«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИШЕҢ ЭРГӘҢДӘ ЙӨРӨЙ ТҮГЕЛМЕ? ЙӘКИ ИНТЕРНЕТ АША КЕЙӘҮ ЭҘЛӘГӘНДӘРГӘ БЕР КӘҢӘШ
+  - 

Бөгөн "интернет аша таныштыҡ" тигән һүҙҙәр берәүҙе лә аптыратмайҙыр. Танышып, табышып, бәхетле йәшәп киткән йәки осрашып йөрөгәндәр аҙ түгел. Заманы шулай булғас, виртуаль аралашыуҙар ғәҙәти хәлгә әүерелгәс, кемдәрҙелер шундай ысулдар ҡәнәғәтләндергәс, тибеҙ инде…

Бигерәк тә ниндәйҙер айырым тәртиптәргә ҡоролған тормош алып барыусылар өсөн ҡулайлы ул компьютер. Мәҫәлән, дини кешеләрҙе алайыҡ. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең төркөмдәрен булдырып, кейем-һалым, аш-һыу, бала-саға кеүек көнитмеш мәсьәләре хаҡында һөйләшә. Шунда уҡ мосолмандар араһындағы танышыу сайттары ла бар. Һүҙем ана шул сайттар хаҡында. Әлбиттә, улар күптәрҙе бәхетле иткәндер, шунда танышып, оҡшатышып, матур ғаилә ҡороп ебәргәндәрҙе үҙем дә беләм. Ә шул уҡ ваҡытта ошо уҡ сайттар ярҙамында танышып, бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан ҡыҙҙар тарихы ла билдәле.
Туғандарым, дуҫтарым араһында мосолмандар күп булғас, миңә йыш ҡына улар үткәргән сараларҙа, байрам аштарында ҡатнашырға тура килә. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына йыйылған урындарҙа, ғәҙәттә, өйләнешеү йәшенә еткән ул-ҡыҙҙары, ҡусты-һеңлеләре хаҡында һүҙ сыға. Һәр кемдең яҡындарын яҡшы ергә урынлаштырғыһы, һәйбәт иш табып биргеһе килә. Шундай бер кисәлә педагогия колледжын тамамлап йөрөгән бер бик һылыу ҡыҙға бер нисә әсәй кеше күҙ һалды. Был ҡыҙ әхирәтемдең балаларын ҡарашырға килеп йөрөй торғайны һәм был әхирәтемә: "Әйҙә, ошо ҡыҙҙы минең улым (ҡустым, ҡәйнешем) менән таныштырайыҡ әле", - тип өндәшеүселәр аҙ булманы. Ҡыҙ, ысынлап та, күркәм дә, аҡыллы ла, матур ҙа, мосолман ҡағиҙәләре менән йәшәй. Үҙем дә йыш ҡына уға ҡарап һоҡлана инем.
Һуңынан әхирәтем һөйләүенсә, Гөлсирәнең (әйҙә, уны шулай атайыҡ) артынан йөрөүсе мосолман егеттәре байтаҡ булған, әммә береһе лә күңелен яулай алмаған. Көндәрҙең береһендә ул интернет аша Питер ҡалаһының бер мосолманы менән танышҡан. Ислам динен ҡабул иткән урыҫ егете Гөлсирә менән матур итеп аралашып, һүҙ һайын шиғырҙар һөйләп, уның иғтибарын яулай. Ҡыҙҙың өйөнә курьер аша сәскәләр ташыта. Бындай романтик мөнәсәбәт кемдең йөрәгенә үтмәһен инде! Оҙаҡламай сәскәләре артынан егет үҙе лә килеп төшә. Ҡыҙ уны ата-әсәһе менән таныштыра. Йәштәр араһында тағы ла бер-нисә айлыҡ хис-тойғоло интернет аралашыуҙар дауам итә һәм был аралашыу өйләнешеүгә алып килә. Балалар йортонда тәрбиәләнеп үҫкән егет ҡыҙҙың ата-әсәһе йәшәгән ауылда никах уҡытып, кәләшен Питерға алып ҡайтып китә. Һуңынан әхирәтем менән "Бәйләнештә" селтәрендә яҙышыуҙарынан билдәле булыуынса, йәш ғаиләлә бала тыуа ла, улар ҡайҙалыр күсеп китәләр һәм аралар өҙөлә. Тағы ла бер йыл самаһынан әхирәтемә шул уҡ "Бәйләнештә" сайтына ят исем аҫтында Гөлсирә мөрәжәғәт итә һәм унан ярҙам һорай. Улар ғаиләһе менән Төркиәгә йәшәргә күскән булғандар икән. Бер аҙҙан ире Гөлсирәне һәм балаһын таныштарында ҡалдырып, үҙе Сирияға һуғышҡа киткән. Күп тә үтмәй, таныштары уның үлеп ҡалыуы тураһында хәбәр еткергән. Гөлсирә иренең кем булыуын да, ниндәй тормош алып барыуын да белмәй булып сыҡҡан. Ул иренең һуғышҡа китеү-китмәүен дә, ысынлап та үлеме-тереме икәнен дә берәүҙән дә һораша алмай. Таныштары уны, балаһын ҡалдырып, ире өсөн үс алырға китергә өндәй, хатта бурысы тип ҡарай икән. Улар ҡатынды "Рәсәйгә ҡайтырға ярамай, унда һиңә ирең өсөн яуап бирергә тура киләсәк", тип ҡурҡыта. Гөлсирә әхирәтемдән ире хаҡында берәй мәғлүмәт табып биреүҙе һорай. Ошо аралашыуҙан һуң Гөлсирә юғала. Ул хәлгә ике йыл ваҡыт үтеп китте…
Икенсе бер тарихта бала менән тороп ҡалған мосолман ҡатыны интернеттан Төркиәлә йәшәүсе мосолман ире менән таныша һәм оҙаҡ ҡына аралашҡас, барыһын да үлсәп-самалап, уның саҡырыуын ҡабул итә. Төркиәлә йәшәй башлағас, туғандарына төрлө бәхетле фотолар ебәрә. Ләкин оҙаҡламай ағаһына шылтыратып, килеп алыуын үтенә. "Улар тотҡан дин бөтөнләй аңлайышһыҙ, үҙаллы ҡайта алмайым", - ти ул. Туғандары илселек аша уның менән бәйләнешкә инергә маташып ҡарай, тик файҙаһыҙ - һеңлеләренең эҙен юғалталар…
Быларҙы ни өсөн яҙаммы? Яңы ғына дингә баҫып, үҙҙәренә уңышлы иш эҙләгән мосолман ҡатын-ҡыҙҙарын бер аҙ һағайтыу өсөн. Сөнки улар йыш ҡына дини секталарҙың, ислам дине артына йәшеренеп, ҡара эштәр башҡарған төркөм вәкилдәренең ҡорбаны була. Ҡыҙҙарҙың күптәре ысын динде башҡа йоғонтоло тармаҡтарҙан айыра алмай. Үҙҙәре исламға таҙа, пак күңел менән баҫҡас, башҡалар ҙа шулай икән тип уйлай. Ә яуыздар кәләш күҙләгән, ҡатын эҙләгән булып, тап шундайҙарҙы ҡармаҡлай ҙа инде.
Әйтергә теләгәнем шул: хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, интернет аша танышыуҙарҙа һаҡ булығыҙ. Һеҙҙе тейешенсә баһалар егеттәр мотлаҡ ҡайҙалыр диңгеҙ аръяғында тимәгән, улар һеҙ йөрөгән мәсет юлында ла, дуҫтарығыҙ, таныштарығыҙ араһында ла осрарға мөмкин. Ишегеҙҙе интернет аша тапҡанда инде, һайлаған кешегеҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙары, уй-хыялдары, хатта туғандарын, эш урынын тикшереп ҡарау ҙа артыҡ булмаҫ. Ҡыҫҡаһы, бәхетһеҙлеккә осрағандарҙың хатаһы башҡаларға ғибрәтле миҫал булһын ине. "Һаҡланғанды һаҡлармын" тигән бит Аллаһ та.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.09.15 | Ҡаралған: 1374

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru