«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕМӘС – АРҘАҠЛЫ ШӘХЕСТӘР ТӨЙӘГЕ...
+  - 

Тормошобоҙҙо халыҡ ижадынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай: кәсепселек, яҙма ижад йәиһә мәҙәни юҫыҡта булһынмы - борондан ата-бабаларыбыҙҙан килгән йолаларҙы һаҡларға тырышабыҙ, уларға үҙебеҙсә яңылыҡ индерәбеҙ, биҙәктәр һалабыҙ. Һәр хәлдә, ул беҙҙең йәшәү рәүешебеҙгә әүерелгән.

2 октябрҙә Сибай ҡала округында башланып, 3 октябрҙә Темәс ауылында дауам иткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең республика кәңәшмәһе ошо темаға арналды һәм "Патриотик тәрбиә һәм милләт-ара килешеүҙе формалаштырыуҙың бер факторы булараҡ халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү" тип аталды. Унда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының муниципаль район хакимиәттәре һәм ҡала округтары башлыҡтары, мәҙәниәт бүлектәре начальниктары ҡатнашты.
Пленар ултырыш алдынан Рөстәм Зәки улы Хәмитов "Урал" мәҙәниәт йорто базаһындағы яңы күп функциялы мәҙәниәт үҙәгенең эше менән танышты. Мәҙәниәт үҙәгенә ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл модель китапханаһы, тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы, "Темәс" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге инә. Үҙәккә төҙөлөш өсөн муниципаль бюджеттан 2,5 млн һәм республика бюджетынан 700 мең аҡса һум бүленгән. Уны булдырыуҙың маҡсаты - халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, мәҙәни һәм тәбиғи ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү. Бынан тыш, бинала спорт һәм тренажер залдары, мәктәп уҡыусылары өсөн креатив үҙәк булдырылған, бында уҡыусылар төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, өҫтәл уйындары уйнай. Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре классик һәм милли ҡоралдарҙа уйнарға өйрәнә. Егеттәр ҡурай тартырға өйрәнеп кенә ҡалмай, уны яһау техникаһы серҙәренә лә төшөнә. Мәктәпкә сәйәхәт барышында Раян Ғәбитов исемле уҡыусы әле генә үҙе эшләгән ҡурайын республика Башлығына бүләк итте. Кәңәшмәне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов алып барҙы. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында мәҙәниәт буйынса республика кәңәшмәһенең бушҡа ғына Баймаҡ ерендә үтмәүенә баҫым яһаны. "Бында археологик табыштар бик күп. Темәс - бихисап арҙаҡлы шәхестәрҙең тыуған төйәге. Уларҙың барыһына ла Тыуған илебеҙҙе үҫтереүгә һалған көстәре өсөн рәхмәт", - тине ул.
Тамара Валентиновна Пуртова бөгөнгө көндә клубтарҙың ауылдың мәҙәниәтен күтәреүҙә роле ҙур, шуға күрә клуб селтәрҙәрен үҫтереүгә ярҙам күрһәтеү мотлаҡ, тип баҫым яһаны. "Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау - ҙур проблема. Глобалләштереү, интернетлаштырыу, мәғлүмәтләштереү арҡаһында халыҡта кәсепселеккә иғтибар кәмей. Гәүһәрҙәр халыҡ араһында йәшеренгән, уларҙы табып, үҫтереү - төп бурысыбыҙ", -тине ул.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың сығышы ла тыңлаусылар өсөн бик фәһемле булды: "Беҙҙә лә әле сәсәнлек сәнғәте йәшәп килә. Бына әле Сибай сәнғәт колледжында сәсәндәр мәктәбе асылды, унда билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина белем бирәсәк. Халыҡ ижадын һаҡлау өсөн мәҙәниәт усаҡтарын - клубтарҙы, китапханаларҙы һаҡлап ҡалыу зарурлығын да беләбеҙ. Уларҙы ябыу мәсьәләһен, йәмәғәтселектең фекерен иҫәпкә алмайынса, башҡарырға ярамай, тигән федераль Закон сыҡты. Мәҙәниәткә кадрҙар тәрбиәләү мәсьәләһен балалар сәнғәт һәм музыка мәктәптәре аша хәл итеү мәсьәләһе көн ҡаҙағына ҡуйылған", - тине Әминә Ивнәй ҡыҙы.
Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина һәр район үҙәгендә, ауылдарҙа Дуҫлыҡ йорто булырға тейешлеген, уны китапханаларҙа ойошторорға булыуын әйтеп үтте. "Тәрбиә эшенә дини конфессия вәкилдәрен дә йәлеп итергә кәрәк, - тине ул. - Патриотлыҡ - тыуған ергә, илгә генә түгел, дингә лә һөйөү ул. Юғиһә, һуңғы ваҡытта төрлө секта вәкилдәре беҙҙең традицион динебеҙҙе ҡыҫырыҡлай, быға юл ҡуйырға ярамай. Балаларыбыҙ индустарҙың мантраларын ятлағансы, үҙебеҙҙең мөнәжәттәрҙе өйрәнһен. Бына әле генә Сибай ағинәйҙәре бар республиканан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән ағинәйҙәрҙе саҡырып, мөнәжәт бәйгеһе ойошторҙо. Шәп сара булды. Ләкин бындай конкурстар Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ағинәйҙәр ҡоро кимәлендә генә үтергә тейеш түгел, уларҙың матур башланғысын беҙҙең Мәҙәниәт министрлығы дауам итергә тейеш".
Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов Баймаҡ районы миҫалында халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү тураһында һөйләне, семинарға тәҡдим ителгән "Башҡорт аты" проекты - Урал аръяғының бренды булыуын, былтыр уның грантҡа лайыҡ булыуын әйтеп үтте. "Бәлки, был проект киләсәктә республиканың да брендына әйләнер", - тигән өмөт белдерҙе ул.
Көндөң икенсе яртыһында Темәс ауылының "Һаҡмар" стадионында "Башҡорт аты" этнофестивале үтте. Көн боҙолоп, дауыл сығыуына ҡарамаҫтан, сараға тамаша ҡылырға ауыл халҡы ла йыйылды. Фестиваль сиктәрендә башҡорт тоҡомло аттар, ҡул эштәре, башҡорт милли аш-һыуы, йылҡы итенән аҙыҡ-түлек күргәҙмәләре, ҡымыҙсылар бәйгеһе ойошторолдо. Республика семинарында ҡатнашыусылар район ҡымыҙсылары әҙерләгән батырҙар эсемлеген татып ҡараны. Иң мауыҡтырыс, йөрәктәрҙе елкендерерлек сара - стадионда башҡорт тоҡомло аттар менән бейеү, һыбайлыларҙың ат өҫтөндә төрлө трюктар эшләүе ("джигитовка") булды. Сабып барған ат өҫтөндә торған килеш йәиһә йөҙтүбән үтеү, ат аҫтынан өйөрөлөп сығыу һ.б. хәтәр алымдарҙы башҡарған егеттәрҙең һәм берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ - Снежана Таймасованың йылғырлығына, батырлығына бар тамашасы хайран ҡалды. Артабан тарантастар парады үтте. Парадтан һуң тамашасы "Төньяҡ амурҙары" тарихи клубы ағзаларын сәләмләне. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорттарҙы сағылдырыусы клуб ағзалары Ватан һуғышына 200 йыл тулыу уңайынан республика, ил күләмендә үткәрелгән байрам сараларында әүҙем ҡатнашты. Артабан майҙанға көтөүселәр сыҡты. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем тоғро дуҫы - аты менән мал көтөүсе ир-егеттәр үҙ-ара һөнәргә бәйле ярыштарҙа көс һынашты. Сыбыртҡы шартлатыу, аттың эйәрен һалдырыу һәм яңынан эйәрләү буйынса ваҡытҡа ярышыу, һәр көтөүсенең төрлө хуш еҫле үләндәр, япраҡтар ҡушып әҙерләнгән сәйе буйынса баһалама ағзалары еңеүсене билдәләне.
"Ылаҡ" халыҡ уйынын күрһәтеү - этнофестивалдең кульминацияһы булды. Шартлы рәүештә Ҡыпсаҡ һәм Бөрйән ырыуҙарына бүленгән уйында ҡатнашыусылар уйын майҙанының ике яҡ ситенә урынлаштырылған ҡаҙандарға кәзә төшөрөргә тейеш ине. Командалар капитандары майҙан уртаһындағы кәзәне һыбай көйөнсә эйелеп эләктерергә тейеш. Кәзәне ҡаршы яҡтың ҡаҙанына төшөрөргә кәрәк. Уйын ҡағиҙәләре буйынса, унда ҡатнашыусылар бер-береһен этергә, кәзәне ҡаршы яҡ команданан һалдырып алырға хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта атты үрәпсетмәҫкә кәрәк. Уйын барыһына ла оҡшаны: "трофей", йәғни кәзә муляжы әле бер, әле икенсе командаға күсеп торҙо. Һөҙөмтәлә, уйында дуҫлыҡ еңеп сыҡты. Иҫәп - 2:2.
Ойоштороусылар үҙ маҡсатына өлгәште: башҡорт мәҙәниәте байрамы сағыу тамашаға әйләнде, башҡорт атына мәҙхиә йырланды. Көн дауамында ат өҫтөнән төшмәгән, ат менән бергә тамаша ойошторған һыбайлылар: Снежана һәм Рәмзил Таймасовтар, Илсур Сыңғыҙов, Айгиз Муллабаев, Илгиз Аҡбулатов (Ҡуянтау), Салауат Әбсәләмов (Баймаҡ), Рәмил Әлмөхәмәтов (Икенсе Этҡол), Рәмил Мөхәмәтйәнов (Ҡолсора), Ғәфәр Йәнтүрин (Мерәҫ), Дамир Шарапов (Үрге Яйыҡбай), Марсель Ғайсин, Фәнүз Үҙәнбаев (Билал), Илһам Моталлапов (Буранбай), Салауат Әбдрәшитов (Аҡморон), Венер Байғужин, Фуат Харисов, Ришат Аллабирҙин, Илфат Хөсәйенов (Темәс), Урал Игебаев, Ғәлим Яуымбаев (Күсей), Айнур Илбулов (Иҫәнбәт), Фәнил Маннапов, Ғилман Сирбаев (Юлыҡ) маҡтауға лайыҡ. Һыбайлыларҙы оҫталыҡҡа яҡташыбыҙ, Өфө ҡалаһы циркы тренеры Миҙхәт Солтангәрәев өйрәтте.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов семинарҙа ҡатнашыусылар һәм ауыл халҡы менән хушлашҡанда этнофестивалдән ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе: "Бик яҡшы тәьҫораттар алдым. "Джигитовка" ла, конкурстар ҙа бик оҡшаны. Барыһы ла яҡшы ойошторолған. Бындай уйындарҙы, конкурстарҙы һабантуйҙарҙа ла ойошторорға, үҫтерергә, райондар араһында үткәрергә кәрәк. Киләсәктә һәр мәктәптә ат спортын үҫтереүҙе уйларға кәрәк. Был тәңгәлдә пландар бар", - тине.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА, Дилә АРЫҪЛАНОВА.
Баймаҡ районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.15 | Ҡаралған: 1501

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru