«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҘЫЛЫ ҠЫМЫҘҘЫ БАЙМАҠҠА БАРЫП ТӘМЛӘ!
+  - 

Ошо көндәрҙә Әлшәй районы үҙәге Раевка ҡасабаһында Ҡымыҙсылар һәм Йылҡысылар республика бәйгеләре уҙҙы. Быйыл ҡымыҙсылар был бәйгегә унынсы тапҡыр йыйылһа, йылҡысылар ярышы икенсе тапҡыр ғына ойошторола. Ойоштороусылары - БР Ауыл хужалығы министрлығы, Әлшәй район хакимиәте. Бағыусылар - төрлө ойошма-предприятиелар. Мәҫәлән, иң төп бүләкте - тоҡом айғырын "Өфө" дәүләт ат һарайы" дәүләт учреждениеһы биргән.

Әлшәй район һабантуйы уҙғарыла торған яланға ҡымыҙсылар - 30, йылҡы көтөүселәре 17 райондан килгәйне. Ҡымыҙ оҫталары үҙҙәре етештергән ҡымыҙҙың сифаты, ҡымыҙ һауытының биҙәлеше, ярлыҡтағы яҙыуҙарҙың дөрөҫ яҙылышы, хеҙмәт ҡоралдары үҙенсәлеге, ҡымыҙсылыҡ өлкәһенә ҡараған һорауҙарға яуап биреп көс һынашһа, йылҡысылар - атты туғарып, кире егеү йылдамлығында ла, үҙҙәре ишкән сыбыртҡыны шартлатыу таҫыллығында ла, хатта көтөүсе муҡсаһында булырға тейешле иң кәрәкле ҡорамалдарҙы, кәрәк-яраҡты дөрөҫ билдәләү буйынса ла ярышты. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һаулыҡҡа шифалы, йәнгә - танһыҡ "аҡ" алтыныбыҙҙы, кем әйтмешләй, республиканың иң шәп оҫталары етештергән ҡымыҙҙы тәмләп ҡарау, ҡымыҙсылар менән яҡындан танышыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманыҡ. Бәйгегә бик етди әҙерләнеп килгән, иң төп бүләккә лайыҡ булған Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылы шәхси эшҡыуары Әҡлимә Булат ҡыҙы Әфләтунова менән ҡымыҙ "йәрминкәһе" барған урында иркенләп һөйләшеп булманы. Апайҙың ҡымыҙын тәмләп ҡарарға теләүселәр балға йыйылған һағыҙаҡ һымаҡ ябырылғайны. Ҡымыҙы тураһында апай үҙе лә бик матур итеп һөйләй, етмәһә. Ул ҡымыҙына, үҙе әйтмешләй, боронғоса итеп, ҡаҙы майы, еләк-емеш һала икән. Ҡаҙылы ҡымыҙҙы эсеп ҡарарға тура килмәне, ә бына еләклеһен тәмләп ҡарағас, уның үҙенсәлекле эсемлек икәненә инанылды. Автобустарға тейәлешеп, Әлшәй районының алдынғы ҡымыҙсыһы - Яңауыл ауылында уңышлы эш алып барған Руслан Ахуновтың ҡымыҙ әҙерләү фермаһын ҡарағандан һуң, Әҡлимә апай менән иркенләп әңгәмә ҡороп алдыҡ.
- Ауылыбыҙҙа бөтәһе 254 йорт иҫәпләнә, - тип һөйләп китте Әҡлимә апай. - Меңдән ашыу кеше йәшәй. Күптәр йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Районыбыҙ йылҡысылыҡ өсөн ҡулайлы урында урынлашҡан: яландарыбыҙ ҙа, ҡылғанлы тау һырттарыбыҙ ҙа, урман-тауҙарыбыҙ ҙа бар. Быйыл бесән дә һәйбәт уңды.
Ҡайһы бер ауырлыҡтар ҙа бар инде, унһыҙ булмай. Мал артынан күҙ яҙлыҡтырмау, тәрбиәләү, йүнен күреү кәрәк. Әҙ генә күҙ яҙлыҡтырһаң, бәләгә тарыуыңды көт тә тор. Беҙ оло юл буйында йәшәйбеҙ. Бына шул беҙгә ныҡ ҡамасаулай. Юлға сыҡҡан малды йә ҙур машиналар һуҡтырып китә, йә йылҡылар үҙҙәре еңел машиналарға бәрелә. Беҙгә лә, водителдәргә лә уңайһыҙлыҡ тыуҙыралар.
Яңыраҡ айғырыбыҙ ҡазаланып ҡуйҙы. Хәҙер колхоз-совхоздар бөтөп, ветврачтар кәмегәс, айғырҙар күбәйҙе. Һөҙөмтәлә, улар үҙ-ара һуғыша. Шундай бер айғыр беҙҙең айғыр менән тибешеп, беҙҙекенең бауырын йырта типкән. Айғырҙар ҙа кеше һымаҡ - үҙ ғаиләләрен һаҡлайҙар. Өс көн генә була - айғырыбыҙҙы һуйып алдыҡ.
Тағы бер бәлә: ҡараҡтар һөжүм итә, йыл һайын бер-ике тай юғалып тора. Тотолғандары юҡ әле.
Халыҡ беҙҙең ҡымыҙҙы ярата. Йәйгеһен ҡымыҙ һатыуҙан ярайһы ғына килем дә алабыҙ. Үҙемсә һанап ҡарағаным да бар - айына 25-30 мең һум тирәһе йыйыла. Шуныһына ла ризабыҙ. Минең үҙемдең төп эшем дә бар бит. Төп эшем булмаһа, ҡыйынға ла тура килер ине. Мин хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы булып, мәктәптә эшләнем. 2012 йылда ҡыҫҡартыуға эләккәйнем, магазин асып ебәрҙем. Ә йылҡысылыҡты миҙгел эше тип кенә ҡарайым. Ирем Тәлғәт Нурислам улы ла ат йәнле кеше. "Ҡара эште" ул башҡара инде, аттарҙы тәрбиәләй, ашата, бейәләрҙе һауынға алып килә.
Ҡымыҙ конкурстарынан ҡалғаныбыҙ юҡ. 2012 йылда Бөрйәндә үткән ҡымыҙсылар конкурсында 2-се урын алғайныҡ. Был юлы еңеүсе булдыҡ. Айғыр бүләк итеүҙәре күктән көткән бәхет һымаҡ булды. Конкурс шарты буйынса, XI республика Ҡымыҙсылар һәм Йылҡысылар конкурсы икенсе йыл беҙҙә, ҡунаҡсыл Баймаҡ ерендә уҙасаҡ. Әйткәндәй, районыбыҙ хакимиәтенә оло рәхмәт - беҙҙең юл сығымдарыбыҙҙы улар ҡапланы.
Шулай итеп, йылҡы көтөүселәре араһында урындар түбәндәгесә билдәләнде: Федоровка районынан Салауат Насировҡа - 4-се, Әбйәлил районынан Раян Ҡәҙеровҡа - 3-сө, Стәрлетамаҡ районынан Айҙар Ғәббәсовҡа - 2-се, Әлшәй районынан Наил Ғәлиәкбәровҡа 1-се урын бирелде. Ҡымыҙсылар конкурсында Стәрлебаштан Альберт Ибраһимов - өсөнсө, Әлшәй ҡымыҙсыһы Рәфис Әминев - икенсе урын яуланы. Беренсе урын яулаусы менән таныштырҙыҡ инде - ул Баймаҡтан Әҡлимә Әфләтунова булды.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.07.15 | Ҡаралған: 1363

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru