«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РИЗЫҠТЫ ҮҘЕБЕҘ БЕШЕРӘЙЕК!
+  - 

Ғаиләлә әсәй кешенең тәмле итеп бешерә белеүе өйгә тағы ла үҙенсә йәм һәм тәм өҫтәй инде ул. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Лилиә ЮЛДАШБАЕВА, аш-һыу тәмле генә түгел, иң тәүҙә файҙалы булырға тейеш, ти. Һөнәре буйынса иҡтисадсы Лилиә лә, уның тормош иптәше лә Өфө районының Пенсия фондында эшләйҙәр. Әңгәмәсебеҙ әлеге мәлдә декрет ялында.

Тәмле ризыҡтар бешерә белеү ҡатын-ҡыҙҙың төп вазифаларының береһе булһа ла, был һөнәргә лә яйлап өйрәнә кеше. Һине был эшкә нимә дәртләндерә?

- Бәләкәй саҡтан тәмле-татлы ризыҡтар бешерергә ярата инем. Гәзиттәрҙә, журналдарҙа баҫылған бөтөн кәңәштәрҙе лә ҡырҡып алып, махсус дәфтәргә йәбештерә барам. Хәҙер генә анһат, интернетты асаһың да, теләгән нәмәңде эҙләйһең лә алаһың. Йылайырҙа йәшәйбеҙ, ауылға газ үтмәгән мәл. Берәй бисквит бешерер өсөн дә мейес яғырға кәрәк. Былай ваҡытта әсәйгә өйҙә ашарға бешерешәм, тик бына улар саҡ ҡына өйҙән сығып китһәләр, миндә кулинар дәрте уяна. Әсәйем менән атайым бәләкәй ҡустымды ла алып, өләсәйҙәргә бер-ике көнгә ҡунаҡҡа киткәндә, беҙ һеңлем менән донъя көтөп ҡалабыҙ. Әсәй ҡат-ҡат киҫәтә, икмәк мейесенә ут яҡмаҫҡа ҡуша, сөнки ут-фәлән сығарып ебәреүҙән ҡурҡа. Мин йә формалар менән газда печеньелар бешерәм, йә мейестә берәй тәмлекәс бешә. Әсәйҙәр ҡайтыуға, һеҙҙең яҡтан тәмле еҫтәр сыҡты, тип, күршеләр уларға әйтеп тә ҡуя. Студент саҡта, шарттар булмағас, бер аҙ тыйылып торҙом. Хәҙер инде ғаиләләле булып, ҡыҙ менән ул үҫтергәс, был шөғөлөм ярап ҡалды. Аш бүлмәм ҙур булһын, тип хыяллана инем, уныһы ла тормошҡа ашты. Тормош иптәшемдең эштән ҡайтыуына төрләндереп ашарға бешерәм. Ашаусылары булһа, ҡатын-ҡыҙ ашарға бешереүҙән бер ҡасан да арымайҙыр ул.

Магазиндан балаларға бер нәмә лә алмайһыңдыр улай булғас?

- Бик ҡабалан, ваҡыт булмағанда ғына магазин ризығы алабыҙ. Унан һуң, уларҙың сифаты ла шик тыуҙыра бит. Ҡыҙым артыҡ һайланмай, бутҡаһын да ашай. Улым бутҡа ашамай, шуға ла бутҡанан ҡоймаҡ ҡоям. Итле аш, ит ризыҡтары ярата. Гел ҡыуанам, балаларымдың ҡартатаһы менән ҡартәсәһе лә, олатаһы менән өләсәһе лә бар. Улар беҙгә ныҡ ярҙам итә. Сифатлы ризыҡты ауылдан ебәреп торалар.
Икмәкте лә хәҙер үҙем бешерәм, балаларға ла ныҡ оҡшай. Балалар өсөн ябай ғына печенье рецебы тәҡдим итәйем әле. Ғөмүмән, ризыҡ тәмле генә түгел, мотлаҡ файҙалы булырға тейеш. Шуға ла ҡамырға эремсек ҡушығыҙ. Бала эремсекте шул көйө ашамауы ла бар, ҡамырҙа иһә ул һиҙелмәй. 150 грамм аҡ майға 200 грамм эремсек, 250 грамм он, 100 грамм шәкәр кәрәк була. Туңған майҙы шәкәр һәм эремсек менән ҡатыштыраһың. Он ҡушып, тиҙ генә ҡамыр баҫаһың. Ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Кистән баҫып, иртән бешерһәң дә була. 3 мм ҡалынлығында йәйеп, печеньелар ҡырҡабыҙ ҙа, 200 градус эҫелектә бешерәбеҙ. 10-15 минуттан әҙер була.
Балалар өйҙә әҙерләнгән туңдырма ла яраталар. 200 грамм эремсекте 0,5 банка ҡуйыртылған һөт менән бер массаға килгәнсе блендерҙа болғатабыҙ. 50 мл һөт өҫтәгәс, тағы болғатабыҙ. Әҙер массаны силикон формаларға ҡойоп, 4-5 сәғәткә туңдырырға ҡуябыҙ.

Интернет селтәрендә һин бешергән төрлө торт, сәк-сәк, бауырһаҡтарҙың һүрәттәрен дә күргәнем бар. Бәлки, гәзит уҡыусылар менән был затлы ризыҡтарҙы бешереү серҙәрен дә уртаҡлашырһың?

- Сәк-сәк башҡорт халҡы ҡунаҡсыллығының бер билдәһе инде ул. Эше лә мәшәҡәтле уның. Мин һуңғы арала бауырһаҡ бешерергә өйрәнеп алдым. Күберәк ошо тәмлекәстең рецебын һорайҙар, шуға ла гәзит уҡыусыларға бауырһаҡ бешерергә өйрәтәйек.
Бауырһаҡ өсөн туң йомортҡа алына, тип яҙыла күп ерҙә. Тәжрибәм күрһәтеүенсә, был мотлаҡ түгел. Ҙур ҡунаҡ өсөн булмаһа, 5 йомортҡа етә. Йомортҡаны ныҡ итеп туҡыйһың, балғалаҡ осонда ғына тоҙ, шәкәр, сода өҫтәп, тағы туҡыйһың. Он ҡушып, ҡамыр баҫаһың. Һалма ҡамырынан саҡ йына йомшағыраҡ булырға тейеш. 1 сәғәткә һалып торам. 8-9 мм ҡалынлығында йәйәм, 2-3 см киңлектә ҡырҡып сығаһың. Мин, тиҙерәк булһын, тип, ике ҡаҙанда бер юлы бешерәм. Үҫемлек майына ҡаҙ майы, эс майы өҫтәргә кәрәк. Тәме насарая тип ҡурҡмағыҙ, киреһенсә, тәмлерәк була. Май ҡайнап сыҡҡас, уны һыуытаһың да, ҡамырҙы һалаһың. Ҡаҙ майы өҫтәгәндә майҙы һыуытып тормаһағыҙ ҙа була, ул ҡайнар майҙы һыуыта. Яйлап ҡалҡҡас, утты тоҡандырып, бешерәһең. Мин майға һыуыҡ һыу ҡоям, бауырһаҡ күҙ алдында ҙурайып, бешеп сыға. Даими болғатып торорға ла онотмағыҙ. Тишекле сүмескә һалһаң, әҙер бауырһаҡтың артыҡ майы ағып бөтә. Бауырһаҡты шәкәр сиробы менән болғатам. 2 стакан шәкәргә 1 стакан һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатаһың, 2 балғалаҡ бал өҫтәйһең. Сироптың әҙерлеген белеү өсөн ике ысул бар: һыуыҡ һыуҙы һыуытҡысҡа ултыртып торам да, сиропты тамыҙып ҡарайым. Ул һыуҙа шар формаһын алһа, әҙер. Шулай уҡ сиропҡа бауырһаҡтың бер осон тығып, уны икенсе бауырһаҡҡа йәбештереп ҡарарға кәрәк. Әгәр улар йәбешһә - сиробығыҙ әҙер. Сироп ҡайнап етмәһә, бауырһаҡ йәбешмәй, тарҡалып тик тора, етмәһә, еүешләнеүе ихтимал. Бауырһаҡты әстерхан сәтләүеге, махсус биҙәүестәр, шоколад менән биҙәргә була.

Шулай итеп...
Ризыҡ уңһын өсөн бисмиллаңды әйтеп, был эшкә яҡшы кәйеф менән тотонорға кәрәк, ти Лилиә. "Ныҡ арыған сағымда ҡамыр ҡуймайым. Шулай ҙа тәүге тапҡыр бешереп ҡарағанда ҡайһы бер нәмәләр уңмауы ихтимал, шуға ныҡышмалыраҡ булығыҙ", - тигән кәңәше лә ярап ҡалыр хужабикәләргә. Үҙең бешергән хәләл ризыҡҡа бер нәмә лә етмәй, аштарығыҙ тәмле лә, файҙалы ла булһын!

Ләйсән ДАЯНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.12.15 | Ҡаралған: 2699

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru