«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕҮГӘ ИНДЕРГӘН ӨЛӨШ... ЙӘКИ ТЫЛ ҺАЛДАТТАРЫНА МӘДХИӘ
+  - 

Бөйөк Ватан һуғышы шаҡымаған ҡапҡа, уның ипкене бәрелмәгән кеше юҡтыр ул. Нисек кенә ауыр булмаһын, дошманды изге еребеҙҙән ҡыуыу маҡсаты өсөн барыһы ла сабыр һәм сыҙам булырға тырыша ул йылдарҙа. Егерме һигеҙ миллиондың иңенә төшкән ауырлыҡ Баймаҡ районының ҙур бер ауылын - Ниғәмәтте лә урап үтмәй. Ауылыбыҙҙың өлкән кешеләре тәүгеләрҙән булып һуғышҡа китеүсене, тәүге ҡара ҡағыҙҙы, тылдағы тәүге үлемде хәтерләп, бөгөн дә ауыр көрһөнөп ҡуя. Башлап һуғышҡа китеүсе Әйүп Ғайсинға бер төн эсендә тиренән тун тегеп, бейәләй, шарф бәйләп, баштан аяҡ кейендереп, бөтөн ауыл халҡы менән бергәләп оҙаталар. Ай үтеүгә Ғималетдин Кирамов, Ҡәнзәфәр Вәлиев һәм тағы бик күптәрҙе фронтҡа алалар. Уларҙың урынына 12-13 йәшлек үҫмерҙәр донъя йөгөн тартыуға егеләләр. Был иҫтәлектәрҙе үткән быуаттың 90-сы йылдар аҙағында тыл ветерандары менән осрашҡан саҡта яҙып алғайным. Уларҙың бик күптәре был донъя менән күптән алыш-биреш ғәмәлдәрен өҙгән инде, ауыр тупраҡтары еңел булһын. Ә шулай ҙа был яҙмаларҙа һуғыш йылдарында тылда эшләүселәрҙең күргәндәре-кисергәндәрен һүрәтләгән хәтер һаҡлана, тип, уны "Киске Өфө" гәзите уҡыусылары иғтибарына тәҡдим итмәксе булдым.

"Беҙ дәрестән сығып, өйгә ҡайтҡас, әҙ генә ҡапҡылап алыуға, йә агроном вазифаһын башҡарыусы, йә бригадир килә лә, тәҙрәгә сыбыртҡыһының таяғы менән шаҡып: "Фәлән баҫыуға барып, ҡалған башаҡтарҙы сүпләп, көлтә бәйләгеҙ!" - тип китә. Беҙ, балалар, тиҙ генә йыйынабыҙ ҙа, шул баҫыуға барып, көлтә бәйләйбеҙ. Көлтә бәйләргә көс етмәй, йә бәйләй белмәйбеҙ, беҙҙең менән бергә йөрөгән Йәһүҙина Рәхимә, Хәйсәрова Зәһүрә, Ҡолһарина Факиһа апайҙар, уларҙан йәшерәк ҡыҙҙар-малайҙар - Рахманғолова Сабира, Иҫәнбаева Хәнифә, Хәсәнова Рәхимә, Йәһүҙина Рәхимә, Бикмәтова Шәкирә, Кинйәбулатов Әйүп, Хәсәнов Минлеәхмәт һәм тағы бик күптәрҙең иңдәренә көс күберәк төшә. Уҡытыусы Мотаева Рәйсә, Биишева апайҙар ҙа был эштә ярҙам итә ине, беҙ ҙә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышып эшләнек - 8-9 йәштә дошманды тик ошолай эшләп кенә еңәсәгебеҙҙе аңлай инек", - тип хәтерләгәйне Мостафа Алтынғужин.
Әсәһе, апаһы менән бергә колхоз эшендә эшләүсе Йыһанур Мырҙағәлин да үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашҡайны: "Беҙ туйғансы ашай ҙа алмай торғайныҡ ул саҡта. Ләкин мыжырға ярамай. Ә бына дошманға үс үҫкәндән-үҫә бара. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр аслыҡҡа сыҙамай, баҫыуҙа ҡар аҫтында ятып ҡалған башаҡ һәм ҡырлыҡ үләндәрен ашап, ағыуланып үлде. 14 йәшлек Хәнифә исемле ҡыҙҙың вафат булғанын хәтерләйем. "Тәҙрә ҡорғанын күтәреп ҡуйығыҙ әле, иптәштәрем баҫыуға киткәнен ҡарап ҡалайым", тип ятҡан тип һөйләнеләр. Беҙ уны йәлләп иланыҡ, шунан бер-беребеҙгә ант бирҙек: "Дошманды еңер өсөн тағы нығыраҡ эшләйек!" Кинйәбулатова Һәҙиә апай, күҙ йәшегеҙҙе күрһәтмәгеҙ, дошмандың үсе ҡанмаһын, башығыҙҙы күтәрегеҙ, тип беҙҙе илауҙан тыя торғайны".
Башаҡ ашап ағыуланған Хәнифәнең әсәһе Һәшиә апай, үгеҙ егеп, колхозда утын ташый, аҙаҡ уны һал ағыҙырға ебәрәләр. "Һәшиә апай шул тиклем көслө булды, ирҙәр кеүек эшләне. Утынды һөйрәй алмай торһа, үгеҙҙең ҡойроғон бороп тотоп ала ла, яурыны менән терәүләп, йөктө һөйрәшә торғайны", - тип хәтерләйҙәр уның тураһында Әминев Заһит, Ишҡыуатов Мөбәрәктәр. Көслө булғанға күрә, Һәшиә, Исмәғилева Сәрбиямал апайҙар күберәк ирҙәр эшендә йөрөгән. Улар Таулы йылғаһының башында сажын тартҡандар. Көҙ етһә, уңыш йыйыуҙа ҡатнашҡандар, атҡа көлтә тейәп, колхоз аҙбарына ташығандар. Ат менән йә үгеҙ егеп йөрөүгә ҡатын-ҡыҙҙар бик үк батырсылыҡ итмәгән, ә бына Сәрбиямал Исмәғилева, Һәҙиә Кинйәбулатова, Һәшиә Иҫәнбаева, Ҡобора Рәжәповалар өсөн был ғәҙәти эш булған.
"Эштән әҙ генә бушаһаҡ, һуҡыр шәм яҡтыһында фронтҡа хат яҙа инек, - тип һөйләгәйне Исмәғилева Хәйерниса. - Атай - сәйәси золом ҡорбаны, ә өлкән ағайым Әнүәр 1941 йылдың сентябрендә һуғышҡа китте. Мин уға әленән-әле хат яҙа инем. Беҙҙең менән эшләгән Мырҙағәлина Ғәлимә апай, уның улы Әхмәткәрим менән көн дә алмашлап туғандарыбыҙға хаттар яҙа торғайныҡ".
Ғөмүмән, был осорҙа ҡатын-ҡыҙҙар менән балалар ниндәй генә эштә эшләмәгән. Көлтә бәйләп, иген һуғыу тамамланғас, ҡышын баҫыуға көрәк менән ҡар тоторға йөрөгәндәр. "Сөнки ауылда механизатор берәү генә - Ғатауллин Шәрифулла, шулай булғас, күп эште ҡул менән башҡарҙыҡ", - тип хәтерләгәйне ауылда иҫәп-хисап эшен башҡарыусы Ниғмәтуллина Хизбиямал. Уға ла еңелдән булмай, сөнки һуғыш мәлендә лә һалым йыйырға кәрәк. "Өй һайын йөрөп, мал, ғаилә башына күпме һөт, май тапшырырға кәрәклеген әйтергә инәһең дә, үҙҙәренең ҡаралай сәй эсеп ултырғанын күреп, йөрәк һыҙылып, тағы аптырап ҡалаһың", - тигәйне ул.
Ауыр эштән, аслыҡ-һыуыҡтан да ауырыраҡ нәмә була һуғыш йылдарында. Ул да булһа, яҡындарыңдың үлем хәбәрен алыу, етемдәрҙең күҙенә күтәрелеп ҡарау. Тылда ла үлем күп була. Яңы ғына кейәүгә сығып, ире менән йәшәп тә өлгөрмәгән Хәсәнова Мәхүпьямал, әсәһе Мөхлисә аслыҡтан өҙлөгөп үлеп ҡалғас, үҙенән кесе биш туғанын ҡарарға атай йортона ҡайта. Фәниә, Хәмдиә, Ғәлиә, Нуриман, Солтанәхмәт уның ҡураныс ҡына һынына һыйынып үҫә. Ире яу ҡырында ятып ҡала, әммә Мәхүпьямал апай ғүмере буйына уға тоғролоҡ һаҡлап йәшәй. Әсәлек бәхете кисермәйенсә, туғандарына әсәй булған, һөйөлөп өлгөрмәйенсә, һөйгәненә хыянат итмәгән бөйөк ҡатын-ҡыҙҙар тағы күпме булғандыр!
Балаһы ете айлыҡ ҡына булған саҡта Тутаева Хәлимә "Таналыҡ" колхозында агроном булып эшләй башлай. Атаһының ҡустыһы - һуғышта, ә ҡатыны тылда аслыҡтан үлгәс, Мерәҫтән Ниғәмәткә ҡайтып, уларҙың 4 балаһын алып тәрбиәләй һәм бригадир булып эшләй. Иренең үлеме тураһында хәбәр алғас, ҡайғыһын ошо балаларҙы тәрбиәләү һәм эш менән баҫа.
Яра тәрән, кем үлсәгән,
Йөрәктәге әсе зарҙы?
Әрем тәмле күҙ йәштәрен
Мөмкинме һуң, кем һанаһын, - тип юҡҡа йырламағандарҙыр инде.
Тыл ветерандарын күргән, баҡыйлыҡҡа күскәнен оҙатҡан һайын, күңелемдә уларға ҡарата йөрөткән ихтирамлы уйҙарымды яңыртам. Үҫеп етеп өлгөрмәһәләр ҙә, яҙмыш ҡушыуы буйынса яугирҙар рәтенә баҫҡан тыл һалдаттары бит улар. Асыҡҡандар, ләкин сабыр иткәндәр, илағандар, ләкин күҙ йәштәре аша йылмая алғандар, ауырығандар, ләкин бирешмәҫкә тырышҡандар, әсәләре менән атайҙарын, ағайҙарын көтә белгәндәр. Был яҙмала бөтәһенең дә исем-шәрифтәрен дә күрһәтеп булманы, шулай ҙа уларҙың бөтәһенә лә беҙҙең быуындың оло рәхмәте юлыҡһын, тип теләйем.
Тыл һалдаты, һинең дә исемең һәйкәлдәргә лайыҡ! Һинең күңел һыҡтауҙарың, күңел яраларың, мәхрүмлектәрең бөгөнгө йәштәрҙең йөрәгенә үтеп инһә ине...

Рәйсә ИҪӘНБАЕВА.
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.06.15 | Ҡаралған: 1497

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru