«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРМИЯ ХЕҘМӘТЕНӘН ЕГЕТТӘР ҠУРҠАМЫ, ӘЛЛӘ ӘСӘЙҘӘРМЕ?
+  - 

Таныш ҡатын шылтыратты. Ярһып илай. Уның үҙәген тарта-тарта буталанып һөйләгәндәренән шуны аңланым: улын армияға алалар икән - саҡырыу килгән. Йә, хоҙай! Берәйһе үлгән икән тип торам. "Ярҙам итә алмайһыңмы? Хәрби комиссариатта таныштарың юҡмы? Кемгә барып ҡарарға була ?" - тип өҙгөләнә бисара. "Ә ниндәй ярҙам кәрәк һуң һалдатҡа китеү өсөн?"- тиһәм, "Нисек аңламайһың: беҙ бармайбыҙ армияға, теләмәйбеҙ!" - тип өҙә һуға был. "Беҙ?.." Танышым, минән файҙа юҡлыҡты аңлағас, бәйләнеште өҙөп тә ҡуйҙы, күрәһең, икенселәрҙән ярҙам эҙләргә ашыҡты.

Ысынлап та, әле һалдатҡа йәше еткән егеттәрҙең һәм ата-әсәләрҙең нервыларын ҡытыҡлаған мәл. Мин үҙем, асылда, егеттәрҙең хәрби хеҙмәтте үтеүе яҡлы һәм шунлыҡтан, башҡаларҙың да фекерен белеү маҡсатында, эштә, таныштар араһында ошо теманы ҡуҙғаттым. Әлбиттә, һәр кем үҙенсә уйлай. Берәүҙәр "мотлаҡ" ти, икенселәр әрменең йөҙ төрлө насар һәм файҙаһыҙ яҡтарын телгә ала, өсөнсөләр бөтөнләй битараф.
Танышымдың әрме хеҙмәтен оло бәлә итеп ҡабул итеүе мине, нисектер, уйланырға мәжбүр итте. Ысынлап та, шулай уҡ та ҡурҡынысмы икән улыңды әрмегә оҙатыу? Шул саҡ, ирекһеҙҙән, әсәйемде иҫләнем. Ул үҙенең 7 улын йәмғеһе 15 йыл көттө. Шуларҙың береһе һыу аҫты флотында өс йыл йөрөһә, икеһе Чечняға, береһе Вьетнам ҡыҙыу нөктәләренә эләкте. Бала сағымда өй түбәһендә гәзиткә төрөлгән икмәк киҫәге элеүле тора торғайны. Һалдат хаттары сумаҙан-сумаҙан булып карауат аҫтында, командирҙарҙан килгән маҡтау ҡағыҙҙары түрҙә һаҡланды. Төндәрен алдына улдарының фотоларын теҙеп һалып, әсәйемдең хат яҙғанын йыш күрә инем. Нимә тип яҙған булғандыр инде…
Һалдаттар әсәһенең бер ҡыҙығы ла бар. Етенсе улына әрме ваҡыты килеп еткәс, әсәйемде военком ауыл контораһы аша телефонға саҡырта ла: "Апай, закон буйынса кинйә улығыҙҙы ебәрмәй алып ҡала алаһығыҙ, һеҙҙең ғаиләнән инде алты егет хеҙмәт үткән", - ти икән. Шул ваҡыт әсә кеше үпкәләп: "Минең етенсе улыма нимә булған? Нишләп һеҙ унан баш тартаһығыҙ? Алығыҙ, кәмһетмәгеҙ улымды", - тип яуаплаған. Ишеткәндәр был хәлде ауылда һөйләп көлөп йөрөнө. Уйлап ҡараһаң, ул ваҡыттарҙа ла егеттәр Афғанстанға эләкте, унан Әзербайжан, Тажикстан сиктәре ҡурҡынысы булды, унан башҡалары ла етерлек ине. Һәр хәлдә, бөгөнгө кеүек "Улымды армияға саҡыралар", тип оло ғауға күтәргәндәрен хәтерләмәйем, ҡурҡһалар ҙа һиҙҙермәгәндәр, сабыр итә белгәндәр, күрәһең.
Статистикаға күҙ һалһаҡ, Рәсәй буйынса армия йәшендәге егет-еләндең 16 проценты ғына үҙ теләге менән хеҙмәткә китә икән. Тимәк, 7 егеттең береһе генә булып сыға. Былар 2013-2014 йылғы күрһәткестәр. Быйылғы көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан армияға барырға тейешле егеттәрҙең 32 проценты ғына алынған. Уларҙың күбеһе 2006 йылғылар һәм юғары белем алып сыҡҡандар, тиелә. 1997 йылғыларҙың, йәғни тап 18 йәштәре тулып, хеҙмәткә алынырға тейешлеләрҙең һаны бик аҙ. Уларҙы, етди сәбәптәрҙән тыш, әсәләре лә ныҡ "һаҡлай", ахыры.
Совет осоронда хәрби хеҙмәтте "ир-ат мәктәбе" тип атай торғайнылар. Ысынлап та, егеттәребеҙ хәрби әҙерлек үтеп, "һалдат һурпаһын" татыһа, тормош көтөүе лә еңелерәк була ине. Ләкин бөгөн был атама, минеңсә, үҙенең асылына яуап бирмәй. Туҡтауһыҙ хәрби реформалар, географик сиктәрҙең үҙгәреүе һөҙөмтәһендә тотош ил күләмендә илһөйәрлек һүрелеп ҡалғандай. Әле тегендә, әле бында һәләк булып ҡалған һалдаттарҙың яҙмышы борсой, уларҙың ата-әсәһе өсөн йән әрней. Бөгөн хәрби хеҙмәт, ҡайһы бер илдәрҙәге кеүек, контракт нигеҙендә генә булырға тейеш, тип иҫәпләй күптәр. Әммә шундай ҙур илде контракт хеҙмәте армияһы ғына һаҡлай аламы икән? Ана шул бөйөк дәүләттең сиктәрен һаҡлау ихтыяжы власть алдына ҙур талаптар ҡуя. Ай кәртәләнһә, кәртәңде нығыт, тигән боронғолар. Илебеҙ ни тиклем киң, мөһабәт булһа, уның "кәртәләре" лә ныҡлы, бөйөк булырға тейеш. Шул сәбәпле 18-ҙән 27 йәшкәсә ир-егеттәребеҙ Рәсәй Армияһы сафтарына хеҙмәткә саҡырыла. Был - уларҙың бурысы. Ошо тәңгәлдә, әлбиттә, ул баланы мин тыуҙырғанмын, мин үҫтергәнмен һәм ул ниндәй ил алдындағы бурыс, тип ҡаршы төшөүсе әсәләр табылыр. Яуап: ғәҙәти бурыс, һеҙ бала тапҡан, үҫтергән кеүек, уларҙың да һеҙҙе һаҡларға яҡларға тейешле ир-егет бурысы бар. Ә һеҙ, беҙ һәм башҡалар ошо илдә йәшәй.
Танышымдың "Беҙ хеҙмәт итергә теләмәйбеҙ", тигәне ҡыҙыҡ. Ул улын шул ҡәҙәр алдына алған, баҫҡан, хатта уның айырым "мин"е лә юҡ, күрәһең. Ул әсәһе менән ҡушылып, "беҙ"гә әүерелгән. Ә уға бит 18 йәш, ул инде шәхес булып формалашҡан, бер-ике йылдан өйләнергә лә мөмкин. Һәм шул "ир-егеткә" ниндәйҙер ҡыҙ бала ышанып яҙмышын тапшыра була инде…
Илһөйәрлек тойғоһо тигән төшөнсә тураһында кемгәлер нимәлер аңлатыу йәки вәғәз уҡыу урынһыҙ бында, минеңсә. Ул тойғо кешелә йәки бар, йәки юҡ. 18 йәшкәсә ул ғаиләлә һалынмаған икән, тимәк, ҡапылдан килеп тыумаясаҡ. Илен һөймәгән, иленә хыянат итә алған ир-егет һөйгәненә лә, ата-әсәһенә лә, дуҫтарына ла хыянат итә алалыр. Сөнки ул намыҫын алға ҡуя белмәй. "Намыҫ" принцибынан сығып эш итеп өйрәтмәгәндәр. Ә кем өйрәтә уны? Әсәй, әлбиттә. Кешеләге һөйөү тойғоһо, шул иҫәптән Тыуған илгә булған мөхәббәт, әсәй тарафынан яратыла һәм үҫтерелә. Исемдәре ташҡа баҫылған һәм баҫылмаған батырҙарыбыҙҙың, ил һаҡсыларының, башҡалар өсөн ҡорбан булған егеттәрҙең әсәләре балаларын ҡыҙғанмаған йәки йәлләмәгән икән тиһегеҙме? Ҡанат йәйеп ҡурсалау һаҡлау түгел ул, һаҡлар көс ул Аллаһы Тәғәләлә генә. Шунлыҡтан, әрменән алып ҡалам тип сарбаулап йөрөп, уландарығыҙҙың намыҫын кәмһетмәгеҙ, киреһенсә, һынылышлы ваҡыттарында көс-ҡөҙрәт биреүсе булығыҙ. Барһындар улар әрмегә, хеҙмәт үтеп имен-һау ҡайтһындар, йөҙҙәре лә, намыҫтары ла таҙа булыр.
…Танышым аҡса түләп, улын бер йылға йәшереп алып ҡалды. Ай кәртәләнһә, тимәк, ҡайһыларға өмөт самалы…

Ләйлә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.12.15 | Ҡаралған: 1253

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru