Салауат һүҙе - Мөхәммәт бәйғәмбәргә (с.ғ.с.) доға, тигәнде аңлата. Кем тәү башлап уны исем итеп үҙ балаһына ҡушҡандыр - билдәһеҙ. Бәлки, башҡорт старшинаһы Юлай Аҙналиндыр? Һәр хәлдә, әлеге көндә был исем башҡа бер халыҡта ла осрамай. Салауат - бөгөн халҡыбыҙҙың иң яратҡан исемдәренең береһе.
Һәр бер халыҡтың уның рухын күтәрә торған, уның холҡон, булмышын сағылдырған, уны батырлыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәгән милли геройы була. Ҡайһылыр халыҡта ул хатта әкиәт геройы ла булыуы мөмкин (әкиәт, легенда нигеҙендә ысынбарлыҡ ятыуын онотмайыҡ). Беҙҙең халыҡтың геройҙары күп, ә иң ололары, быуаттар артылышында балҡып торғандары икәү - Урал батыр һәм Салауат батыр. Ни өсөн башҡорт халҡының милли геройы тап Салауат Юлаев һуң? Ни өсөн уны шул тиклем күтәрәләр, быға ул лайыҡмы икән, тигән һорау ҡуйыусылар ҙа булыр.
Ысынлап та, бөгөн республикала йәмәғәтселек һәм хөкүмәт кимәлендә Салауат исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарыла. Батырҙың тыуыуына 250 йыл тулыуға ҡарата быға тиклем Башҡортостанда бер шәхестең дә өлөшөнә төшмәгән онотолғоһоҙ оло тамаша ойошторолдо. Йыл һайын үткәрелә килгән Салауат көндәре, Эстония менән дуҫлыҡ күпере, Өфөләге Салауат проспекты, Салауат тураһындағы тарихи, публицистик һәм художестволы әҫәрҙәр... Тарихсылар, крайҙы өйрәнеүселәр ҙә эҙләнеүҙәрҙе туҡтатмай, һаман да тикшерә, өйрәнә, шуның һөҙөмтәһендә батыр тураһында яңынан-яңы мәғлүмәттәр табыла.... Йылдар, быуаттар үткән һайын Салауат исеме, Салауат образы күтәрелгәндән-күтәрелә һәм ул тағы ла балҡыбыраҡ киткәндәй.
Рәсәй батшалығы уны халыҡ хәтеренән бөтөнләй юйып ташларға ынтылған ынтылыуға. Әбей батша әмере менән уның исемен сабыйҙарға ҡушыу үлем янауы менән тыйылған. Батырҙың исемен эҙәрлекләү быуат ярымдан ашыу дауам иткән. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғына башҡорттар үҙ балаларына батыр исемен ҡуша башлай. Һәм ул һәр ауылда мотлаҡ осраған Мөхәммәт, Нурмөхәммәт, Әхмәт, Самат кеүек мәртәбәле исемдәр менән бер кимәлдә йәнә таралып китә. Әгәр ҙә Злобин һәм Протазановтар булмаһа, Салауат исеме архивтарҙа ғына ҡалыр, ул исемде йөрөтөүселәр ҙә булмаҫ ине, тиеүселәр ҙә табылыр. Эйе, С. Злобиндың "Салауат Юлаев" романы, артабан кинорежиссер Я. Протазановтың шул исемдәге фильмы һуғыш йылдарында совет һалдаттарын батырлыҡҡа рухландырҙы, Тыуған еребеҙҙе, Ватанды Салауаттай яратырға һәм һаҡларға әйҙәне... Салауат исеме ошо әҫәрҙәрҙән башҡа онотолор инеме икән? Юҡ, әлбиттә. Урал батырын, уның тураһындағы бөйөк эпосты нисәмә меңдәрсә йыл йөрәгендә, хәтерендә һаҡлай алған халыҡ быуат ярым - ике быуат эсендә үҙенең Салауатын нисек онотһон? Был мөмкин түгел! Салауат унын йөрәгендә, ҡанында, рухында!
Ә шулай ҙа, ни өсөн тап Салауатты халыҡ үҙенең милли геройы итеп күтәргән? Башҡорт халҡының батырҙары ла, сәсәндәре лә аҙ булмаған. Танылған тарихсы һәм журналист Салауат Хәмиҙуллин үҙенең "Тарихи мөхит" телевизион фильмының Салауат Юлаев тураһындағы серияһында (2013 йыл, 9 декабрь) ошо уҡ һорауҙы ҡуя. Салауат Юлаев Пугачев яуында бөтөн башҡорт ғәскәрҙәренә етәкселек итмәгән, ул тиҫтәләгән ҡаһарман командирҙарҙың береһе генә. Ләкин тик Салауат ҡына халыҡ батырына әүерелә. Фильмда беҙ был һорауға ышандырырлыҡ яуап алабыҙ.
Салауаттың даны батыр һәм сәсән булараҡ ҡына түгел, үҙенең йәшенә хас булмағанса ғәжәйеп аҡылы, Ҡөрьәнде яҡшы белеүе, уҡымышлы, ҙур ғилем эйәһе булыуы менән дә һуғыш яуына тиклем үк бөтөн башҡорт иленә таралған була. 19-сы быуат яҙыусыһы Ф. Нефедов (1838-1902) Салауат тураһында былай тип яҙа: "Ул - ғалим һәм шағир. Ул Ҡөрьән һәм шәриғәтте белә, үҫмер егет алдында аҡһаҡалдар ихтирам менән баш эйә, унын ғилемлегенә муллалар ғына түгел, ахундар хайран ҡала..."
Тарихсы Салауат Таймасов Салауат Юлаевты суфый, тип атай. Уның дини етәксе булыуы ла ихтимал, ти. Салауаттың тәриҡәт юлында булыуын шиғырҙары уҡ һөйләй, ти ғалим.
Әммә Салауат Юлаевтын әлеге көнгә килеп еткән 15-ләгән шиғырының өсөһөндә генә Аллаһы Тәғәлә иҫкә алына.
...Сәскәләр менән һандуғас
Тәңрегә тәсбих әйтәләр.
("Уралым").
...Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып тәсбих әйтеп Аллаға
Изге яуға тағы барам мин.
("Яу").
...Уралҡайым, һайрар ҡошҡайҙарың
Тыңлаһам да, телен белмәйем.
Тәсбих әйтә микән үлгәндәргә,
Тип эсемдән генә уйлайым.
("Ағиҙелкәй аға...")
Ошо ғына юлдар аша ла беҙ Салауаттың ябай шағир түгеллеген күрәбеҙ. Ә инде тәү сығанаҡтарға күҙ һалһаҡ... Билдәле булыуынса, Салауаттың тәүге ете шиғыры беҙгә 19-сы быуатта крайҙы өйрәнеүсе Руф Игнатьев (1818-1886) һәм Филипп Нефедовтың (сәсмә хәлдә) рус матбуғатында баҫылған мәҡәләләре аша килеп етә. Р. Игнатьевтың "Башкир Салават Юлаев, Пугачевский бригадир, певец и импровизатор" тигән әҫәрендә ете шиғыр ҙа тулыһынса бирелгән. Уларҙың бишәүһендә Аллаһы Тәғәлә бер нисә урында иҫкә алына. Мәҫәлән, "Уралым" шиғыры былай башланып китә:
О! Урал мой благодатный,
Про тебя пою
Песнь ту мою -
И твое величье славлю.
На тебя глядя,
Сознаю величье Бога,
Божие дела!
Артабан шул уҡ шиғырҙа:
...Из всех птичек громче славит
Бога соловей.
Его голос чудный, сладкий,
Будто бы азан
На молитву кличет
Верных мусульман.
"Һандуғас" һәм "Тирмәмдә" шиғырҙарында:
Тихой ночью в перелеске
Соловей поет.
Бога ли славит эта песня,
Мира ли красоту...
(Хәҙерге варианта "Аллаһ" һүҙе "күк" һүҙе менән алмаштырылған: "Күктеме, ерҙеме данлай? Кем белә уны").
...Хор пернатых Бога славит
С утра до зари,
Соловей же чудо-птица
Днем поет и в ночь,
Значит больше всех Аллаха
Славит соловей.
Күреүебеҙсә, шиғырҙарҙың бөгөнгө варианттарында был юлдарҙың күбеһе төшөрөп ҡалдырылған (Әлбиттә, был ҡомартҡыларҙы эҙләп табып, тәржемәләп, тәртипкә килтереп, баҫтырып сығарыуға күп көс түккән ихтирамлы ғалимдарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙҙың бында ғәйебе юҡ. Сөнки, берәүгә лә сер түгел, дәһрилек заманы - советтар осоронда Аллаһты маҡтаған был юлдар текстан алып ташланмаһа, шиғырҙарҙы матбуғатта баҫтырыу, китаптарға индереү мөмкин булмаҫ ине.) Ә бит уйлап ҡараһаң, бөтә мәғәнә лә шул юлдарға ҡайтып ҡала кеүек. Мәҫәлән, "Һандуғас" шиғырында: "Башҡа ҡоштар иртәнән кискә тиклем Аллаһты данлай, ә һандуғас көнөн дә, төнөн дә һайрай, тимәк, ул Аллаһты бөтәһенә ҡарағанда ла нығыраҡ маҡтай..." - тиелә. Тап ошо юлдар Салауатты икенсе яҡтан аса. Сөнки төндәрен тороп, Аллаһҡа тәсбих, зекер әйтеүсе Аллаһы Тәғәләне нығыраҡ маҡтай, нығыраҡ ярата түгелме? Һәм үҙе шундай хәлдә булмаған зат был хаҡта ошолай итеп яҙа аламы? Быуаттар буйы ер-һыуҙарыбыҙҙы талаған, халҡыбыҙҙы ҡол итеп, муйыныбыҙға көсләп тәре тағырға тырышҡан, кешеләрҙе тереләй утта яндырған, йөҙҙәрсә ауылдарҙы үртәгән, ата-бабаларыбыҙ менән баш етмәҫлек вәхшилектәр ҡылған яуыз батшалыҡҡа ҡаршы сыға Салауат. Эйе, Салауат батыр һуғышсы ғына түгел, ә үҙ артынан мендәрсә кешеләрҙе изге көрәшкә әйҙәй алырлыҡ көслө шәхес була. Ә был көс уға Аллаһы Тәғәләнән килә.
Пугачев яуы баҫтырылғас, Екатерина II исеменән генерал Потемкин Салауат Юлаевҡа шәхсән хат ебәрә. Бирелһәң, ғәфү итәбеҙ, тәүбәңә кил, тиелә унда. Әммә Салауат тәүбәгә килеүҙән баш тарта. Бүтән старшиналар, командирҙарҙың барыһы ла халыҡтың һәм үҙҙәренең именлеге хаҡына ҡоралдарын һала. Салауат баш һалмай. Ни өсөн? Ни өсөн балалары, яҡындары хаҡына булһа ла, батшабикәгә буйһонмай? "Сөнки Салауат - ғорур! Уның батыр тигән даны бар. Ә батырҙар бирелмәй, батырҙар дошманына (батша булһа ла) баш эймәй!" тип әйтәбеҙ. Ләкин шуныһы - Аллаһ юлындағылар өсөн дан, шөһрәт, тигән төшөнсә юҡ. Яуға киткәндә лә Аллаһ исемен зекер иткән Салауаттың ҡорал һалмауын уның йәшлегенә, ғорурлығына, батыр данына тап төшөргөһө килмәүгә генә ҡайтарыу дөрөҫ түгел. Ошо урында миңә ауылдашым әүлиә Уйылдан мәзиндең яҙмышы иҫкә төшә. 1936 йылда уны ҡулға алалар. Динеңдән баш тарт, ул сағында һине һәм ғаиләңде тыныслыҡта ҡалдырабыҙ, тиҙәр. Береһенән-береһе бәләкәй алты балаһы, ҡатыны мөлдөрәп ҡарап торғанда ла, уларҙы ниндәй әсе яҙмыш көткәнен белһә лә, исем өсөн генә булһа ла (уның йөрәген берәү ҙә асып ҡарай алмай бит) баш тартмай ул диненән. Мин Аллаһ юлындамын, Аллаһ ризалығы өсөн йәшәйем, үлһәм дә, уға хыянат итәсәгем юҡ, ти ул тыныс ҡына. Бер нисә көндән әүлиәне аталар. Йыуаш ҡына кеше булған, тиҙәр уны, ә иманы ҡайһылай көслө булған! Иманын ул бер нәмәгә лә алмаштырмаған! Был донъянан Аллаһ юлында шаһит булып киткән Уйылдан мәзин. Салауат та шаһит булыуҙы артығыраҡ күргән. Аллаһ ризалығы өсөн ерен, динен, халҡы, иле азатлығын яҡлап көрәшкән бит ул. Һәм бының өсөн кемдеңдер алдында тәүбә ҡылыу Аллаһы Тәғәләгә хыянат итеү булыр ине.
Дөрөҫөн әйткәндә, элек мин былар хаҡында уйланғаным юҡ ине. Уйланырға һәм ҡулға ҡәләм алырға былтырғы бер ҡыуаныслы ваҡиға сәбәпсе булды. Былтыр көҙ Башҡортостанға бөтә донъяға билдәле ҙур әүлиә шәйех Солтан Мәхмәт Әдил килде. Ул изге әүлиәләр ятҡан урындарға зыярат ҡылды. Салауат районында батырыбыҙҙың музейында ла булды. Әүлиәнең Салауат батырыбыҙ тураһында һөйләгәндәре барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе, күҙҙәребеҙҙе асты, хәҡиҡәткә яҡынайтты: "...Салауат - Аллаһы Тәғәләнең арыҫланы. Ул - Аллаһ юлында көрәшкән. Һәм әлеге мәлдә ул Аллаһы Тәғәлә янында юғары урында, ҙур дәрәжәлә. Шуға күрә, әгәр халҡығыҙ Аллаһҡа ғибәҙәттәр ҡылып, ҡиәмәт көнөнә тиклем иманын, мосолманлығын һаҡлап ҡала икән, Салауат та Аллаһтың рәхмәтендә булыр, дәрәжәһе үҫер һәм Аллаһы Тәғәлә барыһына ла сауабын бирер. Аллаһтың яратҡан ҡолдарын яратығыҙ. Ул сағында һеҙ улар менән бергә булырһығыҙ. Иң элек беҙ Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙе (с.ғ.с.) яратырға тейешбеҙ, шунан изге әүлиәләрҙе, сәхәбәләрҙе. Әгәр ҙә һеҙ Салауатты ғына яратһағыҙ ҙа, Аллаһы Тәғәлә хозурында яратҡан батырығыҙ менән йәнәш булырһығыҙ. Сөнки Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) хәҙисендә әйтелгәнсә, кеше ҡиәмәт көнөндә яратҡаны янында булыр. Аллаһы Тәғәләгә беҙ Салауат хөрмәтенә доға ҡылырға тейешбеҙ..." - тигәйне оло әүлиә. "Бәйғәмбәрлектән изге хәбәрҙәр кенә ҡалды," тигән Мөхәммәт бәйғәмбәр (с.ғ.с.). Изге хәбәрҙәрҙе беҙгә әүлиәләр еткерә. Әүлиәнең Салауат тураһындағы был изге хәбәре батырыбыҙҙы беҙ әле уйлап та ҡарамаған, белмәгән кимәлгә күтәрҙе, илаһи ҡөҙрәтен асты. Ни өсөн тап Салауатты халҡыбыҙ онотмай, сөнки Аллаһ шулай ҡуша, үҙенең яратҡан ҡолон оноторға бирмәй.
"Салауат" һүҙе - Мөхәммәт бәйғәмбәргә доға, тигәнде аңлата, Бәйғәмбәребеҙҙе (с.ғ.с) ололау доғаһы. Cалауат әйтеү - ҙур сауап. Бер салауат өсөн Аллаһы Тәғәлә беҙгә сауапты ун тапҡыр арттырып бирә. Сөнки Мөхәммәт (с.ғ.с.) - Аллаһтың иң яратҡан ҡоло. "Әгәр миңә бер салауат әйтһәгеҙ, Аллаһ һеҙгә ун салауат әйтер", тигән Бәйғәмбәребеҙ. Мәҫәлән, иң ҡыҫҡа салауаттарҙың береһе: "Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәдин үәс сәлииим" (Раббым, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә һәм уның ҡәүеменә рәхмәтеңде бир). Уйлап ҡараһаң, әгәр Салауат исеме ошондай изге доғаларҙы үҙ эсенә ала икән, тимәк, был исемде әйтеү үҙе генә лә сауаплы. Һәм, Салауат исемдәре күп булып, шул исемде ҡат-ҡат әйтеп торған халыҡҡа күпме сауап, бәрәкәт яуа. Бына ни өсөн Екатерина II-не Салауаттың үҙе генә түгел, хатта исеме лә ҡурҡытҡан һәм был исемде ул ер йөҙөнән бөтөнләй юҡ итергә тырышҡан. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте төшөп торған, бәрәкәтле, иманлы, динле халыҡ батшаға кәрәкмәгән. Сөнки ундай халыҡты ҡол итеп булмай, ул бер Аллаһтың ғына ҡоло.
Салауат исемен ҡайһы башҡорт тәү башлап үҙ балаһына ҡушҡандыр - билдәһеҙ. Бәлки, башҡорт старшинаһы Юлай Аҙналиндыр?..
Әлфиә БАТТАЛОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА