«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕҮ ӨСӨН ТЫУҒАНДЫР...
+  - 

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында урынлашҡан "Сулпылар" балалар баҡсаһы - бала саҡтың бәхетле утрауы. Унда кескәйҙәр тәрбиәселәрҙең йөрәк йылыһын тойоп, улар ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙҙе йотоп, матурлыҡты, изгелекте танырға, тыуған ерҙе яратырға өйрәнеп үҫә. Тәү тапҡыр илап, көйһөҙләнеп тупһа аша үтеүселәр ваҡыт үтеү менән ҡыйыу, тәүәккәл балаға әйләнеп, мәктәпкә китә.

Был мәҡәләлә һүҙебеҙ шундай бәләкәстәребеҙҙең береһе, тәбиғәттән һәләтле тәрбиәләнеүсе Розалия Аҫылғужина тураһында булыр. Әлегә биш йәшлек кенә булыуына ҡарамаҫтан, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, тағы ла юғарыраҡ маҡсаттарға ынтылып йәшәгән ҡыҙыҡай - беҙҙең балалар баҡсаһының бәләкәй генә "йондоҙо" ул. Был ҡыҙҙың матур сифаттарын һанап бөтөрлөк түгел. Баҡсабыҙҙа һәм ауылыбыҙҙа үткәрелгән барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашып ҡына ҡалмай, ул район, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ла үҙен һынап ҡарай һәм призлы урындар яулай. Мәҫәлән, үтеп киткән уҡыу йылында ғына ул бихисап конкурстарҙа ҡатнашты: район үҙәгендә үткәрелгән, балаларҙың ижади һәләттәрен асыусы һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе "Бәхетле баласаҡ" тип аталған район һүрәт төшөрөү конкурсында Гран-при яуланы. Районда быйыл тәү тапҡыр мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр ярышы үткәрелде. Розалия был саранан да ситтә тороп ҡалманы. Кескәй генә ҡыҙыбыҙҙың эпосты көйләп, илһамланып, тасуири итеп ятлауы барыһын да таң ҡалдырҙы һәм беренсе урын алыуға булышлыҡ итте. Баймаҡ ҡалаһының йәш натуралистар станцияһы тарафынан үткәрелгән "Эх, был һоҡландырғыс әкиәттәр!" конкурсында ла һынатманы уңған ҡыҙыбыҙ - тоҙло ҡамырҙан "Шалҡан" әкиәте геройҙарын әүәләп, еңеүсе тип табылды.
Район кимәлендә Розалия үҙен һәйбәт һүрәт төшөрөүсе, тел һәм ҡул оҫтаһы итеп танытһа, әлеге ваҡытта ул республикабыҙҙың "Сулпылар" йыр-моң конкурсы финалисы. Конкурсҡа ныҡлы, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс итеп әҙерләнеүе һайлап алыу, беренсе һәм икенсе турҙарҙы уңышлы үтеүгә алып килде. Үҙен сәхнәлә ышаныслы тотоуы, үҙенсәлекле тауышы, сағыу һәм тематикаһына тура килгән кейемдәр кейеүе менән жюри ағзаларын хайран ҡалдырҙы. Һәләтле ҡыҙыбыҙ был юлы ла һынатмаҫ тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Ҡыҙ баланы тәрбиәләү - атайҙан да, әсәйҙән дә йөрәк көсө, иғтибар, яуаплылыҡ талап иткән ҡатмарлы бурыс. Шуға күрә Розалияның уңыштарында ата-әсәһе Гөлназ Фазулла ҡыҙы һәм Илдар Урал улы Аҫылғужиндарҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ныҡлы, аҡыллы, яратҡан ата-әсә тәрбиәһендә үҫкән ҡыҙ Хоҙайҙың иң оло ҡөҙрәтенә эйә булалыр. Артабан да уңыштары менән ата-әсәһен һөйөндөрөргә яҙһын!

Фәниә ХӨСӘЙЕНОВА.
Баймаҡ районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.08.15 | Ҡаралған: 1469

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru