«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БУЛЫР ИЛДЕҢ БАЛАҺЫ ҠОРҒА ЙЫЙЫЛЫП, ФЕКЕР БЕЛДЕРЕР
+  - 

Айыу алыр егетте атынан танырҙар, бүре алыр егетте бүркенән танырҙар, тигән башҡорт халыҡ мәҡәлен ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Ошо көндәрҙә IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған I Республика балалар ҡоролтайында ҡатнашыусы мәктәп уҡыусыларын тыңлап ҡайтҡас, был мәҡәлдә телгә алынған батыр егет һәм ҡыҙҙарҙы үҙ күҙем менән күрҙем, тип һис шикләнмәй белдерә алам. Рухлы, аңлы һәм, иң мөһиме, илдәге бер үҙгәрешкә лә битараф булмаған балалар ҡор йыйып, һәр милләттәште борсоған актуаль һорауҙар тураһында фекер алышты. Ҡаралған мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул итеп, резолюцияға теркәргә һәм ололар йыйыласаҡ IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарына мөрәжәғәт яҙырға ла онотманы улар.

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары һәм БР Мәғариф министрлығы менән берлектә үткәрелгән "Ҡоролтайға әйтер һүҙем бар" республика иншалар конкурсында ҡатнашыусы 9-10 синыф уҡыусылары I Республика балалар ҡоролтайына делегат булып килде. Мандат комиссияһы биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, ултырышта бөтәһе 31 мәктәптән 114 делегат, Өфө ҡалаһы милли гимназия-лицейҙарынан 22 уҡыусы, республика дәүләт уҡыу йорттарынан 34, ауыл мәктәптәренән 58 уҡыусы ҡатнашты. Ә Балалар ҡоролтайының пленар өлөшөндә ун делегат төрлө темалар буйынса сығыш яһаны. Улар туған тел, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, ауылдар тормошон йәнләндереү, айыҡ һәм сәләмәт булыу, республиканың экологик проблемаларын хәл итеү, милли сәнғәткә һәм матбуғатҡа иғтибар йүнәлтеү, тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау, уҡыусы йәштәрҙең гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү тураһында телмәр тотто, ә асыҡ микрофон эргәһенә теләгән бер бала сығып, уларҙың фекерҙәрен дауам итте.
Балалар ҡоролтайында яңғыраған төп сығыштарҙың береһе башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлауға арналды. Республика башҡорт лицей-интернатының 10-сы синыф уҡыусыһы Азат Хоҙайғолов ололарға, киләсәктә илһөйәр балалар тәрбиәләргә теләһәгеҙ, беҙҙе ошо проблемаларҙы хәл итергә өйрәтеүҙән башлағыҙ, тип кәңәш бирҙе. Сөнки башҡорт теленең бөгөнгө хәле тәү сиратта битарафлыҡ һәм ялҡаулыҡтан, ә һуңынан телдең көндәлек ҡулланылышта бик кәрәкле булмауынан тора, тигән фекерҙә егет. Ул шулай уҡ туған телендә һөйләшкән кеше генә үҙен камил шәхес итеп тоя, бер ҡасан да маҡсатһыҙ йәшәмәй, уңышҡа өлгәшә һәм шуның өсөн илең, халҡың, телең менән бер бөтөнһөң, тигән идеяны бала аңына бәләкәйҙән һеңдереп үҫтереү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡа милләттәр араһында үҙеңде кәм тоймаҫ, үҙ телеңдә аралашыуҙан тартынмаҫ өсөн башҡорт теле модала булырға тейеш, тип тә билдәләне Азат. Асыҡ микрофон алдына теҙелеп, фекер алышыуҙар ваҡытында берәүҙәр уның менән килешеп, башҡорт телен киң ҡулланылышҡа индереү һәм популярлаштырыу ниәтендә һәр урында башҡорт теле яңғырап торорға, яҙыуҙар эленергә тейеш, тип һанаһа, "модаға индереү" һүҙенә ҡаршы сығыусылар ҙа булды. Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ башҡорт гимназияһының 11 синыф уҡыусыһы Илморат Ғәлиәкбәров: "Башҡорт телендә һөйләшеүҙе "модаға" индерергә ул һеҙгә әйбер түгел бит! Кейем модала булыуы мөмкин, уны аҙаҡ, модаһы үтте, тип ташлап та ҡуйып була. Ә туған телде нисек ташлап ҡуйып булһын?" - тигәс, залда ултырыусы балалар ғына түгел, мәртәбәле ҡунаҡтар һәм уҡытыусылар ҙа дәррәү алҡышлап ебәрҙе. Ысынлап та, туған телебеҙҙе кәрәге бөткән бер әйбер кеүек "ташлап ҡуйырға" ни хаҡыбыҙ бар? Әйткәндәй, рухлы делегаттарыбыҙ йыйын һуңында Башҡортостан Республикаһында эшләүсе бөтә чиновниктар, юғары власть вәкилдәре лә мотлаҡ башҡорт телен белергә тейеш, тигән тәҡдим өсөн тауыш бирҙе. Юлиә Мансурова Бөрйәнгә Урал батыр эҙҙәре буйлап сәйәхәткә туристар йәлеп итеү хыялы менән янып йәшәһә, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Илгиз Ҡыуатов, үҙе йәшәгән төбәктәге ауыл хужалығы өлкәһен ентекле анализлап, башҡорт ауылдарында социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыу, йәштәрҙе эшкә йәлеп итеү ниәтендә киләсәктә һөт заводы асасағын белдерҙе. Һүҙ республиканың ауыл хужалығы тураһында сыҡҡас, балалар айырыуса йәнләнеп китте. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған уҡыусыларҙың һәр береһенә башҡорт ауылдары яҙмышы, ундағы эшһеҙлектән тыуған эскелек проблемалары, йәштәрҙең ситкә күсеп китеүе, мәктәптәр ябылыуы, атайҙарҙың ғаиләһенә аҡса алып ҡайтыр өсөн Себергә эшкә китергә мәжбүр булыуы яҡындан таныш. Хатта оло быуын кешеләре күтәреп сығырға ҡыймаған ҡайһы бер мәсьәләләрҙең сиселеш юлдарын эҙләне балалар. Һәр һөйләшеүҙең дә нәтижәһе була, был фекер алышыуға мәктәп уҡыусылары Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы Салауат Шәйәхмәтовтың сығышынан һуң һығымта яһаны: "Ололар беҙгә, бәләкәй балалаларға, спиртлы эсемлектәр эсергә ярамауын, уның зыянлы булыуын аңлатырға бурыслы. Әйҙәгеҙ, һәр беребеҙ ошо өлкәлә эштәр атҡарайыҡ", - тип өндәште ул залда йыйылған делегаттарға.
Балалар милли рух тойғоһо тәрбиәләү өсөн башҡортса йәнһүрәттәр эшләү, бөйөк шәхестәребеҙ тураһында фильмдар төшөрөү - заман талабы, ә милләтебеҙҙең рухи ҡалҡаны - Торатау тауының һәм Ишембай районының эзбизташ ятҡылыҡтары табылған башҡа төбәктәрендәге хозур тәбиғәтен киләсәк быуын өсөн һаҡлап ҡалыу - күңел талабы, тип тә билдәләне. "Торатау һаҡланып ҡалыуына ысын күңелдән шатмын да ул, әммә хәҙер минең тыуған ауылым Ғүмәр эргәһендәге тауҙы емерәсәктәр бит. Минең яҡташтарымды, тиҫтерҙәремде был да хафаға һалды әле..." - тип, бер уҡыусы микрофон эргәһенә атылып килеп сыҡты.
Шулай итеп, I Республика балалар ҡоролтайының һөҙөмтәле эш барышында резолюция ҡабул ителеп, пленар ултырыш тамамланһа ла, уҡыусылар тамаша залынан таралырға ашыҡманы. Республика Башҡорт лицей-интернатының 9-сы синыф уҡыусыһы Иҙел Ишбаев тиҫтерҙәренә: "Әле бында бөтәгеҙ ҙә проблемалар күтәреү менән сикләндегеҙ. Бер шәп план әйтәм: яҡшы итеп уҡып, юғары белем алығыҙ һәм тыуған ауылдарығыҙға ҡайтып, уны һаҡлауға һәм йәшәтеүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ. Эш күрһәтегеҙ", - тигән оран ташланы. Уның һүҙҙәрен көслө алҡыштар менән йөпләгән балаларҙың тағы бер һыҙаты күңелдәргә май булып яғылды. Уҡыусылар бер-береһенә ҡарата "рухташтар", "милләттәштәр", "ҡан-ҡәрҙәштәр", "башҡорттарым", "хөрмәтле делегаттар" тип өндәшеп, ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтте. Был күренеш башҡорт халҡының "Булыр илдең балаһы бер-береһенә, батыр, тиер, бөлөр илдең балаһы бер-береһенә, бахыр, тиер" мәҡәленә тура ишара кеүек ҡабул ителде һәм киләсәккә ышанысты арттырҙы.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.15 | Ҡаралған: 1328

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru