«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НУҒАЙ ХАНЫ ТОРАХАН
+  - 

XVIII - XIX быуат рус ғалимдары үҙҙәренең хеҙмәттәрендә баш ҡалабыҙ Өфө тураһында байтаҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә. Шул ғалимдарҙың береһе - күренекле рус тарихсыһы, географы, иҡтисадсы һәм этнографы Петр Иванович Рычков (1712 - 1777).

П.И. Рычков Башҡортостанға 1734 йылда Ырымбур экспедицияһы составында бухгалтер булараҡ килә. Һуңғараҡ ул Ырымбур губернаһының ҙур чиновниктарының береһе булып китә. Эшенән буш ваҡытта Рычков киң ғилми тикшеренеүҙәр алып бара: уның күп һанлы мәҡәләләре Рәсәйҙең төп фәнни журналдарында донъя күрә. Уңышлы ғилми эшмәкәрлеге өсөн Петр Иванович Рычков 1759 йылда Петербург Фәндәр академияһының беренсе ағза-корреспонденты итеп һайлана, ә 1765 йылда Ирекле иҡтисад йәмғиәтенең (Вольное экономическое общество) ағзаһы булып тора.
Өфө ҡалаһы тураһында П.И. Рычков үҙенең "Ырымбур тарихы" ("История Оренбургская", 1759) һәм "Ырымбур губернаһы топографияһы" ("Топография Оренбургской губернии", 1762) тигән иң билдәле хеҙмәттәрендә яҙып китә. Әгәр автор "Ырымбур тарихы"нда Өфө тураһында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт килтерһә, "Ырымбур губернаһы топографияһы"нда Өфөгә айырым "О городе Уфе и о всей Уфимской провинции" тигән бүлек бағышлай.
Ул бүлектә Рычков былай тип яҙа: "Өфө ҡалаһы батша һәм бөйөк кенәз Иоанн Васильевич ваҡытында һалынған... Ул ҡала Ағиҙел йылғаһы ағышының уң яғында урынлашҡан... Өфө исеменә ҡарағанда, шуны төшөнөп була: был исем яңы ҡушылмаған, ә боронғо атаманы ҡабатлай, был ерҙә элек йәшәгән нуғай хандары ҡалаһының исеме лә шулай (Өфө - А.П.) булған".
П.И. Рычков Нуғай юлының Ҡаратабын улысы башҡорт старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаев менән осраша. Муллаҡаев Рычковҡа Башҡортостан, башҡорттар тарихы тураһында һөйләй. Һәм был мәғлүмәттәрҙе П.И. Рычков "Ырымбур губернаһы топографияһы"на, Өфөгә бағышланған бүлеккә индерә: "Атаҡлы башҡорт старшинаһы... Ҡыҙрас Муллаҡаев шуны белдерҙе: Ҡаҙан ханлығы һәм башҡорттар Рәсәй дәүләтенә буйһонғанға тиклем, нәҡ Өфө ҡалаһы торған урында борон ун саҡрымға һуҙылған ҙур ҡала булған. Ул ҡаланың һуңғы хужаһы нуғай ханы Торахан булған. Торахан ҡалала ҡыш көнө генә йәшәгән, ә йәй көндәрендә Өфөнән 50 саҡырым самаһы алыҫлыҡта - Дим буйында көн иткән... Торахандың ҡул аҫтында нуғайҙар һәм ун ике меңдәр улысы башҡорттары була".
П.И. Рычков Өфөнө уратып алған тәбиғәт, ҡалала йәшәгән халыҡтар, ундағы соборҙар, ҡаланы һаҡлау ҡоролмалары тураһында ла әйтеп үтә. Шулай уҡ был бүлектә Бөрө, Миңзәлә ҡалалары һәм улар тирәһендәге нығытмаларҙы ла тасуирлай. Әйтергә кәрәк, П.И. Рычковтың "Ырымбур тарихы" һәм "Ырымбур губернаһы топографияһы" хеҙмәттәре бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмаған. Шуға күрә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге был китаптарҙы - "Ырымбур топографияһы"н - 1999, "Ырымбур тарихы"н 2000 йылдарҙа - аңлатмалар менән нәшер итте.
Шулай итеп, Петербург Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Петр Иванович Рычковтың ғилми хеҙмәттәре лә Өфө тарихын рус дәүере менән генә сикләмәй, ә унда борондан ошо уҡ исемле Өфө ҡалаһы булған тип иҫбатлай.

Айбулат ПСӘНЧИН,
география фәндәре докторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.07.15 | Ҡаралған: 1618

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru