«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨХӘМӘТХАН ҠУЛАЕВ
+  - 

Ҡайһы бер кешеләргә Хоҙай оло, йөкмәткеле, тынғыһыҙ тормош насип итә, хатта улар иңенә киләсәк быуындарҙың яҙмышын хәл иткән ваҡиғалар өсөн яуаплылыҡ йөкмәтә. Айырым берәүҙәр төплө белем алып, ауырлыҡтарҙа сынығып, бындай тормош юлын үҙҙәре һайлай һәм бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай, үҙ халҡына хеҙмәт итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шундай шәхестәребеҙҙең береһе Мөхәмәтхан Ҡулаев тураһында булыр һүҙебеҙ.

Мөхәмәтхан Сәхипкирәй улы Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Йәнсура ауылында донъяға килә. Был ауыл бөгөн Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районына ҡарай. Мөхәмәтхандың бала сағы ошонда үтә. Ике йыл мәҙрәсәлә белем алғандан һуң, яңы асылған рус-башҡорт мәктәбенә күсә. Унда ла ике йыл уҡый, шунан Ырымбур гимназияһына уҡырға китә. Ата-әсәһе ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, яңынан беренсе класта уҡый башлай. Гимназияла 1896 йылға тиклем, ун йыл белем ала. Мөхәмәтхан артабан юғары белем алыу теләге менән яна. Әсәһе Йәнифә улының ауыл мөғәллиме йәки мулла булыуын, атаһы Сәхипкирәй иһә уның яҡшы идара эшенә урынлашыуын теләй. Ә Мөхәмәтхан Ҡаҙан университетының медицина факультетына юллана. Ошо ваҡытта ул христиан динен ҡабул итә.
Уның икенсе динде ҡабул итеүе хаҡында ике фекер бар. Имеш, Ҡаҙан медицина университетында христиан динлеләрҙе ҡабул итеүгә өҫтөнлөк бирелгән. Икенсе фекер, быныһы хәҡиҡәткә яҡыныраҡ, фатирға бер попҡа төшә һәм уның ҡыҙына ғашиҡ була. Ҡыҙы ла Мөхәмәтханды ярата. Ә поп Мөхәмәтханға, бергә булғығыҙ килһә, христиан динен ҡабул итәһең, тигән шарт ҡуя. Башҡорт егете мөхәббәте хаҡына динен алыштыра, рус ҡыҙы Нинаға өйләнә.
Ҡулаев динен алмаштырһа ла, булмышына тоғро ҡала. Уның ғүмер эшмәкәрлеге быны раҫлай. Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең "Хәтирәләр"ендә бына нимә тип яҙа: "Беҙ уға ысын исеме менән "Мөхәмәтхан ағай" тип өндәшә торғайныҡ, үҙе лә шуны теләне. Әммә рәсми исеме менән Мстислав Ҡулаев тип имза ҡуя ине. Ҡаҙан университетында медицинаға уҡыған бик яҡшы доктор… Намыҫлы бер зат. Мосолман булмаһа ла, башҡортлоғона һәм төркилегенә тоғро ҡалды".
Мөхәмәтхан Ҡулаев Ҡаҙан университетында юғары медицина белеме алып ҡына ҡалмай. Ҡаҙан төркиәтселәр мәктәбе вәкилдәренең хеҙмәттәре һәм уларҙың үҙҙәре менән дә таныша. Шуларҙың береһе билдәле медицина профессоры Александр Казембек Ҡулаевҡа айырыуса ҙур ярҙам күрһәтә. "Медицина факультетын тамамлағас, башҡорт стипендияһының хаҡын сығарыу теләге менән Ырымбур губернаторынан миңә Ырымбур йәки Өфө губернаһында эш биреүен һораным. Губернатор миңә был губерналарҙа эшләргә рөхсәт итмәне", - тип яҙа Мөхәмәтхан Ҡулаев. Башҡортостанға ҡайта алмағас, ул Ҡаҙан губернаһының Бәләкәй Ялсыҡай ауылына барып эш башлай. Бер йылдан Ҡаҙанға кире барып, Александровск дауаханаһына штаттан тыш ординатор булып эшкә төшә.
Шулай итеп, табиб Мстислав Ҡулаевҡа тыуған еренән ситтә хеҙмәт итергә тура килә. 1913 йылда Варшавала эшләй, Беренсе донъя һуғышы башланғас, көньяҡ-көнбайыш фронттың 275-се госпиталенең баш табибы була. Башҡортостанда, миләттәштәре эргәһендә йәшәмәһә лә, һәр ваҡыт тыуған ере менән ҡыҙыҡһына, унда ҡайта алмауына көйөнә. 1917 йылда көтмәгәндә тарихи ваҡиғаларға ҡушылып китә һәм мөһим сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша.
Мөхәмәтхан Ҡулаев автономиялы республика иғлан ителеүе тураһында ишеткәс тә, 1917 йылдың аҙағында милләттәштәренә былай тип телеграмма һуға: "Ырымбур. Башҡорт өлкә советы рәйесе Манатовҡа. Башҡортостан улдарына ҡушылам һәм миләттәштәремә үҙ халҡын уңышлы берләштереүен теләйем. Мстислав Ҡулаев. Дарница. 275-се госпиталдең баш табибы". Был хәбәрҙе алғас, ул ваҡытта үҙ янына рухлы, үҙ халҡына тоғро кешеләрҙе туплаған Әхмәтзәки Вәлиди тиҙ генә яуап хаты яҙып ебәрергә ҡуша. Оҙаҡламай Ҡулаевҡа телеграмма килә: "Һеҙҙе кисекмәҫтән Ырымбурға Башҡортостан Хөкүмәте эшендә ҡатнашырға саҡырам. Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе Бикбаув". Ҡулаев 1918 йылда госпиталдән отпускыға сыға һәм Ҡаҙанға ҡайта. Артабан тыуған яғына юллана. Мөхәмәтхан Сәхипкирәй улы башкөллө Башҡорт хөкүмәте эшенә сума. Әхмәзәки Вәлиди етәкләгән Башҡорт революцион-хәрби советының ни тиклем хәүефле шарттарҙа эшләүен аңлай. Табиб ҡына булып ҡалмай ул, башҡорт ғәскәре өсөн санитар төркөмдәр ҙә әҙерләү менән шөғөлләнә. Башҡорт хөкүмәте Баймаҡта, Темәстә, Стәрлетамаҡта эшләгән ваҡытта Ҡулаев Ырымбурҙа ҡала. 1919 йылдың 26 мартынан ул Башҡорт хөкүмәтенең рәйесе итеп һайлана. Был турала ул үҙе бына нимә тип яҙып ҡалдырған: "Мин башҡорт хөкүмәте рәйесе булып киттем. Ҡыш көнө, декабрь айында хөкүмәт большевиктар менән һөйләшеүҙәр үткәрергә ҡарар итте. Дөйөм ҡарарҙан һуң мин большевиктар яғына сығыуҙы хупланым. Бының өсөн Өфөгә, унан Сембер ҡалаһына юлландым, артабан Мәскәүгә барып, башҡорт ғәскәренең большевиктар яғына сығыуын һәм башҡорт хөкүмәтен үҙгәртеү процедураһын тамамланым".

Зилә НИҒМӘТУЛЛИНА. (Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.08.15 | Ҡаралған: 1566

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru