«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛТЫНҒА ТИҢ, УНАН ҠИММӘТ БЕҘҘЕҢ ҺАТҠАН БАЛЫБЫҘ...
+  - 

Алдағы һанда хәбәр итеүебеҙсә, Өфөнөң Совет районында "Баллы төбәк" бал һәм бал нигеҙендә эшләнгән продукция йәрминкәһе үтте. Унда республикабыҙҙың 47 районы вәкилдәре үҙ тауарын тәҡдим итте. Быйылғы бал уңышы былтырғы менән сағыштырғанда ҡайтышыраҡ булды, тиһәләр ҙә, эшһөйәр бөжәктәр быйыл да хужаларын шәрбәтле ризыҡтан яҙҙырмаған - ана бит, кәштәләрен һығылдырып, сәскә еҫтәрен аңҡытып, рәт-рәт булып теҙелгән умартасы-һатыусылар.

Эйе, умартасылар үҙҙәрен һатыусы ролендә йыш һынай. Шулай булмай ни, етештергән тауарын алам тип торған, балдың баһаһын яҡшы белгән һатып алыусылар барҙа, тәбиғәт үҙе фатихаһын биргән был шөғөлдән файҙа алыу мотлаҡ кәрәк. Ҡала халҡына иһә шуныһы бик уңай: тәбиғи ризыҡ артынан аҡса түгеп, райондарға елдерергә лә кәрәкмәй - йәшелсә-емеше, ите-балы, ҡымыҙы һәм башҡаһы ҡалаға үҙе килә лә ҡуя. Әйткәндәй, ауыл хужалығы йәрминкәләрен уҙғарыуҙы тыйған төбәктәр ҙә бар икән. Әммә баш ҡалабыҙ Өфөлә, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә көҙ айҙарында ауыл хужалығы йәрминкәләре аҙна һайын тиерлек гөрләп тора, аҡсаң, теләгең генә булһын. Бал йәрминкәһен айырыуса көтөп ала ҡала халҡы. Шулай уҡ умартасыларҙың үҙҙәре өсөн дә бик әһәмиәтле был сара. Уның шулай икәнен раҫлатыу өсөн йәрминкәгә килгән бер-нисә умартасыға мөрәжәғәт иттек.

Юлдаш ЙОМАҒУЖИН, умартасы, Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылы: Беҙҙең ата-бабалар ғүмер буйы умарта тотҡан. Беҙ ҙә бәләкәйҙән атайға умарталыҡта ярҙамлашып үҫтек. Атайыбыҙ Рафиҡ Ғилметдин улы менән Ғәзиз ҡустыбыҙ 2012 йылда Өфөлә үткән "Умартасылар бәйгеһе"ндә "умартасылар династияһы" номинацияһында беренсе урын да алғайны.
Йәрминкәләргә йыл һайын йөрөп торабыҙ. Рөстәм ағайыбыҙ, Шәфҡәт, Ғәзиз ҡустыларым менән кисә кис үк Өфөгә килеп, туғандарҙа ҡунып, таңғы 5-тә үк палаткабыҙҙы ҡороп ҡуйҙыҡ. Ойоштороусылар, етмәүе мөмкин, тигәс, палатканы Өфөнән үҙебеҙ һатып алдыҡ, өҫтәлен дә таптыҡ. Хәйер, зарланырға урын юҡ. Алып килгән өс фляга балыбыҙ тулыһынса һатылып бөттө. Балдың 3 литрын 2000 һумға алып бөттөләр. Бөрйәндән, күршеләрҙе иҫәпкә алмағанда, ике ғаилә ҡатнаштыҡ. Күршеләр тигәнебеҙ, Бөрйән районы менән сиктәш урынлашҡан күгәрсендәр булды - улар ҙа балын "бөрйән балы" тип һатыуға ҡуйҙы. Был хәлгә кемдеңдер иҫе китмәҫ, әммә беҙҙең үтенес шул: һәр кем үҙ районын дөрөҫ күрһәтһен ине. Башҡа райондарға күләгә төшмәһен. Бөрйән балы, тип килтерелгән балдың сифаты яҡшы булһа ярар ҙа ул, мутлашыусылар ҙа осрап ҡуя бит. Балдың сифаты насар булһа, бындай алдашыу һатып алыусыны һыуындыра. Ниңә сит район исеменән аҡса эшләргә тырышаларҙыр? Үҙҙәренең шәп балын үҙ районы исеменән һатһалар, яҡшыраҡтыр бит - дан тарала, яңы бренд барлыҡҡа килә. Хәйер, күптәр бөгөнгөнө генә уйлай шул - киләсәк тураһында ул тиклем бошоноп бармай. Ә беҙ, дүрт бер туған, етештергән тауарыбыҙ сифатлы булһын, тип, йәйен-ҡышын тырышып эшләйбеҙ.

Самат КӘЛИМУЛЛИН, умартасы, Бәләбәй ҡалаһы: Бынан 4 йыл элек булды был хәл: Һупайлы биҫтәһендә бал һата инем, кешеләр сират торған. Ситтәрәк бер ҡарттың миңә ҡарап нимәлер яҙғанын күреп ҡалдым. Бер аҙҙан ул минең яныма килеп, ҡулыма ҡағыҙ киҫәге тотторҙо. Унда:
"Башҡорт иле - дуҫлыҡ иле,
Йыраҡ китә даныбыҙ.
Алтынға тиң, унан ҡиммәт
Беҙҙең һатҡан балыбыҙ.
Ҡурҡмайынса алығыҙ,
Бөтә, алып ҡалығыҙ!"
- тигән юлдар бар. Әле бына ошо шиғырҙы матур ҡағыҙға сығартып, тышлатып, өҫтәлгә һалғанмын. Йәл, ағайҙың исемен генә һорамағанмын. Һәүәҫкәр шағир булдымы ул, әллә профессионалмы? Хәйер, ҡыуанысымдан сәсәнгә бер һауыт балды һис икеләнмәй бүләк иттем. Шиғыр яҙыу һәләте беҙҙә юҡ. Беҙҙең талант - умарта менән бәйле. 6 йәшемдән умарта ҡарайым. Умарта аҫтында тыуғанмын, умарта өҫтөндә үҫкәнмен, тип көлөп тә алам.
Быйыл, дөрөҫөн әйткәндә, бал әҙ булды. Июндә, июлдә көн бик эҫе торҙо бит. Йүкә сәскәһе нектарҙы ул тиклем күп бүлеп сығарманы. Эҫе булды ла, ямғырҙар китте, һыуыҡтар башланды. Йәрминкәгә өс фляга бал килтергәйнек, һатылып бөттө. Йүкә, ҡарабойҙай, сәскә балы, шулай уҡ кәрәҙҙән айыртылмаған балыбыҙ ҙа бар. Бынан тыш, балауыҙ, сәскә һеркәһе алып килдек. Балдың литрын 350 һум менән һаттыҡ. Йүкә балын 450 һум менән дә алдылар. Йүкә балының тәме икенсе төрлө бит инде. Ошондай йәрминкәләрҙә умартасылар менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу оҡшай. Шунан ниндәйҙер бер дәрт, ҡомар барлыҡҡа килә. Дәрт тигәндән, бал ҡорттары менән бер ритмда йәшәү шул тиклем ҙур бәхет икәнен бары ошо өлкә кешеләре генә беләлер. Ҡорттар бит ҡояш ҡалҡыу менән уяна ла, көн буйына эш менән була. Мин дә шулай, сәғәт таңғы 6-ла уҡ йоҡом да туя, эшкә тотонам. Бал ҡорттары тәмәке, араҡы, һыра еҫен ныҡ яратмай, хушбуйҙы ла үҙ итмәй. Умартасылыҡ - таҙалыҡ тигән һүҙ менән дә ауаздаш. Тағы, теүәллек тә талап итә ул. Һәр көнөмдөң планын алдан яҙып барам, был ныҡ ярҙам итә. Умартасы оптимист та ул. Мин, мәҫәлән, бер ҡасан да зарланмайым. Тормош шундай матур бит - шуға ҡыуанып, һәр көнөм өсөн һөйөнөп йәшәйем.

Шулай итеп...
Йәрминкәлә умартасылар араһында конкурс та уҙғарылды. Конкурс йомғаҡтары былай булды: "Һатып алыусыны ылыҡтырғаны өсөн" номинацияһына - Белореттан Сергей Тихонов лайыҡ булһа, "Иң яҡшы һатыу нөктәһе өсөн" номинацияһында урындар түбәндәгесә билдәләнде: Ҡариҙел районынан Айрат Ғайсин - беренсе, Иглиндан Әфғәт Хәлитов - икенсе, Күгәрсен районының "Тәүәкән" дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Бал йәрминкәһен Илгиз ИШБУЛАТОВ ҡыҙырҙы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.15 | Ҡаралған: 1304

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru