«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИХЛАС ҠОТЛАУҘАРҒА ЙӨРӘКТӘРҘЕ АСАЙЫҠ!
+  - 

Яңы йыл алдынан әйтелгән ихлас теләктәр тормошҡа аша, ти. Уның сере нимәлә, беләһегеҙме? Тап Яңы йыл байрамы алдынан еткерелгән теләктәрҙе беҙҙең үҙебеҙҙең ҙә ихласлап, уларҙың ысынлап та бойомға ашырына ышанып, мөғжизәләй күреп ҡабул итеүебеҙҙә. Шуның өсөн "Ихлас теләктәргә йөрәктәрҙе асайыҡ!" тип әйҙәләйбеҙ һеҙҙе.

Даими уҡыусыларыбыҙ белә: гәзитебеҙҙә тап ошо Яңы йыл байрамы алдынан ғына "Әйҙәгеҙ..." тигән рубрикабыҙ пәйҙә була. Әйҙәләүҙәребеҙ бер аҡыллы геройҙың "Бәхетле булғың киләме? Бул, әйҙә!" тигән һүҙҙәре юҫығында. Бәхет тә, сәләмәтлек тә, уңыш та, күркәм холоҡло булып, хөрмәт ҡаҙанып йәшәү ҙә - барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда икәненә ишара бар был рубрикалағы сығыштарҙа. Уларҙы, моғайын, бушҡа аҡыл һатыу тип уйлағандар ҡабул итмәҫ, улар ысынлап та үҙҙәрен, тормоштарын үҙгәртергә теләгәндәргә, ышанғандарға төбәлгән.
Хәбәрселәребеҙҙең, авторҙарыбыҙҙың изге теләктәренә төрөлгән фекер-әйҙәләүҙәрен баҫмабыҙҙың үтеп барған йылдағы ошо һуңғы һанында ла, киләһе йылдың тәүге һанында ла уҡырһығыҙ. Беҙ шулай уҡ көнэлгәре РФ Президенты Владимир Путиндың, БР Башлығы Рөстәм Хәмитовтың, баш ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың, Өфө ҡала округы Советы рәйесе Евгений Семивеличенконың ҡотлауҙарын һәм изге теләктәрен дә еткерәбеҙ һеҙгә. Уларҙың Яңы йыл ҡотлауҙары матбуғат баҫмаларында ташҡа баҫыла, радио-телевидение тулҡындарында яңғырай икән, тимәк, улар һәр йортҡа, һәр кем адресына төбәлә, тигән һүҙ. Йөрәктәрегеҙҙе асығыҙ бөтөн был изге теләктәргә. Йорттарығыҙ ишектәрен асығыҙ.
Йорт ишеге, тигәндән, иғтибарығыҙға бер риүәйәт: "Бер саҡ ҡатыны һәм ҡыҙы менән йәшәгән урмансы өйөнөң ишеген шаҡыйҙар. Асһалар, ишек төбөндә биттәре селтәр менән ҡапланған өс ҡатын-ҡыҙ торғанын күрәләр. "Беҙ Уңыш, Байлыҡ һәм Мөхәббәт булабыҙ. Һеҙ беҙҙең беребеҙҙе генә өйөгөҙгә индерә алаһығыҙмы?"- ти былар. Урмансының ҡатыны иренә һәм ҡыҙына ҡарап, "Мин Уңышты индерер инем, ул беҙгә эшебеҙҙе көйләргә ярҙам итер ине", ти. "Юҡ, - ти урмансы, - беҙ шул тиклем ауыр йәшәйбеҙ, әйҙәгеҙ, Байлыҡты индерәйек". "Зинһар өсөн, Мөхәббәтте индерәйек, мин күптән инде уның менән танышырға теләйем", тип үтенә ҡыҙҙары. Әсәй менән атай кәңәшләшәләр ҙә, ҡыҙҙарының теләген үтәргә, өйгә Мөхәббәтте индерергә ҡарар итәләр. Мөхәббәт өйгә инә. Ләкин уның артынан ҡулға-ҡул тотоношоп, Уңыш менән Байлыҡ та килеп инә..."
Беҙ әйтергә теләгәнгә тап килә һымаҡ был риүәйәттәге фәһемле фекер.
Тимәк... Уңыш толпарына атланыу ҙа, иңебеҙгә Бәхет ҡанаттары үҫтереү ҙә - барыһы ла үҙебеҙҙән, үҙебеҙҙең һайлауҙан, ниндәй дәрәжәлә ихтыяр көсө күрһәтеүҙән, ниҙе маҡсат итеүҙән тора. Көнитмешебеҙ, йән аҫырауыбыҙ беҙҙең теләктәребеҙ, аңыбыҙ, рухыбыҙ, ихтыярыбыҙ менән бәйле барыбер ҙә. Бына шуға ла, һәр кем күңелендә изгелек символы булып урын алған аҡ һаҡаллы Ҡыш бабайға ҡушылып, Яңы йыл алдынан уҡыусыларыбыҙға тағы ла "Әйҙәгеҙ!" тип дәртле өндәшәбеҙ. Әйҙәгеҙ, аңлы, рухлы, көслө ихтыярлы һәм оптимист булайыҡ! Әйҙәгеҙ, рәхмәтле, изгелекле, аҡ уйлы булайыҡ! Әйҙәгеҙ, яҡшылыҡтар көтөп, шул яҡшылыҡтарҙың күберәк булыуына үҙебеҙ ҙә булышлыҡ итеп йәшәйек! Әйҙәгеҙ, еңеүселәр булайыҡ! Һәм тағы... Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайыҡ!
Ҡотлаусыларҙың Ихласлығы, Йөрәк нуры, Һөйөүе һәм Хөрмәте күңелдәрегеҙҙе яҡтыртһын, донъяларығыҙҙы биҙәһен.
Яңы йыл кисендә көткән бар мөғжизәләр - Бәхет ҡошо ла, Сәләмәтлек тигән ҡорос арғымаҡ та, Мөхәббәт тигән серле тойғо-хис тә, Уңыш ғәли йәнәптәре лә, "Минең донъям" тигән күңел һиллеге лә, "Минең балаларым" тигән кинәнес тә, асмандарға аштырыр Хыял-ҡанат та, мул табындар ҙа, өҙөлөп көткән һәм көтөлмәгән шатлыҡлы осрашыуҙар ҙа - барыһы ла ҡаршы алып торһон Һеҙҙе яңы 2016 йыл тупһаһында.

Гөлфиә ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.12.15 | Ҡаралған: 1788

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru