«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫУҒАН ИЛЕҢДЕ ӘСӘЙЕҢДЕ ЯРАТҠАН КЕҮЕК ЯРАТ
+  - 

Бөгөн беҙ балаларҙың рухи тәрбиәһенә, илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүгә иғтибарҙы тейешенсә бүлеп еткерәбеҙме икән, тигән һорау күптән борсой. Ошолар хаҡында балалар үҙҙәре ни уйлай икән? Республика иҡтисад лицей-интернатының 11-се синыф уҡыусылары Нияз Харрасов, Гөлназ Кинйәбаева һәм Ренат Ямалтдинов менән әңгәмәләшәбеҙ.

Һеҙ илһөйәрлекте нисек аңлайһығыҙ?

Нияз: Илһөйәрлек - ул тыуған илеңде ғаиләңде һәм әсәйеңде яратҡан кеүек яратыу һәм һаҡлау булалыр, тип аңлайым.
Ренат: Минеңсә, илһөйәрлектең төп билдәһе - ул Ватанға бурысыңды ҡайтарыу. Һуңғы йылдарҙа армияға барыуҙан ҡасыу күренеше ғәҙәтигә әйләнде һәм был яҡшы түгел. Тимәк, кешеләр үҙҙәре йәшәгән ерҙе яҡларға, һаҡларға теләмәй. Ә беҙҙең ата-бабаларыбыҙ борон-борондан үҙ иле өсөн ғүмерен аямай һуғышҡан.
Нияз: Армиянан ҡасҡан кешеләрҙе мин аңлап етмәйем. Ир-егеттәргә тормошто ныҡлап аңлау өсөн төрлө мөхиттә йәшәп, үҙен һәр яҡлап һынап ҡарау кәрәк. Мин лицейҙы тамамлағас, иң тәүҙә армияға барып килергә, һуңынан юғары уҡыу йортона уҡырға инергә йыйынам. Диңгеҙ пехотаһында хәрби хеҙмәт үтергә хыялланам. Беҙҙең уҡыу йортонда асылған "Яугир" хәрби-патриотик клубы миңә был ниәтемде тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тип уйлайым. Клуб эше менән бөтәһе лә ҡыҙыҡһына, унда синыфыбыҙҙан 16 кеше яҙылдыҡ.
Гөлназ: Был хәрби-патриотик клубҡа егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа йөрөй ала. Унда төрлө спорт күнекмәләре, һуғыш алымдарынан тыш, медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ла дәрестәр үткәреләсәк. Балаларҙың белемен камиллаштырырға, төрлө яҡлап үҫешергә мөмкинлек бирәсәк ул.

Хәрби-патриотик клуб тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, уның эшмәкәрлеге хаҡында ентекләберәк һөйләгеҙ әле. Шундай ойошмалар киләсәк быуынды, йәғни һеҙҙе тәрбиәләүгә нисек булышлыҡ итә?

Ренат: "Яугир" хәрби-патриотик клубын асыу тантанаһына хәрби марш менән үтергә өйрәнгәндә түңәрәккә йөрөүселәрҙән ҡаты тәртип, етдилек талап ителеүенә төшөндөк. Етәксебеҙ Салауат Сирғәлин аңлатыуынса, хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы бөтә ҡағиҙәләрҙе - теоретик курстарҙа, ә практикала ҡул һуғышы, кикбоксингҡа, атырға өйрәнәсәкбеҙ. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ икәнен беләбеҙ һәм был клубтағы күнекмәләр беҙҙе сыныҡтыра ғына. Туристик походтар, һуғыш ветерандарына ярҙам күрһәтеү, төрлө реконструкцияларҙа һәм эҙләнеү эштәрендә ҡатнашасаҡбыҙ. Иң ҡыҙығы, парашюттан һикереү, миналар менән эш итеү, граната ырғытыу буйынса ла күнекмәләр үтәсәкбеҙ. Әле хәрби сборҙа ысын АК-74 автоматынан атырға өйрәндек.
Нияз: Хәрби-патриотик клуб бушҡа ғына "Яугир" тип аталмаған. Башҡорт яугирының һәр ваҡыт өлгөлө һуғышсы булғанлығы билдәле, юҡҡа ғына ата-бабаларыбыҙҙы "Төньяҡ амурҙары" тип атамағандар. Аҙнаһына дүрт тапҡыр үткәрелгән дәрестәрҙә башҡорттарҙың батырлыҡтары, ил тарихы, һуғыш яҙмалары һәм архив документтары менән дә яҡындан танышыу мөмкинлеге була, тинеләр. Хәҙерге заманда төрлө сит ил геройҙары тураһында күп мәғлүмәт алып, шуларға оҡшарға тырышҡан тиҫтерҙәрем өсөн был дәрестәр бик ҡыҙыҡлы булыр ине. Үҙебеҙҙең батырҙар менән ғорурланырға кәрәк, илһөйәрлектең бер сифаты инде ул да.

Республика иҡтисад лицей-интернатында малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым белем ала. Ҡайһы саҡта, бөтәһе кеүек, ҡыҙҙар һәм малайҙар бергә уҡырға ине, тип теләмәйһегеҙме?

Гөлназ: Баш ҡалаға уҡырға килергә ниәтләгәс тә таныштар аша, интернет селтәрендә төрлө уҡыу йорттары тураһында мәғлүмәт йыйҙыҡ. Беҙҙең лицей тураһында тик ыңғай фекерҙәр ишеттем. Малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың айырым уҡыуы ла оҡшай, был барыбер яҡшы күренеш, сөнки ҡыҙҙар мәғлүмәтте бер төрлө, малайҙар икенсе төрлө ҡабул итә бит. Унан һуң, тәртип буйынса ла айырылабыҙ. Малайҙар, ғәҙәттә, ҡыҙҙар алдында ҡуҡырайыр өсөн үҙен иркен тота, шаяра. Ә малайҙар араһында улар барыбер бындай ҡылыҡтарынан азат, тип уйлайым.
Нияз: Ҡыҙҙар менә айырым уҡығас, башта күңелһеҙ була торғайны, шаярып алғы ла килә бит ҡайһы саҡ. Ләкин баш ҡала лицейы менән ауыл мәктәбен сағыштырып булмай бит инде, шаярырға ваҡыт та ҡалмай. Лицейҙа уҡытыусылар мәғлүмәтте лә күп бирә, талаптары ла юғары. Шул сәбәптән уҡыуға етди ҡарарға, бар ваҡытыңды белем алыуға ғына йүнәлтергә тура килә.
Ренат: Беҙҙе шулай бүлеп уҡытыуҙарының яҡшы икәнен әле, 11-се синыфҡа еткәс, бигерәк тә ныҡ аңланым. Алда ҡатмарлы имтихандар көтә, ҡыҙҙарға ҡарап, уҡымай ултырырға түгел. Ә былай беҙ ҡыҙҙар менән аралашып торабыҙ, йыш ҡына параллель синыфтар менән төрлө конкурс-сараларҙа ҡатнашабыҙ, түңәрәктәр бергә үтә. Шундай бергә үткән сараларҙы көтөп алабыҙ, олимпиада, ғилми конференцияларҙа күберәк ҡатнашырға тырышабыҙ.
Гөлназ: Ә ундай конференциялар, конкурстар бик йыш үткәрелә лицейҙа. Мин уҡыусыларҙың "Белем академияһы" ғилми ойошмаһы ағзаһы, яңы проекттар, ғилми тикшеренеүҙәр үткәрәбеҙ. Халыҡ алдында сығыш яһарға, командала эшләргә, бизнес-проекттар яҙырға өйрәндек. Иҡтисад лицейы тип аталһа ла, беҙҙә һәр бала үҙенә оҡшаған йүнәлеш буйынса белемен камиллаштыра ала. Ә иҡтисадты беҙ төп дәрестәрҙән тыш, өҫтәлмә рәүештә өйрәнәбеҙ. Сөнки был заман талабы, баҙар иҡтисады шарттарында йәшәгәс, уның принциптарын да белергә тейешбеҙ.

Әйткәндәй, мәктәп программаһына өҫтәлмә рәүештә тағы бер сит телде өйрәнеү индерелде бит әле...
Нияз: Эйе, беҙ инглиз теленән тыш немец телен өйрәнә башланыҡ. Уҡытыусыбыҙ дәресте бик ҡыҙыҡлы итеп үткәрә, тәүге дәрестән үк ҡыҙыҡһыныу уятты. Миңә ҡалһа, ике сит тел өйрәнеү артыҡ булмаясаҡ. Мөмкинлек булһа, мин тағы ла испан телен өйрәнер инем, бик матур тел. Тик сығарылыш синыф булғас, ваҡыт етмәй, БДИ-ға әҙерләнергә кәрәк.
Ренат: Беҙҙә ике сит тел өйрәнеү мотлаҡ, тағы ла француз, ҡытай, япон, испан телдәрен өйрәнеү буйынса өҫтәлмә курстар асылды. Ул дәрестәрҙә телде өйрәнеп кенә ҡалмайһың, тағы бер сит мәҙәниәт менән яҡындан танышаһың, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнәһең. Әлеге мәлдә Рәсәй менән Ҡытай араһында бәйләнештәр яйланыуын иҫәпкә алып, ҡытай телен дә өйрәнергә кәрәк беҙгә. Кем белә, киләсәктә кәрәге тейеүе бар.

Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, тиҫтерҙәрегеҙ менән аралашып йәшәгәс, дуҫтарығыҙ ҙа күптер?

Ренат: Эйе, дуҫтар һәм таныштар бик күп. Улар менән йыш ҡына ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарып бөтәбеҙ. Интернатта беҙ көн һайын сәғәт иртәнге етелә тороп, күнекмәләр эшләргә сығабыҙ. Старосталар һәм дежур тәрбиәселәр килеп уятҡанда йәшенеп йоҡлап ҡалыусылар була, әлбиттә. Ҡайһы берҙәре шкаф эсендә, карауат аҫтында йәшенеп ҡала. Ә бер ваҡыт душ бүлмәһендә йоҡлап ултырған иптәшебеҙҙе тоттоҡ.
Нияз: Ҡыҙыҡ хәлдәргә көн дә тиерлек тарып торабыҙ инде. Бына бөгөн, мәҫәлән, редакцияға килергә йыйынғанда мин костюм-салбар кейеп сыҡһам, Ренаттың спорт кейемендә икәнен күргәс, бүлмәмә ҡабат инеп, уныңса кейенеп сыҡтым. Сыҡһам, Ренат костюм-салбарҙа баҫып тора. Баҡтиһәң, ул шулай уҡ миңә ҡарап, кейемен алмаштырып сыҡҡан икән. Шулай, һәр ерҙә бер-беребеҙгә ҡарап өлгө алып йәшәргә күнеккәнбеҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ошо ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙә лә Республика иҡтисад лицей-интернаты уҡыусылары үҙҙәренең һәр яҡлап камиллыҡҡа ынтылыусан булыуҙарын күрһәтеп өлгөрҙө. Иң мөһиме, улар ил тарихын, халыҡ яҙмышын дөрөҫ аңлай, милләте менән ғорурлана һәм уның мәнфәғәттәрен шәхсән үҙеңдекен яҡлаған кеүек ҡайғыртыу кәрәклеген яҡшы белә. Әммә... Һөйләшеүҙә ҡатнашыусы балаларҙың (Нияздан башҡаларының) үҙ туған телендә түгел, ә русса аралашыуы ғына бер аҙ күңелде ҡыйҙы. Ә бит үҙ туған телендә һөйләшкән бала сит телдәрҙе лә тиҙерәк һәм еңелерәк үҙләштерә. Тимәк, мәктәп программаһына ике сит телде өйрәнеү мотлаҡ итеп индерелгән бөгөнгө көндә был хәҡиҡәтте ата-әсәләр ҙә, мәктәптәр ҙә етди иғтибарға алырға тейештер.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.10.15 | Ҡаралған: 1469

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru