«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГӘЗИТ ҺҮҘЕ ТӘРБИӘЛӘҺЕН
+  - 

Бөгөнгө заманда кеше китап уҡыймы, тигәндәргә йәлләп ҡарайым мин. Йәнәһе, мәғлүмәт быуатында йәшәйҙәр, шуға ла яңылыҡтарҙы тиҙерәк тапшырыу мөмкинлегенә эйә булған интернеттан ғына уҡыйҙар. Белгең килһә, уҡыу мәғлүмәт кенә бирмәй, ул хәтерҙе үҫтерә һәм, иң мөһиме, һине тәрбиәләй. Шуға ла бик китап уҡырға ваҡытың булмаһа, гәзит уҡы, тигән кәңәш бирә йөрөйөм эргә-тирәләгеләргә. Бар матбуғат баҫмаларын уҡырға өлгөрмәйһең икән, "Киске Өфө"нө генә булһа ла уҡы, уның биттәрендәге мәғлүмәт бер ҡасан да иҫкермәй, улар ана шул тәрбиәүи йүнәлештә булыуы менән дә ҡиммәт.

Психологтар әйтеүенсә, кешенең психикаһы шул тиклем һығылмалы. Әммә интернет киңлектәрендә бер туҡтауһыҙ яңырып торған мәғлүмәт шундай ҙур күләмдә, кеше хатта уларҙың ҡайһыһы яҡшы, ҡайһыһы насар икәнен аңлап та, уларҙы үҙләштереп тә өлгөрмәй. Интернеттан уҡыйым бит мин, апай, тип мине тынысландырған йәштәргә шуны әйтер инем: ул уҡыуығыҙ уҡыуға һаналмай инде ул! Ҡасандыр кеше яҙма уйлап тапҡан, уҡырға өйрәнгән, йәғни, аңы камиллашҡан, үҫкән. Хәҙер һеҙ көнө-төнө интернетта ултырып, аңығыҙҙы кирегә көйләйһегеҙ. Шуға ла уҡыу мәҙәниәтен ҡайтарырға кәрәк беҙгә.
Ғөмүмән, уҡыу процесы һинең күңелеңдә ҡәнәғәтлек тойғолары уятырға тейеш. Билдәле, мәғлүмәт төрлө була, "Киске Өфө" уларҙың йөрәкте йылыта, киләсәккә өмөт уята торғандарын ғына һөйләүе менән оҡшай. Халҡыбыҙҙың тарихына ҡағылһынмы ул, бөгөнгө заманыбыҙҙың алдынғы ҡарашлы кешеләре, матур йәштәребеҙ менән таныштырһынмы - һәр береһенән әллә күпме фәһем алырға була. Яңы сыҡҡан закондарға аңлатмалар, күп һорауҙарға яуап биреүе өсөн дә үҙ итәм уны. Төрлө яҡтарҙан йыйылған лаҡаптарҙы уҡып, уларҙа йор һүҙле халҡымды таныйым, яҡшы хикәйәләрҙе лә көтөп алам, "Диалог" менән "Монолог" рубрикаһын бигерәк яратам. Әҙәбиәт йылында билдәле яҙыусыларыбыҙҙы гәзит битендә күреп шатландым һуңғы осорҙа, уларҙың шундай сетерекле һорауҙарға ла тәрән яуаптар биреүенә аптырап бөтә алмайым. Йолаларыбыҙға ҡағылған мәҡәләләрҙе уҡып, ҡасандыр ишеткән, әммә онотола төшкән белемдәремде лә яңынан тергеҙә башланым. Һәр хәлдә, "Киске Өфө"лә үҙемә кәрәк булған мәғлүмәт кенә табам, шуның өсөн дә уны юғары баһалайым. Һәм ошо мәғлүмәткә йәштәребеҙ ҙә эйә булһын ине, тип теләйем.

Дилбәр ХӘКИМОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.09.15 | Ҡаралған: 1335

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru