«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУСЛАН АЛМАЕВ ЕР ШАРЫН УРАП СЫҠМАҠСЫ
+  - 

Кеше тигәнең ҡыҙыҡ инде. Кемдер тормоштоң бөтә ығы-зығыһынан арып-талып, бөткән ауылды ҡабаттан тергеҙеп, тәбиғәт ҡосағында, халыҡтан алыҫта, яңғыҙы ғына йәшәргә хыяллана, ҡайһылары инде был теләген тормошҡа ашырған, өсөнсөләре ауылдағы тормоштан ялҡып, ҡалаға ынтыла. Минең бөгөнгө геройым да ҡәҙимге тормош ағышынан баш тартып, хатта уҡыуын туҡтатып, "баш һуҡҡан" яҡҡа сығып киткән. Руслан Алмаев сәйәхәтсе генә түгел, ә блогер, "Бәйләнештә" сайтында - "Өфө яңылыҡтары", "Сәйәхәттәр", "Типичный творческий" кеүек әллә күпме уңышлы пабликтарҙың авторы. Уның төркөмдәрен 200 меңдән ашыу кеше уҡый. Был уның өсөн мауығыу ғына түгел, ә аҡса эшләү сығанағы ла. Илгиҙәр Руслан менән интернетта "Бәйләнештә" социаль сайты аша әңгәмәләшергә насип булды. Ул яҙғандарҙы түкмәй-сәсмәй гәзит уҡыусыларына еткерергә тырыштым.

Әлеге ваҡытта ҡайһы тарафтарҙа йөрөйһөң? - Бангкоктамын, гәзит сыҡҡанға ҡәҙәр, моғайын, Чиангмайҙа булырмын...

Үҙең менән ҡыҫҡаса таныштырып үт әле...

- Мин Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Миңә ике-өс йәштәр тирәһендә Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылына күсеп килгәнбеҙ. Унда оҙаҡ тормай, Аҡъярға күстек һәм шунда мин башланғыс мәктәп белемен алғас, Өфө ҡалаһындағы Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге гимназия-интернатҡа уҡырға барҙым. Гимназияны тамамлағас, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға индем һәм 3-сө курсҡа еткәс, донъя гиҙергә сығып киттем. ВУЗ-да уҡыуҙан баш тартып, тормош һабаҡтары аша белем алырға тотондом. Тураһын әйткәндә, интернетта "уҡыйым". Инглиз телен ныҡлап өйрәнергә, камиллаштырырға ниәтләйем. Үҙеңдең даими йәшәү урының юҡ шикелле, эйеме?

- Шулай. Күп ваҡыт мин иртәгә ҡайҙа булырымды белмәйем. Минең тормошом үҙгәрештәрҙән тора. Унда "һәүетемсә"гә урын юҡ. Ҡайҙа күңелем тарта, шунда юлланам, ҡайҙа оҡшай, шунда булам, ялҡытһа, икенсе ергә ашҡынам.

Ил гиҙер өсөн аҡса ла кәрәктер бит, нисек аҡса эшләйһең?

- Фотоға төшөрөү менән мауығам, хәҙер инде видеография менән дә ҡыҙыҡһына башланым. Ә былай фрилианс менән шөғөлләнәм, йәғни, "Бәйләнештә" сайтындағы үҙемдең төркөмдәрем аша реклама ярҙамында аҡса эшләйем, лекциялар уҡыйым. Минең тормош девизым: "Теләгән - әмәлен табыр, теләмәгән - сәбәбен табыр".

Тимәк, күп эштәреңде интернет селтәре аша атҡараһың? Күптәр интернетты насар нәмә тип иҫәпләй…

- Мин ул фекер менән килешмәйем, сөнки интернет - ҡорал, уны ниндәй маҡсат менән ҡулланаһың, шундай уҡ һөҙөмтәгә ирешәсәкһең. Минең өсөн интернет - яҡшы нәмә. Унда ингән арала үҙем өсөн файҙалы сайттарҙа ултырырға, кәрәкле әйберҙәрҙе уҡырға тырышам. Бигерәк тә тыуған ерҙәрҙән алыҫта йөрөгәндә интернет иң яҡшы һәм арзан аралашау сараһы. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, социаль сайттар, скайп аша атай-әсәйем, туғандарым менән һәр саҡ бәйләнештә була алам.

Социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙе үҫтереү маҡсатында лекциялар уҡыйым тигәйнең, унда һине кемдәр саҡыра һәм кемдәр тыңлай?

- Лекцияларымда "Бәйләнештә" сайтында сараларҙың, төркөмдәрҙең үҫешенә, таралыуына нисек булышлыҡ итергә кәрәклеге хаҡында һөйләйем. Ундай кисәләргә халыҡ бик күп йыйыла, ни тиһәң дә, "Бәйләнештә" сайты - Рәсәйҙәге иң популяр сайт. Мине ундай сараларға ҡала хакимиәте башлыҡтары, форумдар һәм конференциялар етәкселәре саҡыра.

Үҙеңдең ҡыҙыҡлы сәйәхәтең хаҡында һөйләп үт әле...

- "Бум" сәйәхәтендә йөрөйөм, йәғни, бер ҡалаға килеп төшәм дә, шунда уҡ ҡайһы иҫтәлекле урындарҙы барып күрергә, ҡайҙа ҡунырға, ҡайҙа ашап алырға икәнлеген хәл итәм. Ҡаланы ҡарап сығам да, артабан ҡайҙа хәрәкәтләнеремде уйлайым. Шулай иткәндә, күңеллерәк. Алдан бер нәмәне лә планлаштырмайым. Бер үҙем генә түгел, күмәк компанияла сәйәхәт итергә яратам, шуға күрә, дуҫтарым, фекерҙәштәрем араһында ял итеү оҡшай. Рәсәй ҡалалары араһында 2012 йылда Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар, Түбәнге Новгород, Тверь, Геленджик, Пятигорск, Ҡаҙан, Силәбе, Салехард, Великие Луки ҡалаларында, 2014 йылда Латвия, Литва, Австрия, Төркиә, Грузия, Әзербайжан, Македония, Сербия, Греция, Франция, Италия, Ватикан, Эстония, Дания, Швеция, Германия, Ҡытай, Вьетнам, Камбоджа, Лаос, Малайзия кеүек илдәрҙә булдым. Шул арала Балеар, Миртой, Мәрмәр, Ҡара диңгеҙҙәр буйында ял итергә насип булды.

Ҡайһы илдәр, ҡалалар нығыраҡ оҡшаны?

- Амстердам (Нидерланды), Барселона (Испания), Будапешт (Венгрия), Истанбул (Төркиә) ҡалалары оҡшаны. Мәҫәлән, Барселонала яҡшы кешеләр күп, ҡала төҙөк, матур. Велосипедта йөрөргә яратҡанлыҡтан, бындағы тигеҙ юлдар минең өсөн бик уңайлы булды. Будапешт шулай уҡ бик матур ҡала: яртыһы тау, яртыһы тигеҙлектә урынлашҡан.

Ә ҡайһылары оҡшап етмәне?

- Париж. Романтик ҡала иҫәпләнһә лә, миңә оҡшаманы. Туристар бигерәк күп, урамдары бысраҡ, халҡын әллә ни ҡунаҡсыл тип әйтеп булмай. Римда ремонт бара ине, шуға күрә, бөтә ерҙә емереклек, тәртипһеҙлек ярылып ята ине. Ғөмүмән, һәр ҡаланың да етешһеҙлектәре бар инде.

Сит яҡтарҙа бик оҙаҡ йөрөйһөң түгелме? Башҡортостан һағындырмаймы?

- Әлеге ваҡытта Таиландта Пхукет ҡалаһындамын, тинем бит әле. Әйткәндәй, нисәмә айҙар дауамында ситтә йөрөп, тыуған яҡтарҙы, туған телде һағындыра. Яңыраҡ сит тарафтарҙа башҡорт сәйәхәтселәренең икенсе осрашыуы булды. Беренсеһе былтыр Мюнхенда июль айында булғайны. Быйыл бына Пхукет ҡалаһында осраштыҡ: Бөрйән ҡыҙы Алина, мин - Хәйбулланан бит инде, Пхукетта ике йыл йәшәүсе Сибай ҡыҙы Раушания һәм ай ярым элек Өфөнән ҡулына 10 мең һум аҡса тотоп, автостоп менән сығып киткән Баймаҡ егете Илнур. Рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп, хәтирәләр, тәьҫораттар менән уртаҡлашып, сыр-сыу килдек. Хәйерле юл һиңә, Руслан!

"РусланСтатистика"
1 йыл, 344 көн, 30-лап ил, 5 виза, 25 мең саҡрым автобустарҙа һәм поездарҙа, самолетта, 14 мең саҡрым "автостоп", 140-лап "попутка", 6 мең саҡрым мотоциклда, страховка - 0, авария - 6, ике тапҡыр дауаханаға барып күренеү, эшлектән сыҡҡан 7 техника, 13 юлдаш (иң әҙе бер аҙна бергәбеҙ, иң күбе - 1,5 ай), киң мәғлүмәт саралары менән 8 интервью, аҙаҡҡы тапҡыр өйгә ҡайтып китеүемә 232 көн, Таиландта 3 ай, Джунглиҙа 1 ай, был донъяға килеүемә 9033 көн - ни өсөн мин элегерәк башламаным?

Айгизә АСҠАРОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.15 | Ҡаралған: 1529

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru