«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠИММӘТЛЕ ХАЗИНАНЫ БЕҘГӘ БӨЙӨК РУС УЛЫ СЕРГЕЙ РУДЕНКО ҠАЛДЫРҒАН
+  - 

Гәзитебеҙҙә 2012 йылдың 48-се һанынан башлап 2015 йылдың 42-се һанына тиклем күренекле рус этнографы, антропологы, археологы һәм географы Сергей Иванович Руденконың бынан 65 йыл элек тәүге тапҡыр нәшер ителгән "Башҡорттар" китабын башҡортсаға тәржемә итеп баҫтырҙыҡ.

С. И. Руденко 1885 йылдың 28 ғинуарында Харьков ҡалаһында дворяндар ғаиләһендә тыуа. 1895 йылда Руденколар ғаиләһе Уралға күсә һәм Сергей уҡыуын Пермь гимназияһында дауам итә. Уның атаһы Башҡорт ерҙәрен межалау комиссияһында эшләй, шуға күрә йәйге каникулдар ваҡытында Сергей атаһы менән бергә башҡорттар араһында йөрөй. Шулай итеп, С.И. Руденко бала сағында уҡ башҡорт халҡының көнкүреше һәм мәҙәниәте менән яҡындан таныша.
Гимназияны уңышлы тамамлағас, Сергей 1904 йылда Санкт-Петербургтағы Император университетының физика һәм математика факультеты тәбиғи фәндәр бүлегенә уҡырға инә. Студент сағында, 1905 - 1907 йылдарҙа, ул экспедициялар барышында Өфө, Ырымбур, Пермь губерналарының төрлө улыстарында башҡорттар тураһында этнографик, антропологик һәм фольклор материалдары йыя. Шул сәйәхәттәр ваҡытында тупланған фольклор мәғлүмәттәре нигеҙендә Руденко 1908 - 1909 йылдарҙа "Revue de traditions populairs" француз журналында башҡорттарҙың этнографияһы һәм фольклоры тураһында "Traditious et contes Bashkirs" ("Башҡорттарҙың риүәйәттәре һәм әкиәттәре") тигән мәҡәләһен баҫтыра.
Шуны әйтергә кәрәк: студент йылдарында С.И. Руденко күренекле рус антропологы Ф. К. Волков менән таныша, уның лекцияларын ҡыҙыҡһынып тыңлай, антропология фәне менән мауығып китә. 1910 йылда уҡыуҙы уңышлы тамамлағас, уны университеттың география һәм антропология кафедраһына эшкә алып ҡалалар.
1912-1913 йылдарҙың йәйендә С. И. Руденко тағы ла Өфө, Ырымбур, Пермь губерналарында ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә, башҡорттар һәм башҡа халыҡтар тураһында Рус музейының этнография бүлегенә күп кенә экспонаттар йыя, 1905 - 1907 һәм 1912 йылдарҙа 1079 дананан торған башҡорт коллекцияһын туплай. 1907, 1912-1913 йылдарҙа Урта һәм Көньяҡ Уралдағы экспедициялар ваҡытында ғалим башҡорттарҙы антропологик яҡтан да өйрәнә. Бөтәһе 1847 кешегә антропометрик үлсәүҙәр үткәрелһә, шуларҙың 1512-һен Руденко үҙе тикшерә. 1916 йылда С.И Руденконың "Башкиры. Опыт этнологической монографии. Ч. I. Физический тип башкир" тигән хеҙмәте Рус география йәмғиәте тарафынан "Записки РГО по отделению этнографии" серияһында нәшер ителә. Китап авторҙың антропологик тикшеренеүҙәре нигеҙендә яҙылған, һәм шул күҙәтеүҙәр һөҙөмтәһендә ул башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙе антропологик яҡтан өс өлкәгә бүлә: 1) көнсығыш; 2) көньяҡ-көнсығыш һәм үҙәк; 3) төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш өлкәләр. Аталған монографияны С. И. Руденко 1917 йылдың декабрендә Мәскәү дәүләт университетында география магистры дәрәжәһенә диссертацияһы итеп уңышлы яҡлай. Авторҙың "Башкиры" монографияһының икенсе өлөшө 1915 - 1916 йылдарҙа әҙер була, ләкин революция һәм граждандар һуғышы арҡаһында ваҡытында донъя күрмәй ҡала. С. И. Руденконың "Башкиры. Опыт этнологической монографии. Ч. II. Быт башкир" китабын шулай уҡ Рус география йәмғиәте баҫтырып сығара.
"Башкиры. Опыт этнологической монографии. Ч II. Быт башкир" хеҙмәте 12 бүлектән тора ("Һунар һәм балыҡсылыҡ", "Малсылыҡ, ҡошсолоҡ һәм ҡортсолоҡ", "Игенселек", "Ашамлыҡ", "Кейем", "Торлаҡ һәм ҡаралтылар", "Ғаилә һәм ырыу", "Ижтимағи тормош" һ.б.), ҡушымта рәүешендә 4 этнографик карта бирелгән. С. И. Руденко башҡорт халҡының көндәлек тормошон бөтә яҡтан тикшерә һәм анализлай.
1928-1930 йылдарҙа Сергей Иванович Руденко СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан буйынса экспедицияһына етәкселек итә. Экспедиция Башҡортостандың етештереү көстәрен һәм халҡын комплекслы тикшерергә тейеш була һәм уға бөтәһе 17 отряд инә. Уның барышында Башҡортостан өсөн файҙалы геологик, геоморфологик, климатты өйрәнеү, гидрологик, геоботаник, экономик, лингвистик, антропологик һәм башҡа күп яҡлы тикшеренеүҙәр башҡарыла.
1952 йылда С. И. Руденконың инициативаһы буйынса СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалының ҙур этнографик экспедицияһы ойошторола һәм ул үҙе унда ике айҙан ашыу ҡатнаша. 1955 йылда СССР Фәндәр академияһы нәшриәтендә Сергей Ивановичтың 30 табаҡтан ашыу торған "Башкиры. Историко-этнографические очерки" китабы донъя күрә. Был китап "Быт башкир" нигеҙендә эшләнә, автор шул заман материалдарын ҡуллана һәм яңы 4 бүлек өҫтәй, ҡайһы бер бүлектәргә өҫтәмәләр индерә.
С. И. Руденконың "Башкиры. Опыт этнологической монографии. Ч II. Быт башкир" һәм "Башкиры. Историко-этнографические очерки" монографиялары бөгөнгө көнгә тиклем классик әҫәр һанала һәм халыҡтың көнкүрешен фәнни яҡтан тикшереүселәргә әле лә өлгө булып тора.
Сергей Иванович Руденко ауыр, ләкин бәхетле тормош кисерә. 1930 йылда ҡулға алынып, Беломорканалға һөргөнгә ебәрелһә лә, тормоштоң аяуһыҙ ысынбарлығын үҙ иңендә татыһа ла, археология, антропология, этнография өлкәләрендә донъя кимәлендәге асыштар яһап өлгөрә.
Украинала, Харьков ҡалаһында тыуып, Пермдә гимназия тамамлап, Санкт-Петербургта йәшәһә лә, бөйөк рус ғалимы Сергей Иванович Руденко Башҡортостан, башҡорт халҡы этнографияһы, антропологияһы һәм тарихы менән ғүмере буйы ҡыҙыҡһына. Ошо халыҡты, ул йәшәгән ерҙе яратмайынса, донъя этнография классикаһына ингән "Башкиры. Опыт этнологической монографии", "Башкиры. Историко-этнографические очерки" хеҙмәттәрен яҙыу һис тә мөмкин булмаҫ ине. Беҙ был бөйөк кеше алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ.

Айбулат ПСӘНЧИН,
география фәндәре докторы, профессор.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.12.15 | Ҡаралған: 1292

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru