«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨБӨҘҘӘ БОРОНҒО ӨФӨ САҒЫЛЫШЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа "Урта быуаттарҙа биҙәүестәр һәм көнкүреш әйберҙәре" тигән исем аҫтында "Боронғо Өфө" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы тарафынан ойошторолған күргәҙмә эшләне. Күргәҙмәлә "Өфө-II ҡаласығы" федераль әһәмиәтле археология ҡомартҡыһында төрлө йылдарҙа ҡаҙып алынған артефакттар, уларҙың фоторәсемдәре, архитектура композициялары тәҡдим ителде. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған күргәҙмә Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында урынлашҡайны. Уны асыу тантанаһына ярайһы уҡ күп тамашасы йыйылды. Гәзит уҡыусыға был күргәҙмә тураһында бер аҙ мәғлүмәт биреүҙе кәрәк тип таптыҡ. Ни өсөн тигәндә, Өфө-II ҡаласығы, уның музейы тураһында беҙ бик аҙ беләбеҙ һымаҡ. Һәр хәлдә, беҙ ҡатлам-ҡатлам ер аҫтынан ҡаҙып сығарылған бындай әйберҙәрҙе быға тиклем үҙ күҙебеҙ менән күргән кеше түгел инек.

Күргәҙмә асылмаҫ элек үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған "Боронғо Өфө ҡаласығы ниндәй тарихи осорҙа йәшәгән?" тигән һорауҙы музей-ҡурсаулыҡтың бүлек мөдире Марсель Шәмсетдиновҡа төбәнек. Уның әйтеүенсә, бындағы ҡомартҡыларҙың йәше беҙҙең эраның V быуатынан XV быуатҡа тиклемге арауыҡты үҙ эсенә ала.
Күргәҙмәне асып, "Боронғо Өфө"-нөң директоры Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Батталова килеүселәрҙе сәләмләне, уның һүҙҙәре менән әйткәндә, "тамашасыны һоҡландырыу, аптыратыу өсөн әҙерләнгән ҡомартҡылар", бөгөнгө кешеләр тарафынан эшләнгән ижади эштәр тураһында һөйләне. "Беҙ һәр ваҡыт тамашасыбыҙҙы һоҡландырырға тырышабыҙ. Был юлы ла бер нисә ҡыҙыҡлы яңылығыбыҙ менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ", - тине һәм һәр экспонаттар төркөмөнә ҡыҫҡаса аңлатма бирҙе. Әйткәндәй, беҙ барыбыҙ ҙа Гәүһәр Тимерхан ҡыҙын билдәле тележурналист булараҡ беләбеҙ. Бөгөнгө күргәҙмәнең эстәлеге, уның формаһы үҙенсәлеге лә, һис шикһеҙ, етәксенең тележурналист һәләтенә бәйлелер, тигән һығымта яһағы килә. Әйтәйек, ынйы-мәрйендәрҙең, биҙәүестәрҙең, һауыт-һабаның нисек етте, шулай түгел, ә айырым бер композицияларҙа тәҡдим ителеүе ошо хаҡта һөйләй. Һырғаларҙың, беләҙектәрҙең, тәңкәләрҙең, муйынсаҡтарҙың кәштәлә лә, уларҙың күсермәләренең ҡатын-ҡыҙ ҡурсағында ла һынландырылыуы, күргәҙмәнең түрендә Боронғо Өфө ҡаласығының макеты ҡуйылыуы, стеналарҙа кәштәләрҙәге ҡомартҡыларҙың фотолары эленеүе - беҙҙең фекерҙе ҡеүәтләй генә төшә. Беҙҙең менән әңгәмәлә ул бына ниҙәр һөйләне: - Беҙҙең музей республикала иң йәше - уға 4 кенә йәш. Был беҙҙең дүртенсе күргәҙмә. Тәүгеһен 2014 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына ойошторғайныҡ. Ул "Боронғо ҡаланың асылмаған серҙәре" тип аталды. Унан һуң "Урта быуаттарҙа хәрби сәнғәт" тигәне үтте. Артабан "Боҙлоҡ осоро паркы"н ойошторҙоҡ. Был беҙҙең музей тарафынан ойошторолған дүртенсе күргәҙмә. Исеме "Урта быуаттарҙа биҙәүестәр һәм көнкүреш әйберҙәре" тип атала. Өфө-II ҡаласығында 9 йыл эсендә миллиондан артыҡ артефакт табылһа, улар араһында 500-ҙән ашыуы - биҙәүес өлгөләре. Бөгөн беҙ шуларҙың ҡайһы берҙәрен күргәҙмәгә ҡуйҙыҡ та инде. Кешеләр бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай. Бөгөнгө ғорурлығыбыҙ - боронғо ҡаланы һынландырған макет та бик ҡыҙыҡлы. Әле Өфө-II ҡаласығы тураһында күпме һөйләйбеҙ: "Ул Урта быуаттарҙа Меркатор карталарында, Каталон атластарында күрһәтелгән", - тибеҙ. Ә ул ҡала ниндәй ҡиәфәттә булған, нисек йәшәгән, унда ниндәй йорттар, ниндәй юлдар булған? Кешеләр нимә менән шөғөлләнгән - былар тураһында бер кем дә белмәй. Ә беҙҙең макетҡа ҡарап ҡына ла күп нәмәне аңларға һәм белергә була. Бөгөнгө күргәҙмәләге икенсе ғорурлығыбыҙ - ул беҙҙең Зөлхизә исемле икенсе ҡурсағыбыҙ (Ильяс исемлеһе былай ҙа бар ине). Уның өҫтөндәге биҙәүестәрҙең береһе лә бөгөн уйлап табылмаған. Һәр береһе артефакттарҙан күсереп эшләнгән. Улар бөгөн бик ҙур ҡиммәткә эйә...

Йомғаҡлап...
Музей-ҡурсаулыҡ коллективы, әлбиттә, бөтә был эштәргә башланғыс һалыусы, ғүмерен Өфө-II ҡаласығын өйрәнеүгә, донъяға танытыуға арнаған оло шәхесебеҙ Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовҡа сикһеҙ рәхмәтле. Уны юғалтыу бөгөн йәмәғәтселектә шундай һорау тыуҙыра: Өфө-II-не быға тиклемге кимәлдә өйрәнеүҙе дауам итеүселәр булырмы? Музей-ҡурсаулыҡта башҡарылған эштәр быға өмөт уята уятыуға...

Иҙел РӘХИМОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.10.15 | Ҡаралған: 1335

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru