора. Ҡашмау ҡыҙыл мәрйен менән биҙәлә. Был баш кейеме кейеп йөрөү өсөн бик уңайлы, матур ҙа.
Әммә боронғораҡ фотоларҙа ҡашмауҙың туҡыма нигеҙе күренмәй. Ятҡан саҡта ул мәрйен, көмөш тәңкә һәм бетеүҙәрҙән генә торған кеүек тойола. Уның соңҡа өлөшөндәге ҙур уйымы ла аптырата. Ул тамсы формаһында һәм осло өлөшө елкәгә ҡарап тора. Бындай ҡашмауҙы кейгәндән һуң соңҡа өлөшөндәге уйымдан һәм ҡашмауҙың башлығын биҙәп торған мәрйендәр араһынан сәс күренеп тора. Был - сәсте сит күҙҙәрҙән һаҡлау йолаһын боҙа. Тап баштағы сәс аша кешегә күҙ тейә тип иҫәпләнгәндән, был бөтөнләй мөмкин булмаған хәл. Шуға ла миңә ҡашмауға нимәлер етешмәй кеүек тойолдо. Һәм ғилми әҙәбиәттә һүҙҙәремде раҫларҙай миҫал табылды. 1822 йылда И. И. Лепехин билдәләүенсә, соңҡалағы уйымды ҡаплай торған конус формаһындағы өҫтәмә бер әйбер булған. Бынан тыш, маңлайға һарыуыс бәйләгәндәр, ә башҡа таҫтар ябынғандар. Соңҡа өлөшөндә конусы булған ҡашмауҙы 1768 йылғы Б. Лепренс тигән авторҙың бер гравюраһында күрҙем. Унда һүрәтләнгән ҡатын-ҡыҙҙың баш кейемендә конус артҡа сығып тора (1-се фото).
Беләбеҙ, төрки телле халыҡтарҙың мәҙәниәтендә оҡшаш яҡтар байтаҡ, был һүрәттәге ҡатын-ҡыҙ башҡорт булмаған хәлдә лә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейемендә лә бындай конус мотлаҡ урын алған булырға тейеш. Күптәрҙең ишеткәне барҙыр, ҡәйнәһе килененең һуғыу станогы артында төнгә тиклем эшләүен ишетһен өсөн уның башына шөңгөр тағып ҡуйғандар. Шуға ла был баш кейеме килендеке булған, тигәнгә раҫлау булды. Беҙҙең реставраторҙар уны ҡаты туҡыманан еңел генә эшләп тә ҡуйҙы (2-се фото). Маңлайы биҙәкле, соңҡаһы конуслы баш кейеме килеп сыҡты. Сәс толомдары яулыҡ эсендә ҡалды, ҡашмауҙағы кеүек олондоң да кәрәге ҡалманы. Маңлайҙы ҡаштарға тиклем - һарыуыс, ә сикәләрҙе һәм муйынды яулыҡ менән ҡапланыҡ.
Йәш килен - эш өсөн, ул сит күҙҙәрҙән ҡаплаулы булырға тейеш булған. Әммә һарыуыс, яулыҡ, конус формаһындағы ҡалпаҡ ҡасандыр ҡашмауға әйләнергә тейеш бит инде. Был, бәлки, килен бала тапҡас ғәмәлгә ашырылғандыр. Беҙ боронғо фотоларҙа күргән, мәрйен, көмөштән торған ҡашмау, бәлки, тап "әсәлек билдәһе"лер? (3-сө фото). Соңҡа өлөшөн конуслы ҡалпаҡ ҡапланы, мәрйендән торған баш өлөшө башты ике яҡтан ҡыҫып ҡына торҙо, күҙҙәргә өс тәңкә (изге көнсығыш йондоҙҙары) төштө, маңлайҙа Ислам дине билдәһе ялтыраны, киң олон сәс толомдарын ҡапланы, ҡолаҡ эргәһендәге сулпылар күкрәктәрҙе һаҡлап ятты. Бөтөн өлөштәр бер-береһен тулыландырып, берҙәм баш кейеменә әүерелде (4-се һүрәт). Хәҙер инде ҡашмау бөтөн ырыуға йәш килендең яңы ғаиләһендә һынауҙарҙы үтеп, әсә булыуы һәм ырыу тарафынан ҡабул ителеүе тураһында һөйләп тора.

В. БЕССАРЕНКО.
"Юрматы" йәмғиәт этнографик музейы хеҙмәткәре.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.06.15 | Ҡаралған: 1672

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru