«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОТ ТА ҺАУЫҠ...
+  - 

Был системаға тиң дауа юҡ. Ышанмаһығыҙ, үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ. Һөҙөмтә шунда уҡ күренә. Көн һайын көсөгөҙ артҡанды тойорһоғоҙ. Әгәр көнөнә ике тапҡыр - иртән һәм кис башҡарһағыҙ, 10 көндән һуң проблемаларығыҙ юҡҡа сығыр. Бер ниндәй сығымдар ҙа, дарыуҙар ҙа кәрәкмәй, ҡулланыуға сикләүҙәр, тыйыуҙар юҡ. Был система тәү сиратта рәсми медицина баш тартҡан, түшәктә ятҡан, сирҙәре хроник йәки дауалап булмаҫлыҡ тигән мөһөр һуғылған кешеләр өсөн.

Ошо системаға нигеҙ һалыусы япон Кацудзо Ниши ауырыуҙарынан ғына ҡотолоп ҡалмаған, ә йәшлекте оҙайтыусы сәләмәтлек системаһын эшләгән. Уның нигеҙендә алты ҡағиҙә ята һәм улар һәр кем эшләй алырлыҡ, һәр кем өсөн һөҙөмтәле. Үҙегеҙҙең хәҡиҡәтегеҙ сығанағын табығыҙ һәм әлегә тиклем ҡараңғы, буталсыҡ булып тойолған донъя яҡтыға, сағыуға әйләнер, унда ауырлыҡтарҙың һәм проблемаларҙың йәшерен лабиринттары түгел, ә сәләмәтлек һәм шатлыҡ ҡына булыр. Нишиҙың барлыҡ "алтын" күнекмәләрен шәрә килеш эшләргә кәрәк. Был тире һәм күҙәнәктәрҙең тын алыуын әүҙемләштерә.
..."Үкенескә күрә, улығыҙ 10 йыл да йәшәмәҫ", ти табип малайҙың ата-әсәһенә хәсрәтле ҡарап. Атай менән әсәй тын алырға ла ҡурҡып, шымып ҡала. Докторға ышанмаҫҡа бер генә сәбәп тә юҡ - уны Токиола барыһы ла яҡшы белә, берәү ҙә уның һығымталарында шикләнмәй. Әммә был юлы абруйлы белгес хаталана. Юҡ, диагнозда түгел. Эсәктәр туберкулезы һәм үпкәнең өҫкө өлөшөнөң лимфалары ялҡынһыныуы... теләһә кемдең күңелен төшөрөр ине. Әммә ул фараздарында яңылыша. Әле генә хөкөм сығарылған үҫмер 75 йәшкә тиклем йәшәйәсәк, ҙур инженер, профессор буласаҡ һәм үҙенең Сәләмәтлек системаһын эшләп, бөтөн донъяға танылыу яулаясаҡ. Япония Хөкүмәте уға "Милләт ҡаҙанышы" исемен бирәсәк. Әммә был һуңынан, ә әлегә... Әлегә Кацудзо Ниши китаптар уҡый. Медицина, анатомия, физиология, психология, философия буйынса хеҙмәттәрҙе ентекле өйрәнә, төрлө диндәрҙең тәжрибәләрен үҙләштерә. Сәләмәтлек тураһында күпме китап уҡып сыҡты икән ул? Педант япон уларҙың иҫәбен алып бара: 10 меңдән ашыу том. Ниши уларҙы өйрәнә һәм ҡасандыр төрлө илдәрҙә ҡулланылған һауығыу системаһын үҙендә тикшереп ҡарай. Һөҙөмтәлә ул ауырыуын еңеп кенә ҡалмай, нигеҙендә тәбиғәт ҡанундарына ярашлы йәшәү ятҡан система булдыра. Олоғайған көнөдә Ниши: "Сәләмәтлек системаһы мин уйлап тапҡан нәмә түгел, - тип баҫалҡы ғына белдерә. - Бары тик булған ысулдарҙың иң яҡшыларын һәм һөҙөмтәлеләрен генә һайлап алдым. Мин кеше организмын ауырыуҙар күҙлегенән түгел, ә сәләмәтлек яғынан ҡарайым". Ул кешене һәр береһен айырым дауалап булған, бер-береһе менән бәйләнмәгән ағзалар тупланмаһы тип ҡарауҙы абсурд тип һанай. Дарыуҙар терапияһын бөтөнләй инҡар итә. Төп дауа - кешенең үҙендә булған дауалаусы көс икәненә инана. Уларҙы арттырыусы һәм организмдың теләһә ниндәй тайпылышын бөтөрөүсе "мөғжизәле таяҡ" булып Ниши булдырған алты ҡағиҙә тора. Ул ике ҡағиҙәне һәм дүрт күнегеү комплексын үҙ эсенә ала.
Беренсе ҡағиҙә - ятҡан урынығыҙ ҡаты булһын. "Әгәр сирегеҙ күп икән, умыртҡалыҡты дауалағыҙ", тип юҡҡа әйтмәй Кацудзо Ниши. Ул һәр ваҡыт кәүҙәне төҙ тотоу тураһында иҫкәрткән. Һәр саҡ үҙеңде контроллә: арҡаны һәм ҡулбаштарҙы тура, эсте тартылған килеш тоторға кәрәк. Әммә беҙ ғүмеребеҙҙең бер өлөшөн йоҡлап үткәрәбеҙ, шуға күрә был ваҡытты ял өсөн түгел, ә буй-һынды төҙәтеү өсөн дә файҙаланырға мөмкин. Тимәк, ятҡан урын-ер тигеҙ һәм ҡаты булырға тейеш. Икенсе ҡағиҙә - ҡаты яҫтыҡ. Ниши япон мәҡәлен иҫенә төшөрә: "Ҡыйшайған муйын - ҡыҫҡа ғүмер билдәһе". Ҙур һәм йомшаҡ мендәр муйындың умыртҡаларын яфаланырға мәжбүр итә, ә ҡаты яҫтыҡ уны нормаға килтерә, баш ауыртҡанда, танау-тамаҡ, күҙ ауырыуҙарында ярҙам итә, умыртҡалыҡты нығыта.
Өсөнсө ҡағиҙә - "Алтын балыҡ" күнегеүе. Был күнегеүҙе, башҡалары кеүек үк, һәр көн иртән һәм кисен башҡарырға кәрәк. Ул буй-һынды, ҡан әйләнешен яҡшырта. Ҡаты тигеҙ ергә арҡағыҙ менән ятығыҙ, ҡулығыҙҙы баш осона һуҙығыҙ, аяҡ бармаҡтарын өҫкә тартығыҙ. Бер нисә тапҡыр сиратлап, етегә тиклем һанап, умыртҡа һөйәген тартығыҙ: тәүҙә уң аяҡ табанығыҙ менән иҙәндән алға шыуышығыҙ, ә ҡулдарығыҙ менән шул уҡ ваҡытта кирегә тартылығыҙ. Һуңынын шул уҡ күнегеүҙе һул аяғығыҙ менән эшләгеҙ. Артабан устарығыҙҙы муйын аҫтына һалып, аяҡ бармаҡтарын үҙегеҙгә тартығыҙ. Шул торошта балыҡ кеүек уңға-һулға (әммә өҫкә-аҫҡа түгел) 2 минут борғоланығыҙ.
Дүртенсе ҡағиҙә - капиллярҙар өсөн тирбәлеш. Япон ғалимы кешеләрҙең күпселек сирҙәре нигеҙендә капиллярҙарҙың ауырыуы ята, тип һанаған. Тамырҙарҙан иң элек капиллярҙар бысрай башлай. Тимәк, ҡан тәндең һәр күҙәнәгенә барып етә алмай. Капиллярҙарға шундай ауыр эштәрендә нисек ярҙам итергә? Тирбәлдерергә! Иртән һәм кисен! Тирбәлеү ҡулдарҙа һәм аяҡтарҙа, тотош организмда ҡан әйләнешен яҡшырта. Арҡағыҙға ятығыҙ, муйынығыҙҙың аҫтына валик һалығыҙ, ҡулдарығыҙҙы һәм аяҡтарығыҙҙы өҫкә күтәрегеҙ, табандарығыҙ иҙәнгә параллель булһын. 1-3 минут самаһы ҡулдарығыҙҙы һәм аяҡтарығыҙҙы һелкетегеҙ.
Бишенсе күнегеү - "Устарҙы һәм табандарҙы бер-береһенә терәү". Был күнегеү туҡымаларҙың ҡан әйләнешен, мускулдарҙың һәм нервыларҙың, эске ағзаларҙың эшмәкәрлеген яҡшырта. Кацудзо Ниши, уны көн һайын 4 минут башҡарыу ауырлы ҡатындарҙың бала табыу процесын еңелләштерә, тип яҙа. Уның шундай ике пациенты була: береһенә таз һөйәге тар булғанлыҡтан, операция билдәләйҙәр, икенсеһенең балаһы арҡыры ята. Һөҙөмтәлә ике ҡатын да хирургтар ҡатнашлығынан тыш бына тигән итеп бала таба.
Әҙерләнеү өлөшө. Арҡағыҙға ятығыҙ, муйынығыҙ аҫтына валик һалығыҙ. Устарығыҙҙы һәм табандарығыҙҙы тоташтырығыҙ, тубыҡтарығыҙҙы ян-яҡҡа ебәрегеҙ. Бармаҡ остары менән бер-береһенә 10 тапҡыр баҫығыҙ. Артабан бармаҡ остары һәм усығыҙ менән 10 тапҡыр бер-береһенә баҫығыҙ. Устарығыҙҙы айырып, уларҙы баш артына ҡуйығыҙ һәм 10 тапҡыр арттан алға битегеҙ аша билегеҙгә тиклем һыпырығыҙ. Бармаҡтар баш яғына ҡарап торорға тейеш. Бармаҡтарығыҙҙы табандар яғына бороп, улар менән сандырҙан кендеккә тиклем 10 тапҡыр һыпырығыҙ. Устарығыҙҙы бергә ҡуйып, ҡулығыҙҙы алға һуҙығыҙ һәм 10 тапҡыр һауаны балта менән ҡырҡҡан кеүек һелтәгеҙ. Ҡулығыҙҙы 10 тапҡыр мөмкин тиклем бейеккәрәк һәм аҫҡараҡ һуҙырға тырышығыҙ. Устарығыҙҙы ашҡаҙан тирәһенә (солнечное сплетение) ҡуйып, бергә ҡуйылған табандарығыҙҙы 10 тапҡыр 1-1,5 табан оҙонлоғонда алға-артҡа хәрәкәтләндерегеҙ. Һуңынан 10-60 тапҡыр умыртҡа һөйәген һуҙырға тырышып, устарығыҙҙы һәм табандарығыҙҙы бер үк ваҡытта хәрәкәтләндерегеҙ.
Төп өлөш. Табандарығыҙҙы һәм устарығыҙҙы айырмайынса күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ ҙа, ошо позала 10-15 минут ҡалығыҙ. Ҡул бармаҡтарығыҙ түбәгә ҡарап торорға тейеш.
Алтынсы ҡағиҙә - арҡа һәм эс өсөн күнегеү. Кацудзо Нишиҙың Сәләмәтлек системаһының алтынсы ҡағиҙәһендә арҡа һәм эстең хәрәкәте үҙ-үҙеңде инандырыу менән бергә бара. Күнегеү симпатик һәм парасимпатик нервылар системаларының эшмәкәрлеген, организмдың кислота-һелте балансын тергеҙә һәм сәләмәтлеккә көйләй. Тубыҡланып ултырығыҙ, тазығыҙ үксәләрегеҙгә, табанығыҙға тейеп торһон. Тигеҙлекте ҡоймос һөйәгендә тотоп, умыртҡалыҡты турайтығыҙ.
Ара күнегеүе. Уны һәр алты әҙерлек күнегеүенән һуң һәр яҡҡа берәр тапҡыр эшләгеҙ. Ҡулдарығыҙҙы күкрәк тураһында алға һуҙығыҙ. Башығыҙҙы һулға бороғоҙ, ҡулбаш аша ҡоймосоғоҙҙо күрергә тырышығыҙ. Ҡоймос тәңгәлендә апельсин ҙурлығында янып торған алтын шарҙы күҙаллағыҙ һәм уны яйлап ҡына арҡағыҙ буйлап өҫкә күтәрегеҙ, умыртҡалыҡтың һәр умыртҡаһы менән уның яғымлы, шифалы ҡағылыуын тойорға тырышығыҙ. Башығыҙҙы элекке торошона ҡайтарығыҙ һәм шул уҡ күнегеүҙе икенсе яҡҡа эшләгеҙ. Һуңынан ҡулдарығыҙҙы баш өҫтөнә күтәрегеҙ ҙә, шул уҡ күнегеүҙе тиҙ генә яңынан ҡабатлағыҙ.
Әҙерлек күнегеүе. Ҡулбаштарығыҙҙы 10 тапҡыр күтәреп төшөрөгөҙ. Башығыҙҙы 10 тапҡыр уңға һәм һулға һалығыҙ. Артабан 10 тапҡыр алға эйегеҙ һәм артҡа ташлағыҙ. Башығыҙҙы артҡа, уң яҡ ҡулбашығыҙға - 10, артҡа, һул яҡ ҡулбашығыҙға 10 тапҡыр һалығыҙ. Башығыҙҙы уңға эйегеҙ, һуңынан яйлап ҡына артҡа, умыртҡалыҡҡа табан әйләндерегеҙ. Икенсе яҡҡа ҡабатлағыҙ. Һәр ҡулбашҡа 10-ар тапҡыр ҡабатлағыҙ. Ҡулығыҙҙы терһәктән тура мөйөш итеп бөгөгөҙ, уларҙы ситкә айырып, йоҙроҡтарығыҙҙы төйнәгеҙ. Эйәгегеҙ түбәгә ҡарап торғанға тиклем башығыҙҙы артҡа ташлағыҙ. Етегә тиклем һанап, терһәктәрегеҙҙе артҡа ебәрегеҙ һәм уларҙы арҡағыҙҙа тоташтырырға тырышығыҙ. Эйәгегеҙҙе түбәгә һуҙығыҙ. Был күнегеүҙе 10 тапҡыр ҡабатлағыҙ.
Төп күнегеү. Бер үк ваҡытта эсегеҙ менән алға-артҡа хәрәкәтләнеп, 10 минут унға-һулға сайҡалығыҙ. Күнегеүҙе эшләгәндә эстән генә: "Миңә һәйбәт, һәм көндән-көн яҡшыраҡ буласаҡ. Организмымдың һәр күҙәнәге яңыра. Ҡаным сафлана, таҙара, сәләмәтләнә. Тирем, тамырҙарым һығылмалыға, ныҡлыға әйләнә, һөйәктәрем - нығый, быуындарым - һығылмалана. Барлыҡ системалар һәм ағзалар яҡшы эшләй. Мин сәләмәтерәк, аҡыллыраҡ, изгелеклерәк, үҙемә һәм кешеләргә файҙалыраҡ була барам. Миңә яҡшы һәм көндән-көн яҡшыраҡ буласаҡ", - тип ҡабатлағыҙ. Кацудзо Ниши күнегеүҙәрҙе самурайҙарҙың яратҡан хәҡиҡәтенә һылтанып, бөгөндән башларға кәңәш итә: "Бөгөн һәм иртәгә юҡ. Беҙ бары тик әлеге ваҡытта нимә бар, шуға эйә".

Шәрифә САЛАУАТОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1537

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru