«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ ЙЫЛДЫ УРМАНДА ҠАРШЫЛАНЫҠ
+  - 

Балалар үҫеп, тыуған йортобоҙҙо ташлап киткәс, бер үҙемә моңһоу булып ҡалды. Ләкин был оҙаҡҡа барманы, улар мине лә үҙҙәре янына- баш ҡалабыҙ Өфөгә күсереп алды. Ауылымды, өйөмдө бөтөнләйгә ташламаным шулай ҙа, Учалы районына, Мулдашҡа әленән-әле ҡайтып-китеп йөрөйөм.

Әйтеүемсә, дүрт балам да - ике ҡыҙым, ике улым да Өфөлә йәшәй, бөтөнөһө лә үҙ милләтебеҙҙән иш табып, матур, етеш ғаилә ҡорҙолар, балалар үҫтерәләр. Күңелем тыныс улар янында. Ейән-ейәнсәрҙәремде ҡарашам, үҙемсә тәрбиә һабаҡтары күндерергә тырышам уларға. Туған телебеҙҙе, йыр-моңдарыбыҙҙы онотмаһындар, ғаиләлә башҡортса һөйләшһендәр, башҡортса уҡыһындар - бөтөн теләгем шул. Шөкөр, балаларым бер-береһе менән үҙ-ара тығыҙ аралашып, татыу йәшәйҙәр: байрамдар, тыуған көндәр, башҡа берәй төрлө ғаилә тантанаһы булһынмы - гел бергә йыйылышып үткәреүҙе хуп күрәләр. Әйткәндәй, Яңы йылды ла беҙ ана шулай бергәләшеп-гөрләшеп ҡаршыланыҡ. Шул хаҡта ҡыҫҡаса ғына һеҙгә лә һөйләп киткем килә. Ойоштороу яғына килгәндә, ул яҡтан Рита ҡыҙымдың һәләттәрен танымау мөмкин түгел. Юҡҡа ғынамы ни ул "Пышка" кеүек эре компания төркөмөндә директор урынбаҫары вазифаһын уңышлы башҡарыусы менеджер булараҡ билдәле һеҙгә. Яңы йылды бергәләп тәбиғәт ҡосағында ҡаршылау идеяһы тап уның башына килде лә инде. Был план бөтәбеҙгә лә оҡшаны, айырыуса - балаларға! Күп уйлап торманыҡ, өс машинаға тейәлдек тә, сығып та киттек. Дөрөҫ, беҙҙең уй тәүҙәрәк Яңы йылды Торатауҙа, башҡорт Ҡыш бабайы янында ҡаршылау ине, ләкин тап 31 декабрҙә ул эшләмәй булып сыҡты. Беҙҙең маршрут шуға ла Белорет - Учалы йүнәлешенә йөҙ тотто. Ҡышҡы тәбиғәт, айырыуса Белорет яҡтарының тәбиғәт мөғжизәләренә һоҡланып, байтаҡ юл үтеп киткәнбеҙ, бына Белорет ҡалаһы ла артта тороп ҡалды, ә сәғәт уҡтары төнгө 12-гә яҡынлай. Беҙ райондың Уралтау тигән ауылы янындағы юл айырмаһында туҡталыш яһап, Яңы йылды ҡаршыларға ҡарар иттек. Бөтөн кәрәкле нәмәләрҙе, хатта утынына, самауырына тиклем үҙебеҙ менән алғанбыҙ. Тиҙ генә ҡышҡы тәбиғәт ҡосағында, ҡар өҫтөндә дөрләтеп усаҡ тоҡандырып ебәрҙек. Берәүебеҙ гармун уйнай, башҡаларыбыҙ бейей, ашарға йүнәтә - өшөргә ваҡыт та булманы хатта. Шулай итеп, ун ике тулғаны ла һиҙелмәй ҡалды. Президент В. Путиндың телмәрен тыңланыҡ та, "ура" ҡысҡырып, бер-беребеҙҙе ҡотлашып, Яңы йылды ҡаршы алдыҡ: ҡотло булһын, хәйерле булһын Яңы 2016 йыл! Донъялар имен торһон, тыныслыҡ, татыулыҡ алып кил барса халыҡтарға! Үҙебеҙ һау-сәләмәт булайыҡ, балаҡайҙарыма уңыш, бәхет юлдаш ит, тип һорайым Хоҙайымдан эстән генә Яңы йыл тыуған еребеҙгә аяҡ баҫҡан минуттарҙа...
Яңы йылды, шулай итеп, юлда ҡаршыланыҡ. Үҙ ғүмеремдә ошолай матур һәм ғәҙәти булмаған шарттарҙа яңы йыл ҡаршылағаным юҡ ине әле. Рәхмәт инде балаҡайҙарыма, ҡыуанып бөтә алмайым. Бер тигәс тә, ҡышҡы сәфәребеҙҙе дауам итеп, иртәгәһенә Учалыла, тыуған ауылыбыҙҙа ла туҡтап ҡунаҡ булдыҡ, туғандарҙы күрҙек, мунса яғып, күңелебеҙ булғанса сабындыҡ. Хәл-әхүәлдәрен белештек. Ҡышҡы сәйәхәтебеҙ маршрутын артабан Силәбе өлкәһендә дауам иттек. Марат улымдың кәләше Флүрә киленебеҙҙең тыуған яҡтары - Уй районы Булат ауылына табан киттек "туп-тура ҡарап", Туҡайса әйткәндә. Унда ла беҙҙе әҙерләнеп көтөп торғандар. Әле юлда уҡ Фәнүр кейәүем Ҡыш бабай костюмын кейеп алды, ейәнсәрем Алина - Ҡарһылыу. Башҡаларыбыҙ ҙа хәлебеҙсә кейенешеп, Роза ҡоҙағыйыбыҙҙың урамынан икенсе бер ҡоҙағыйыбыҙҙың йортона тиклем йәйәүләп үттек. Урам тулы халыҡ - беҙҙе сығып ҡарап ҡалалар, ә беҙгә - ҡыҙыҡ! Силәбеләр бик ҡунаҡсыл, ихлас халыҡ. Етеш, бай йәшәйҙәр, күп итеп мал аҫырайҙар, шуға ла һуғымдары мул: йылҡы, ҡаҙ ите, ҡаҙылыҡтары, тултырмалары - табындары һыйҙан һығылып тора. Бишбармаҡты беҙҙәге кеүек, телеңде йоторлоҡ итеп бешерәләр. 2 ғинуар көнө шулай ҡунаҡ булып, 3-ө көнө сәфәребеҙҙән ҡәнәғәт булып, ҡайтып киттек. Бына был, исмаһам, байрам булды бөтәбеҙгә лә. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр Яңы йылды гел генә өйҙә ултырып, бер ҡайҙа сыҡмай, ашап-эсеп ҡаршыларға ғәҙәтләнгән. Үҙем дә элегерәк ауылда йәшәгәндә шулай итә инем. Клубҡа сығып килһәң - киләһең, сыҡмаһаң, ятаһың да йоҡлайһың. Хәҙер, бындай сәйәхәтебеҙҙән һуң, мин улай итә алмам инде: бигерәк матур, серле, илаһи төн икән ул - тәбиғәттә Яңы йыл төнө!

Лилиә НАФИҠОВА,
хаҡлы ялдағы медицина хеҙмәткәре.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.16 | Ҡаралған: 1188

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru