«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАТЫРЫБЫҘ ЭҘҘӘРЕ БУЙЛАП
+  - 

Йылдан-йыл "Салауат эҙҙәре буйлап" туристик маршруты популярлыҡ яулай бара. Башҡортостан Республикаһы Президентының 2010 йылдың 17 декабрендәге бойороғона ярашлы, Салауат районы хакимиәте Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институттары, Башҡортостан Республикаһының Туриндустрия союзы, республиканың Туристик-мәғлүмәт үҙәге менән берлектә туристик маршрут комплексының концепцияһын эшләне. Шунан районда "Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап" туристик маршрутының паспорты әҙерләнде. Ошо эштәр барышында беҙ Аҙналы ауылы эргәһендә - Салауат, Иҙрис һәм Юлай (Йонос) ауылы янында Зөләйха шишмәләрен таҙартып, уларҙың тирә-яғын тәртипкә килтереү, Тәкәй ауылы урынында Таш тирмә төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһаныҡ һәм был эштәрҙе атҡара ла башланыҡ...

Салауат шишмәһе

Салауат шишмәһен төҙөкләндереү һәм Таш тирмә төҙөү Салауат Юлаев музейына нигеҙ һалыусы Тархан Заһиҙуллиндың изге хыялы ине, әммә үҙе иҫән саҡта уны тормошҡа ашырыу мөмкин булманы, шулай ҙа йылдар үткәс ул ысынбарлыҡҡа әүерелде. Эште милли батырыбыҙҙың олатаһы йәшәгән Аҙналы ауылы урыны йәнәшәһендәге Салауат шишмәһенән башланыҡ. Төҙөкләндереү эштәрен боронғоса өмә яһап атҡарҙыҡ, бында райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҙур әүҙемлек күрһәтте. Шишмә тирәһен йылдар буйына йыйылған сүп-сарҙан, лапынан таҙарттыҡ, кәртәләп алдыҡ. "Эҙәрмән" ("Следопыт") программаһын төшөрөүсе төркөм менән шишмә эргәһенә дүрт шыршы ултырттыҡ, эскәмйә ҡуйҙыҡ. 2012 йылда ошо урында Юлай Аҙналин хөрмәтенә ҡорбан салдыҡ, "Шәжәрә байрамы" үткәрҙек, Йәштәр көнөндә флаер-шоу ойошторҙоҡ.

Таш тирмә

Тархан Заһиҙуллин шулай уҡ Аҙналы ауылы урынында аҡ Таш тирмә ҡорорға хыялланды, беҙ уны Тәкәй ауылы урынында, Салауаттың тыуған ерендә төҙөргә булдыҡ. Төҙөлөш алдынан махсус рәүештә Шишмә районына барып, Хөсәйенбәк һәм Турахан кәшәнәләренең нисек төҙөлгәнлеге менән танышып ҡайттым. Үҙебеҙҙә уны мавзолей рәүешендә эшләнек һәм Юлай менән Салауаттың йәне аҙашып йөрөмәһен, үҙ төбәгенә ҡайтһын, тигән ниәттәбеҙ. Таш тирмә әҙер булғас, Салауат һәм уның атаһы Юлай Аҙналиндың һуңғы төйәге булған Эстонияға сәфәр ҡылып, унан ер алып ҡайтып, кәшәнәгә ҡуйырға планлаштырабыҙ.
Ошо эште башлағас, баш ҡалала ойошторолған "Салауаттар" яҡташтар ойошмаһы тәүге ярҙам күрһәтте һәм улар биргән 10 мең һумдан төҙөлөш башланды. "Салауат вариҫтары" ("Потомки Салавата") төбәк йәмғиәте ойошмаһы рәйесе, батыр тоҡомонан булған Виктор Хәкимов ҙур матди һәм рухи ярҙам күрһәтә. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Янғантау" шифаханаһы директоры, шулай уҡ батыр нәҫеле Энгельс Ҡолмөхәмәтов, Ҡатау-Тамаҡ приборҙар эшләү заводының генераль директоры Динар Сәғҙетдинов, Малаяҙ үҙәк дауаханаһының баш табибы Валерий Шапочкин, шәхси эшҡыуарҙар Артур Хатымов, Раян Әминев, Илнур Ғирфанов та ҙур матди ярҙам күрһәтте. Былтыр 16 июндә ШОС һәм БРИКС илдәренең фоторәссамдары - "Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт - 2014" халыҡ-ара акцияһы ҡатнашыусылары Тәкәй ауылында булып, ҡорбан салыуҙа ҡатнашып, Таш тирмәнең стенаһына берәр таш һалды.
Төҙөлөш башлар алдынан ниндәй ташты һайларға тип оҙаҡ баш ваттыҡ, ахырҙа, мәрмәрләнгән бурташта (шоколадный мрамор) туҡталдыҡ. Уны Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Романовка ауылы эргәһендәге карьерҙан алдыҡ. Төҙөлөштө өмә яһап атҡарҙыҡ. Был эштә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, район үҙәгенең учреждение һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Таш тирмәнең эске диаметры - 6, бейеклеге - 2, көмбәҙ формаһындағы ҡыйығының бейеклеге 2 метр. Тирмәнең стеналарын белгестәр күтәрҙе. Эстән өҫкө өлөшөн периметр буйынса Салауат Юлаевтың "Тирмәмдә" тигән шиғыры яҙылған таш менән биҙәргә уйлайбыҙ:

Тирмәм тора көмөш кеүек
Йылға ярында.
Хуш еҫле сәскәләр үҫә
Тирә яғында.
Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем
Ятам тирмәмдә.
Туғандарым, яҡындарым
Минең эргәмдә.
Шул саҡта тирмәм ишеген
Асырға ҡуштым.
Төн буйы тыңланым моңон
Һандуғас ҡоштоң.
Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
Булды бөгөн көн.
Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
Ошо төндө мин.

Зөләйха шишмәһе

Яҡташыбыҙ Марат Вәкиловтың тәҡдиме буйынса, "Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғи ресурстары" тип аталған дәүләт программаһы сиктәрендә Зөләйха шишмәләренең территорияһын төҙөкләндереүгә (Иҙрис һәм Юлай ауылдары) ғариза бирҙек. Былтыр республиканың тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле эсәр һыуға ҡытлыҡ кисергән ауылдар эргәһендәге 10 шишмә исемлегенә Зөләйха шишмәһе лә индерелде.
Зөләйха шишмәһен төҙөкләндереүгә 100 мең һум аҡса бүленде. Иҙрис ауылы халҡы көсө менән шишмә кәртәләнде, тирмә формаһында матур беседка эшләнде. Был эште ойоштороуҙа ауыл старостаһы Марс Баһауетдинов алдан йөрөнө, өмәләр ойошторҙо. Уларҙа ауылдың барлыҡ ир-аты ҡатнашты тиергә мөмкин. Иң беренсе өмәгә БСТ-нан "Эҙәрмән" программаһы төркөмө килеп, сюжет төшөрҙө. Артабан да шишмәнең тирә-яғын төҙөкләндереү, автомобилдәр өсөн туҡталҡалар, ял итеү урындары булдырыу, уларҙы өҫтәлдәр, эскәмйәләр менән йыһазландырыуҙы планлаштырабыҙ. Шишмә тураһында мәғлүмәт һәм Салауат Юлаевтың башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған шиғырынан баннер әҙерләйбеҙ.
Зөләйха шишмәһе "Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап" тип аталған туристик маршрут эсенә инә. Иҙрис ауылындағы Салауат Юлаев мәмерйәһенә барыусы туристар шишмә эргәһендә туҡтап, уның теш ҡамаштырырҙай һыуын эсеп, һыуһынын ҡандырып, юлын артабан дауам итә. Беҙ уларға шундай легенда һөйләйбеҙ: "Салауатты ҡулға алғас, уның һөйөклө ҡатыны Зөләйха килеп илаған ошо урында шишмә бәреп сыҡҡан. Тәүҙә уның һыуы күҙ йәштәре кеүек тоҙло булған. Күп йылдар үткәндән һуң уның тоҙо бөтөп, һыу сөсөгә әйләнгән..." Юл буйында Әлкә дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы, 2014 йылда "Йөҙөк ҡашы Зөләйха" район конкурсында Гран-при яулаған, "Салауат йыйыны"нда ошо уҡ исемдәге республика конкурсында 3-сө урын алған Илүзә Ҡәнипованың фотоһы менән баннер урынлаштырҙыҡ. Зөләйха шишмәһенең "Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап" туристик маршрутының иң матур объекттарының береһе булырына шик юҡ. Быйыл "Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғи ресурстары" дәүләт программаһына ингән Йонос ауылындағы Юлай шишмәһен төҙөкләндереү эшенә тотонасаҡбыҙ.

Зилә САДЫҠОВА,
Салауат Юлаев музейы директоры.
Салауат районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.06.15 | Ҡаралған: 1602

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru