«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРАБОЙҘАЙ ЯУЫ - КҮГӘРСЕНГӘ КӨС
+  - 

Октябрь айының икенсе яртыһы бер-береһе менән тәү ҡарашҡа бигүк күҙгә бәрелеп тормаған, ләкин эске бәйләнештәре яғынан уртаҡлыҡтары булған иҫтәлекле көндәр теҙмәһенән хасил. Бындай оҡшашлыҡтарҙы иһә бер һәм дә берәгәйле дата - Халыҡ-ара фәҡирлекте бөтөрөүгә ҡаршы көрәш көнө (17-һе) берләштереп тора кеүек.

Әйткәндәй, ул фәҡирлекте бөтөрөү мөмкинме икән һуң? Кемдәр тарафынан ниндәй көрәш саралары алып барыла был юҫыҡта? Бер ни мәғлүм түгел. Әммә шул уҡ ваҡытта Ер шарында фәҡирлектең сигендә йәшәүсе халыҡтар һанының кимәле быйыл тарихта беренсе тапҡыр 10 проценттан түбәнгә тәгәрәйәсәк һәм 9,6 процент кимәлен биләйәсәк, тип көтә аналитиктар. Бөтөн донъя банкы фаразлауынса, был ыңғай үҙгәреш донъяның күп кенә илдәренә ҡағыласаҡ, тик Рәсәйгә түгел. Беҙҙә, киреһенсә, фәҡирҙәр артасаҡ ҡына, тип бара белгестәр. Мәҫәлән, "Коммерсант" гәзите яҙып сығыуынса, Рәсәйҙә фәҡирҙәр ҡатламына табыш кимәле айлыҡ йәшәү минимумының (2015 йылдың икенсе кварталынан -10 мең) яртыһын тәшкил иткән кешеләр ҡарай.
Макроиҡтисади анализ үҙәге белгесе И. Поляковтың иҫәпләүенсә, Рәсәйҙә ағымдағы йылда Бөтөн донъя банкы ысулы буйынса фәҡирлек күрһәткесе 1,5 проценттан алып 6,5 процентҡаса артасаҡ һәм был үҫеш киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк. Аныҡ һандар менән эш иткәндә, был, тимәк, 9,5 млн кеше, йәғни 3 млн ғаиләгә тиң, тип раҫлай эксперт. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының алдан күҙаллауҙарында ағымдағы йылда рәсәйҙәрҙең табышы кимәле 19 процентҡа кәмейәсәк, тип билдәләнгәйне, ә был үҙ сиратында 30 миллион кешенең, йәғни илдәге дөйөм халыҡ һанының 21 процентының, фәҡирлеккә төшөүен аңлата. Элекке финанс министры, әле Граждандар башланғыстары комитеты башлығы Алексей Кудрин фекеренсә, пенсияны инфляция кимәлендә индексациялауҙан баш тартыу илдә фәҡирлекте арттырыуҙың төп сәбәбе буласаҡ. Пенсияларҙы индексациялауҙы кәметеү туранан-тура халыҡтың реаль табышын кәметеүгә килтерәсәк, тип раҫлай тәжрибәле финансист.
Ошондай шарттарҙа Бөтөн донъя аҙыҡ-түлек көнө (16 октябрь) хаҡында бик урынлы һүҙ ҡуҙғатыла. Был сараның төп маҡсаты ла бит Ер йөҙөндә аслыҡтан яфаланыусы миллиардҡа яҡын кешенең яҙмышына иғтибарҙы көсәйтеү. Ошо тәңгәлдә донъя кимәлендә һүҙ йөрөтмәйенсә лә һәр кемебеҙ үҙ эргә-тирәбеҙгә иғтибарлабыраҡ баҡһаҡ ине. Фәҡирлеккә ҡаршы көрәш сараларының ҡайһы берҙәре үҙ ҡулыбыҙҙа түгелме, тигәнерәк һорау тыуа. Юҡты бар итеү: үҫтереү, етештереү; барҙы иһә ишәйтеү яйын ҡарау, унан ары - экономиялау, һаҡсыллыҡ һ.б саралар. Һаҡсыллыҡ тигәндән, яңыраҡ ҡына Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһы штаб-квартираһының ашханаһы матур өлгө күрһәтте: 70-се юбилей сессияһына килгән ил башлыҡтары өсөн мәжлес табыны тулыһынса ҡулланыуға яраҡһыҙ тип иҫәпләнгән эшкәртеү ҡалдыҡтарынан: аҙыҡ крахмалы, кукуруз һәм бөртөклөләр төпрәһенән әҙерләнде, тип яҙҙы "Российская газета" аҙналығы (1 октябрь, 2015). Оҫта ашнаҡсылар сүп-сарға ташланырға тейешле ошо аҙыҡ ҡалдыҡтарынан ике көн буйы мөғжизә яһай һәм һөҙөмтәлә улар юғары ҡунаҡтарҙы һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәр менән ҡаршылай. Дөрөҫ, был юлы юбилей менюһында өйрәнелгән француз блюдолары, шул иҫәптән фуа-гра ла, миньон филеһы ла, һыйыр һәм ҡош ите лә булмай, уның ҡарауы, һый еңел һәм файҙалы, өҫтәүенә телде йоторлоҡ тәмле килеп сыға. "Йыл һайын миллиард тоннанан ашыу аҙыҡ продукттары сүп-сар контейнерҙарына ташлана, - ти мәжлес алдынан сығыш яһап, БМО-ның Генераль секретары Пан Ги Мун, - донъяла бик күп асығыусылар барҙа, был - оятһыҙлыҡ. Икенсенән, аҙыҡ-түлекте уйһыҙ-ниһеҙ сүплеккә ырғытып, беҙ тирә-яҡ мөхитте бысратабыҙ, ә был транспорт двигателе бүлеп сығарған ҡалдыҡ газ кеүек үк зыянлы". Донъя лидерҙарына бына шундай ғибрәтле күрһәтмә "дәрес" бирелә.
Беҙ ҙә һабаҡ алайыҡ, әйҙә, ошо миҫалдан. Юрый ғына булһа ла иҫәпләп ҡарайыҡ әле: нимәне һәм күпме һатып алабыҙ, күпмеһен ҡулланабыҙ, күпмеһе сүп-сар биҙрәһенә төшөп ята... Әмәлгә ҡалғандай, яңыраҡ ҡына күрше ҡатын зарланып торҙо: ҡарабойҙай "яуы" мәлендә, пенсиям бөтмәҫ борон тип, 10 кило ярма һатып ала. Ире менән икеһенә баштан аша. Ҡарты хәҙер ҡарабойҙай бутҡаһына әйләнеп тә ҡарамай икән. Иң үкенеслеһе шул: ярмаһы ҡортлаған бит бының. Хәҙер күршем көн дә ишек алдына сығып, бына аҙналар буйы инде күгәрсендәр һыйлай...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.15 | Ҡаралған: 1158

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru