«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАШ КҮТӘРЕП ҠАРА, ЕГЕТ!
+  - 

Республиканың төрлө төбәктәрендә башҡорт милли йолаларына нигеҙләнгән фольклор байрамдары, йыйындар үтеп тора. Шундай иң сағыу ҡорҙарҙың береһе "Ҡатай ырыуы йәштәре байрамы" Белорет районының Бирҙеғол ауылында уҙғарылды.

Быйыл өсөнсө тапҡыр үткән "Ҡатай ырыуы йәштәре" байрамына республиканың төрлө төбәктәренән һәм күрше өлкәләрҙән ҡунаҡтар йыйылды. Уларҙы "Илмәш" фольклор ансамбле йыр, бейеү, милли ризыҡтар менән ҡаршыланы. Йыйын майҙанында ҡоролған "Ҡоҙғон-Әхмәр-Әҙекәй" һәм "Көньяҡ Урал ҡурсаулығы" тирмәләре күркәм биҙәлеше, эсе тулы башҡорт милли аш-һыуҙары менән һоҡландырҙы. Ҡатай ырыуының ағасы, ҡошо, тамғаһы, ораны, һыуы, тауы төшөрөлгән төрлө баннерҙар майҙанға тағы ла сағыуыраҡ төҫ бирҙе.
Йыйынды асып, БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев яҡташтарын, саҡырылған ҡунаҡтарҙы, йәштәрҙе, балаларҙы ихлас тәбрикләне, байрамды ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән кешеләргә дипломдар тапшырҙы. Йыйында Белорет районының "Елмерҙәк" этно-фольклор төркөмө тәүге тапҡыр үҙ ижады менән таныштырҙы. Йәштәр бик моңло көй-йырҙар яңғыратты, Рәнис Алтынбаев менән берлектә думбырала теттереп халыҡ көйҙәренән теҙмә бүләк иттеләр. Рәил Өмөтбаев, Илнур Рамаҙанов, Янбулат Мөхәмәтдинов һәм "Тархан" төркөмө етәксеһе Ринат Ғайсин, Ҡыйғы районы ҡатайҙарының йыр-инструменталь ансамбле, Аҙналы, Әҙекәй һәм Ҡаҙыш ауылдары төркөмө, Шығай ауылы мәҙәниәт йорто, Мәхмүт ауылы клубы, Магнитогорск ҡалаһы, Бирҙеғол ауылынан оҫта йырсылар һәм бейеүселәр рухлы сығыштары менән тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе.
Ырыуҙаштар йыйында бер-береһе менән аралашыуҙан да бик ҡәнәғәт ҡалды. Улар төрлө спорт уйындарында, ярыштарҙа ихлас ҡатнашты. Ҡатай ырыуы йәштәре йыйынында ошо ырыу кешеләренең боронғо йола һәм ярыштары яйлап тергеҙелә бара. Быйыл ир-егеттәр өсөн "Таш күтәреү" йолаһына таянып, 6 килограмдан башлап 90 килограмға тиклемге ауыр таштарҙы күтәреү буйынса ярыш үткәрелде. Ярышта Учалы, Бөрйән, Белорет районы батырҙары көс һынашты. 90 килограмлыҡ ташты Бирҙеғол ауылы уҙамандары Айнур Мәхмүтов, Радис Йосопов, Инйәр һәм Ҡаҫмаҡты ауылы егеттәре генә күтәрә алды. Ауыр-ауыр таштарҙы күтәреүсе бәһлеүәндәр менән ярышҡа сығырға ҡурҡмаған Бирҙеғол ҡыҙы Юлиә Байдәүләтова халыҡты хайран иттерҙе.
Йәштәр өсөн волейбол уйындары, елле-елле сыбыҡтарға ултырып, "ат сабыштырыу" һәм башҡа күңелле уйындар ойошторолдо. Кискеһен иһә моңло, дәртле йырҙарҙан торған дискотека үткәрелде. Рәил Өмөтбаев менән бәләкәй йырсы, оҫта ҡурайсы Аслан Алтынбаев "Ҡатай гимны"н башҡарғанда бөтәһе лә күтәрмәләп, ҡушылып бейене. Байрам һуңында ҡаршыла урынлашҡан тауҙан салют бирелде. Бына ниндәй оло ҡор йыйылды ҡатай ерендә. IV "Ҡатай ырыуы йәштәре" ҡорон үткәреү бурысын Әзекәй ауыл биләмәһе ихлас ҡабул итеп алды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны - ул халыҡты уйын-көлкө, йыр-моң менән әүрәтеү өсөн генә түгел, ә йәштәрҙе ата-бабаларыбыҙҙың боронғо йолаларына ылыҡтырыу, тамырҙарыбыҙҙы, рухиәтебеҙҙе иҫебеҙҙән сығармау ниәтендә ойошторолған сара. Был ҡор ырыуҙаштарға бер-береһен танырға, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек ептәрен нығытырға ла ярҙам итә. Башҡа ырыуҙар ҙа күтәрмәләп алыр бындай ҡорҙарҙы, тип ышанғы килә.

Тәнзилә ЙОМАДИЛОВА,
Бирҙеғол ауылының "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһы ағзаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.10.15 | Ҡаралған: 1680

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru