«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САРАҺЫҘЛЫҠ ЙӨРӨТӘМЕ СИТТӘ?
+  - 

Бөгөн ир-егеттәребеҙҙең ғаиләһен ҡарау, йорт һалыу, балаларын уҡытыу өсөн ер аяғы ер башына аҡса эшләргә сығып китеүенә өйрәнеп тә бөткәнбеҙ. Был хәлгә ҡарата ике төрлө ҡараш йәшәй. Берәүҙәр, булмағанды көтөп, ҡул ҡаушырып эшһеҙ өйҙә ятҡансы, ситтә бәхетеңде эҙләп ҡарау яҡшыраҡ тиһә, икенселәре иһә үҙ еренә берегеп, хужа булып йәшәй алмай, ситкә китергә мәжбүр булыусыларға йәлләп тә, борсолоп та ҡарай. Ә бит ирҙәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында ла эш эҙләп сит илгә сығып китеүселәр ишәйә бара. Кешене эсер һыуы, ейәр ризығы йөрөтә, тиһәләр ҙә, яҙған ризығыңдың ситкә сәселмәүе барыбер ҙә яҡшыраҡтыр ул.
Тормош мәшәҡәттәрен йырып сығыу өсөн ғаиләһен ҡалдырып, дүрт ай Себер тарафтарында эшләп ҡайтҡан Сәйфулла Ғайсин менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.


- Яҙмыш ҡушыуы шулай булдымы икән, уйламағанда ғына алыҫ Себер, тундра яҡтарында 4 ай эшләп ҡайтырға тура килде, - тип башлап китте С. Ғайсин. - Әлбиттә, сит-ят ерҙә эшләү теләге шулай ҙур булғанлыҡтан түгел, ә донъя мәшәҡәте мәжбүр иткәнлектән оҙон юлға сығырға ниәт иттем. Интернет аша эш табып, уның шарттары менән танышып сығыу бер ҙә ҡыйын булманы. Үҙемә яраҡлыһын тапҡас, электрон почта аша генераль директор менән бәйләнешкә инеп, документтарымдың күсермәһен ебәрҙем. Бер-ике көн үтеүгә мине эшкә алыуҙары тураһында хәбәр килде. Инде иллене үтһәм дә, ыңғай хәбәрҙән ҡанатланып, йәш саҡтағылай дәртләнеп, ҙур сумкалар күтәреп, Ямал яҡтарына сығып киттем. Шулай итеп, Яңы йыл байрамы алдынан ғына Силәбе-Уренгой поезы менән килеп, Пурпе ҡасабаһына аяҡ баҫтым. Сит-ят ерҙәрҙең елдәре лә әсе, ҡары ла һыуығыраҡ, йәнде өшөткәндәй тойолдо. Эш урынының ҡайһы ерҙә икәнен алдан уҡ белешеп ҡуйғас, такси менән тапҡыр шунда юл тоттом. Шул көндә үк эшкә урынлаштым.
Эшкә тотонорҙан алда, һуңынан эш хаҡынан тотоп алып ҡалыу шарты менән, баштан-аяҡ кейендерҙеләр, түшәк кәрәк-яраҡтары бирҙеләр. Был яҡтан барыһы ла көйлө барҙы, зарланырлыҡ булманы. Көнөнә 3 тапҡыр ашатыу, аҙнаһына ике тапҡыр мунса инеү ҡаралғайны. 4 кеше бер вагонда йәшәйбеҙ. Вагон эсе йылы, кухняһы, йоҡо бүлмәһе, телевизоры бар.
Шулай итеп, элек төшкә лә инмәгән сит ерҙә электромонтер булып эш башланым. Әлбиттә, башта еңелдән булманы. Һалҡын Себерҙең үҙәккә үткән еле аҫтында бейек мачтаға менеп, яҡтыртҡыстар ҡуйырға, электр сымдары һуҙырға кәрәк. Ғаиләне ҡалдырып, ер аяғы ер башына, аҡса эшләйем, тип сығып киткәс, бәлә һалып ултырып булмай. Шәхси фирма булғанлыҡтан, һәр аҙымыңды ҡарап, минут-секундыңды тикшереп кенә торалар. Ауыҙыңды асып, йоҡлап йөрөһәң, юҡ бәлә тағып, штраф һалырға ғына торалар. Эшселәр араһында Башҡортостандан тыш, Ҡаҙағстандан, Ырымбур, Силәбе өлкәһенән, Кубань, Ставрополдән килеүселәр күп. Бер яҡтан, сит ерҙә үҙебеҙҙең яҡташтарҙың күплеге ҡыуандырһа, икенсе яҡтан, уларҙың тыуған төйәген, яҡындарын ҡалдырып, үҙ теләктәренән тыш ошондай шарттарҙа эшләп йөрөүе күңелһеҙ уйҙар тыуҙырҙы. Күбеһе 40-ты уҙған, 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр йыйылған. Кемдер тракторсы, береһе шофер йә иретеп йәбештереүсе булып, балаларын уҡытыу, ғаиләһен ҡарау, икенсеһе кредитын түләү өсөн аҡса эшләргә тырыша.
Бер ай эшләп, минең ниндәйерәк хеҙмәткәр булыуымды күҙәткәс, икенсе урынға - нефть-газ ятҡылығына ебәрҙеләр. Тәүҙә бетон, шунан ҡарҙы тапап, волокуша менән нығытылған юлдан 200-ҙән ашыу саҡрым ер үттек. Йәй көндәре был араны вертолет менән генә үтәләр. Аҙыҡ-түлекте лә аҙнаһына бер тапҡыр вертолет килтерә. Бында телевизор күрһәтмәй, радио һөйләмәй, кеҫә телефонының да МТС бәйләнеше генә тота. Ҡалған өс айҙы ошонда эшләп, килешеү ваҡытын тултырҙым. Эргәгә ҡаргиҙәрҙәрҙә болан тиреһенән тегелгән тундарын кейеп, урындағы халыҡ килеп китә. Улар эшселәр эргәһендә йылынып, беҙҙең менән аралашырға ярата. Ҡайһы берҙә болан ите һатып алырға ла тәҡдим итәләр.
Ғәҙәттә, ситтә эшләгәндәрҙең күбеһе эш хаҡының ваҡытында түләнмәүенә, эш биреүселәрҙең намыҫһыҙлығына зарлана. Мин эшләгән ерҙә был йәһәттән күңелһеҙлектәр булманы. Алдан килешелгәнсә, һәр кем үҙенә тәғәйен эш хаҡын алды. Ашнаҡсылар, төрлө эштә эшләгәндәр айына яҡынса 35-әр мең, тракторсы, шоферҙар - 50-60 мең, экскаваторҙа эшләүселәр 70-шәр мең һум аҡса ала. Әммә талаптар бик ҡаты. Базала эсеп тотолаһың икән - 35 мең һум, нефть-газ ятҡылығында тотолһаң - 200 мең штраф түләргә тура килә. Үкенескә күрә, эсергә яратҡандар бында ла етерлек. Шәхсән үҙем белгәндәр араһынан ғына бер нисә тапҡыр 35 мең штраф түләгәндәр булды. Улар, ғәҙәттә, аҡсаһыҙ ҡайтыуының сәбәбен эш биреүселәрҙең намыҫһыҙлығына, түләмәүенә япһара. Аҡса эшләйем, тип, яҡындарын ышандырып, Себер сығып киткәндәрҙең эсеп, эш хаҡынан ҡалыуы ҡыҙғаныс. 3-4 ай ваҡытын ошонда уҙғарып, эшләгән генә аҡсаһын эскегә, штраф түләүгә тығып, ҡайтыр юлға аҡса таба алмағандар ҙа бар. Ундайҙарға, киреһенсә, өйҙән аҡса ебәреп, ҡайтарып алалар.
Мин эшләгән ерҙә башҡорттарҙы бик хөрмәт итәләр. Уларҙы икенсе срокка ла теләп саҡырып торалар. Етәкселәрҙең: "Башҡорт егеттәре эшкә бигерәк талымһыҙ", - тип маҡтап тороуын үҙемә бер нисә тапҡыр ишетергә тура килде. Ысынлап та, беҙҙең егеттәрҙең яуаплы булыуы ғорурлыҡ уята. Беҙҙең егеттәр эш айырып тормай, тәүлектең ниндәй генә ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, һәр эште бынамын итеп башҡарып ҡуя. Мәҫәлән, минең менән эшләгән экскаваторсы Әбйәлил районы Аһылай ауылы егете Яныбай Сәғитов, шоферҙар - Учалы районы Ҡалуй ауылы егеттәре Әхмәт Вәлиев, ағалы-ҡустылы Вәзир менән Вәлит Килмөхәмәтовтар тырышлығы менән етәкселәрҙән бары тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетә. Ҙур техника менән Себерҙе арҡырыға ла, буйға ла йөрөп сыҡҡан был егеттәр бер эштә лә һынатмай. Беҙҙең бригадала 43 кеше эшләне. Төрлө ерҙән килгән 9 милләт вәкиле бергә йыйылыуға ҡарамаҫтан, үҙ-ара уртаҡ тел табып, милләт айырмай, бик дуҫ, татыу йәшәнек. Тик ситтә эшләүҙе күпме генә маҡтаһаң да, үҙ ереңдә күкрәк киреп эшләүгә етмәй. Ситкә китеүселәрҙең 90 процентын тиерлек нужа йөрөтә. Кемеһелер уңып, икенсе береһе туңып ҡайта. Ирекһеҙҙән, тормош матурайып, ир-егеттәребеҙ үҙ һауаһын һулап, үҙ еренә аяҡ баҫып эшләһен, балалар үҫтерһен, ғаиләһен ҡараһын, үҙҙәренең көс-ғәйрәтен, уңғанлығын тыуған ерендә күрһәтһен ине, тигән теләк тыуа.

Шулай итеп...
Ситтә аҡса эшләүгә ҡарата бына ошолайыраҡ итеп фекерен белдерҙе Сәйфулла ағай. Уның һөйләгәндәренән сығып фекер йөрөткәндә лә берәүгә лә бер ҡайҙа ла майлы ҡалъя әҙерләп ҡуймауҙарына инанаһың. Үҙеңә тейешлеһен алыу өсөн дә бар көсөңдө, кәреңде һалып, ете ҡат тиреңде сығарырға тура килә. Бары тик алдыңа ҡуйғаныңдан тайпылмай, рухыңды төшөрмәй эшләгәндә генә ниәтеңә өлгәшергә була. Йырҙа йырланғанса, ситтә үҫкән әфлисун менән бананға иҫебеҙ китмәй, үҙ еребеҙҙә эшләп, хеҙмәтебеҙҙең файҙаһын күреп йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит...

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Белорет ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.07.15 | Ҡаралған: 1344

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru