«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭЙ, ТУҒАНДАР, НАҘАНЛЫҠТАН ҠУРҠЫУ КӘРӘК!
+  - 

Иртәнсәк торғас та кухнялағы радиоалғысты тоҡандырам. Сәғәт 7 тулыу менән "Юлдаш" каналынан өлгөр, уңған, шаян өс егет - Марсель, Йәмил һәм Филүс "Иртәнсәккәй тороп..." тигән өс сәғәтлек тапшырыуҙарын башлап ебәрә. Үкенескә, мин уның яртыһын ғына тыңлап өлгөрәм, сөнки эшкә сығып китергә тура килә. Егеттәрҙең эшенә баһа биреү өсөн шуныһы ла етә, әлбиттә: афарин, егеттәр, рәхмәт һеҙгә, тип әйтеүҙән башҡа һүҙ юҡ.

Хәҙер уларға шул тиклем өйрәнеп кителде, ял көндәрендә йәки профилактика сәғәттәрендә был тапшырыу эфирға сыҡмаһа, бер төрлө яманһыу булып тора. Программа йәнле һәм ҡыҙыҡлы ғына түгел, мәғлүмәттәргә лә бай булыуы менән айырылып тора. Бер-береһен бүлдермәй, матур итеп алып барыуҙары, кинәйәләп, шаяртып алыуҙары ла күңелгә ятышлы, урынлы. Тағы ла шуныһы оҡшай: егеттәр бер ваҡытта ла туҙға яҙмаған нәмәләр хаҡында һөйләп, ваҡыт уҙғармай, хата мәғлүмәттәргә лә юл ҡуйылмай, һәр һүҙҙәрен үлсәп, телмәр мәҙәнилектәрен генә түгел, үҙҙәренең дә тәрбиәле, мәғлүмәтле булыуҙарын күрһәтә, көнүҙәк темаларҙы таба белә, тыңлаусыны ихтирам итә.
Юғиһә, эшкә китеп барғанда автобус водителенең "зауҡына" буйһоноп, "Русское радио"ны тыңлап барырға ла мәжбүр булаһың йыш ҡына. Ҡарлыҡҡан тауышлы алып барыусы бер ир-егет оятһыҙ көләмәстәр һөйләй ҙә, башҡа алып барыусылар менән бергәләп, хахылдап көлөшәләр. Тыңлаусыны бар тип тә белмәйҙәр. Кем өсөн эшләйҙер инде улар? Шулай ҙа был яҙмамда әйтергә теләгәнем икенсе ине. "Юлдаш" егеттәренә рәх-мәт һүҙен форсат тыуғанда әйтеп ҡалайым, тинем. Ә баяғы һүҙ ошо тапшырыуға, йәғни унда ҡатнашыусы радио тыңлаусыларға төбәлә. Егеттәр республикабыҙ тәбиғәте, әҙәбиәте, мәҙәниәтенә бәйле "Тылсымлы балаҫ" викторинаһы алып бара. Бик шәп "лакмус ҡағыҙы" булды әле ул бәғзе бер наҙандарға. Һорауҙар бөтөнләй ҡатмарлы түгел, мәктәп уҡыусыһы ла яуап бирә алырлыҡ еңел. Башында саҡ ҡына уйы, моңо, белеме булған кеше уйлап та тормай яуап бирергә һәм бүләкте һә тигәнсе оторға тейеш, минеңсә. Өҫтәүенә, яуапты тиҙләтеүсе өс төрлө вариант әйтелә. Эш, әлбиттә, бөтөнләй ҙә бүләктә түгел. Таң менән "Юлдаш"тың телефон һандарын йыйып, унда шылтыратырға йөрьәт иткәс, үҙеңдең белем һәм дә мәҙәни кимәлеңде самалау кәрәк тә бит. Юҡ, ябай ғына һорауға ла яуап бирә алмай хур була шул күптәр. Егеттәр улай итеп тә, былай итеп тә ҡарай, бөтөн вариант-яуаптарҙы тик "сәйнәп" кенә ҡаптырмай яуапһыҙ яуап биреүселәргә, тик белмәгән кешегә... Йәнем көйөп, шул мәлдә радионы һүндереп ҡуям. Егеттәрҙең ниндәй һорауҙарына яуап ала алмауын теркәп бармағаныма үкенәм, эшкә ҡабаланғанда, уның ҡайғыһымы. Ошо араларҙағы тапшырыуҙарҙан иҫтә ҡалған бер нисәһе түбәндәгеләр: З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтен, билдәле мәғрифәтсе, ғалим, ислам дине белгесе Ризаитдин Фәхретдин тураһында, Кинйә Арыҫлановты, өс Советтар Союзы Геройы биргән ауыл исеме (яуап тулы булманы) Кинйәбыҙҙы, Ашҡаҙар йылғаһы тураһында һәм башҡа шуға оҡшаш тарих, география, әҙәбиәт, мәҙәниәт буйынса ябай ғына һорауҙарға ла яуапты белмәй булып сыҡты замандаштар. Бик йәл генә түгел, хурлыҡ бит был! Исмаһам, балаларының, ейәндәренең тарих, география, әҙәбиәт дәреслектәрен асып ҡараһасы улар радиоға шылтыратырҙан алда. Китап түгел, гәзит тә уҡымай, тимәк, был кешеләр. "Киске Өфө", "Башҡортостан", "Йәшлек" гәзиттәренең береһен генә алдырып уҡып барған хәлдә лә, ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә була алырҙар ине. Уҡымаған, тома наҙан быуын да түгел бит улар. Өлкән тигәндәре лә үткән быуаттың 50-70-се йылдарында мәктәптә белем алған кешеләр. Урта йәштәгеләр менән йәштәр тураһында әйтеп торорға ла түгел: алған белемдәре онотолмаған да әле, ә барыбер Башҡортостаныбыҙ хаҡында бер ни ҙә белмәйҙәр: Айҙа йәшәйҙәрме ни! Был мәҡәләне яҙыуға, ниһайәт, 23 декабрҙәге тапшырыу "һуңғы тамсы" булды. Иртә менән бер ханым, исемен Лилиә тине, булһа кәрәк, шылтырата. Егеттәр быға шундай һорау бирә: "Ул 1968 йылдың 1 ғинуарынан баҫылып сыға башлай. Нимә тураһында һүҙ бара?" Эфирҙа - тынлыҡ. Икенсе вариантты яңғыраталар: "Уның тәүге етәксеһе итеп яҙыусы Кәтибә Кинйәбулатова тәғәйенләнә". Оҙаҡҡа һуҙылған тынлыҡ... "Баҫылып сыға, тигәс, тимәк, нимә инде ул?" тигәнерәк асыҡлаусы мәғлүмәттәр ҙә әйтеп ҡарай алып барыусылар. Ханым, әйтерһең дә, ауыҙына һыу уртланы. Аптырағас, егеттәр "Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн был журналдың бөгөнгө мөхәррире Гөлназ Ҡотоева" тип, "кәртте" бөтөнләй асып һалды. Иҫ китмәле хәл, ләкин, ышанаһығыҙмы - яуап булманы. Дөрөҫ, һәр кем дә Ҡотоеваны белеп тә бөтөрмәй торғандыр, ләкин билдәле яҙыусы Кәтибә апайҙы, ул йылдарҙа бик популяр булған, заманында унда Рәми Ғарипов, Әнисә Таһирова, Гөлфиә Юнысова, Йомабикә Ильясова эшләп киткән "Башҡортостан ҡыҙы" журналын белмәү ғәфү итерлек хәлме? Бөгөн популярлығы кәменеме әллә журналдың? Ундай сүрәттә лә республикабыҙҙа махсус ҡатын-ҡыҙҙар өсөн нәшер ителеүсе берҙән-бер журнал бит ул. Уның хаҡында ир-егеттәр ҙә яҡшы белә, моғайын. Был ханым тамам оятҡа ҡалыуын аңланымы икән? Тауышына ҡарағанда, урта йә өлкәнерәк йәштә булырға оҡшаған.
Әйткәндәй, йәштәр араһында ла йыш осрай бындай маңҡорттар. Үҙен ихтирам иткән, тыуған ерен, илен, өҙөлөп яратҡан кешенең күңеле һәр ваҡыт камиллыҡҡа, белемгә ынтыла. Маҡтанғандан түгел, мин үҙем, мәҫәлән, Башҡортостан картаһын алдыма асып һалып, сәғәттәр буйы роман уҡыған һымаҡ ҡарап ултырырға, карта буйлап "сәйәхәт ҡылырға" яратам. Был миңә кәрәк һәм ҡыҙыҡ. Ә бына мин йәшәгән йортта бер күрше бар. Республикабыҙҙың, әйтәйек, төньяғында йәки көнсығышында ниндәй райондар урынлашҡанын да белмәй. Яҙыусылар, артистар, ғалимдар тураһында - ләм-мим. Ундағы йылғалар, күлдәр, тауҙар тураһында әйтеп торорға ла түгел. Уның ҡарауы, баҙарҙа йә магазинда ит, картуф хаҡы күпме, ҡайҙа нимә арзаныраҡ хаҡҡа һатыла - теҙеп әйтеп бирер: бик һәйбәт белә. Шулай инде, кемгә - нимә был фани донъяларҙа...

Фирүзә ИШБИРҘИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.16 | Ҡаралған: 1366

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru