«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠСАНЛЫҠ ТӨП СИФАТЫ СИБАЙҘАРҘЫҢ
+  - 

Урал аръяғы халҡының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсаты менән асылған Сибай филармонияһы үҙенә генә хас йөҙө һәм тамашасылары, бай тарихы һәм йолалары булған, башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен түкмәй-сәсмәй йыйыусы һәм һаҡлаусы төп сәнғәт ойошмаһы булараҡ билдәле. Бөгөн ул ҡалала һәм Урал аръяғында ғына түгел, тотош республиканың сәнғәт донъяһында алдынғы урын биләй. Ижади коллектив үҙ тамашасыларына өр-яңы һәм оригиналь концерттар, театрлаштырылған тамашалар, шоу-программалар тәҡдим итә. Танылыу яулаған артистар һәм алып барыусылар ҡатнашлығындағы концерт программаларында халыҡ ижадына, классик әҫәрҙәргә һәм популярлашҡан башҡа төр сәнғәт өлгөләренә ҙур урын бирелә. Республикалағы берҙән-бер "Сулпан" балалар театры менән ҡушылып, Сибай концерт-театр берекмәһе тигән берҙәм исем аҫтында йәшәүсе мәҙәниәт усағының яңы етәксеһе Айбулат Миңлеғәле улы Ҡотошов менән әңгәмәбеҙ филармонияның бөгөнгө хәле, киләсәккә билдәләнгән уй-ниәттәре хаҡында.

Айбулат Миңлеғәле улы, гәзит уҡыусылар һөйләшеүебеҙҙең асылына тәрәнерәк төшөнһөн өсөн уларҙы филармонияның барлыҡҡа килеү тарихы менән тағы бер тапҡыр таныштырып китеү урынлы булыр, моғайын…

- Эйе, һүҙҙе баштан башлаған яҡшы… Сибай ҡала Советы президиумының 1993 йылдың 8 июлендәге ҡарарына ярашлы, шул йылдың 1 сентябренән филармония коллективын туплау эше башлана. Яңы ойошҡан коллективтың беренсе директоры Фәтих Хөснөтдинов, художество етәксеһе Әлмира Ҡыуатова була. Артабан эшкә Гөлназ Аҡназарова (бейеү ансамбле етәксеһе), баянсы Санъяр Мәүлетҡолов, йәш бейеүселәр Сулпан Асҡарова, Айтуған Дәүләткирәев, Өфө сәнғәт училищеһының талантлы студенттары Лилиә Ишемйәрова, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар саҡырыла. 1994 йылдың ғинуар айында тамашасылар хөкөмөнә сығарылған "Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп, әйҙә, йырла башҡорт балаһы!" исемле концерт программаһы йәш коллективтың тарихына тәүге йылъяҙманы яҙа. Концерт тамашасыларға бик оҡшай, улар һәр сығышты дәррәү алҡыштар менән оҙата. Ошо уҡ йылдың март айында директорлыҡ вазифаһын Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ринат Ишмуллин ҡабул итеп ала. Ә ҡулдарына квалификациялы белгес дипломы алған кисәге студенттар беренсе гастролдәргә сыға. 1995 йылдың 1 ғинуарынан ҡала филармонияһы Башҡорт дәүләт филармонияһының филиалына әйләнә. 1998 йылда иһә Министрҙар Кабинеты ҡарары менән уға Дәүләт филармонияһы статусы бирелә. Фольклор фестивалдәрендә ҡатнашып, Сибай дәүләт филармонияһы коллективы 1996 йылда - Францияла, 2001 йылда - Грецияла, 2005 һәм 2006 йылдарҙа Төркиәлә Рәсәй исеменән сығыш яһаны. Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Татарстан республикалары, Силәбе, Пермь, Ҡурған, Һарытау, Төмән, Ырымбур өлкәләре, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалалары тамашасылары филармония артистарын һәр ваҡыт йылы ҡаршы ала.

Мәғлүм булыуынса, һеҙ коллектив менән күптән түгел генә етәкселек итә башланығыҙ. Тәүге тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашып китә алмаҫһығыҙмы?

- 2004 йылдан 2015 йылға ҡәҙәр филармонияға Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Вәкил Йосопов етәкселек итте. Уның бай тормош тәжрибәһе һәм сәнғәт өлкәһендәге тәрән белеме йәш һәм талантлы коллективҡа артабан үҫергә һәм оҫталыҡ тупларға ярҙам итмәйенсә ҡалмағандыр. Мин Вәкил Барый улына шундай көслө коллектив туплағаны өсөн рәхмәтлемен! Бөгөн коллектив бөтә быуын тамашасыларының күңеленә хуш килерлек концерт программалары тәҡдим итә ала. Бының өсөн кәрәк булған бөтә мөмкинлектәр ҙә - ижади кадрҙар ҙа, матди-техник база ла бар. Филармонияның сәхнәгә ҡуйыу төркөмөндә үҙ эштәрен яҡшы белгән, талантлы кешеләр эшләй. Шуларҙың береһе - художество етәксеһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина. Мин уны электән алыштырғыһыҙ нәфис һүҙ оҫтаһы, нәзәҡәтле алып барыусы, оҫта ойоштороусы итеп беләм.
Әлеге ваҡытта директор урынбаҫары вазифаһын биләгән атаҡлы бейеүсе - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин тураһында ла тик йылы һүҙҙәр генә әйтеп китергә мөмкин. Үҙ эшен биш бармағы кеүек белгән уҙаман байтаҡ йылдар "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбленә уңышлы етәкселек итте һәм әле лә уның төп көстәренең береһен тәшкил итә. Үҙенә һәм башҡаларға талапсан етәксене филармонияла һәр кем ихтирам һәм хөрмәт итә, уға күптәр кәңәш һорап килә. Мәғлүм булыуынса, ҡайһы ғына ижади коллективты алма, уның көсөн һәм данын талантлы артистар билдәләй. Бәхетебеҙгә күрә, филармонияның һәр артисы - йөҙөбөҙҙө билдәләр сағыу шәхес. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Баязит Байназаров, Альберт Салауатов, Рөстәм Хәсәнов, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Ғаяз Ғәйетбаев, Сөмбөл Моратова, "Тархан" фольклор-эстрада төркөмө етәксеһе Ринат Ғайсин, йәш артистар Файыл Йортбәков, Зәлиә Нурлы, Айнур Әминев, Эльза һәм Азат Юлдыбаевтар коллективтың төп көсөн тәшкил итә һәм һәр береһе баҙыҡ сығыштары менән һөйөндөрә. Бөгөн филармонияның танылыу яулаған "Тархан" фольклор-эстрада төркөмөндә шөғөлләнеүсе йәш ҡурайсы Айнур Әминев Ишҡәле, Ишмулла һәм Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Кәрим Дияров, Йомабай Иҫәнбаев ише сәхнә оҫталары нигеҙ һалған сәнғәт һәм оҫталыҡ мәктәбен үткән һәләтле ҡурайсы.
Сибай филармонияһы артистарының көндәлек мәшәҡәтле эше һәм таланты иғтибарһыҙ ҡалмай, әлбиттә. Уҙған йылдар эсендә һигеҙ артисыбыҙ "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы" тигән юғары исемгә лайыҡ булды, ә Айтуған Дәүләткирәев хаҡлы рәүештә "Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" исемен йөрөтә.

Сибай филармонияһы республикабыҙҙың бик күп сәнғәт оҫталарын тәрбиәләп сығарҙы…

- Килешәм, филармония - ысын-ысындан йәш артистар мәктәбе ул. Башҡорт эстрадаһының бөгөнгө йондоҙҙары Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Лилиә Ишемйәрова, Фәрүәз Урманшин, Сулпан Асҡарова, Илшат Яхин, Сәғиҙулла Баййегет, Гөлсөм Бикбулатова, Зөлфиә һәм Рәмил Әбүбәкировтар, Фирүзә Париж, Урал Мортазин, Йәмилә Бикбаева һәм тағы ла күптәр ижади эшмәкәрлектәрен нәҡ беҙҙән башлап киттеләр һәм артабан үҫешкә юл алдылар. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ.

Гәзит уҡыусылар, быларҙың барыһы ла ал да гөл икән, тип уйламаҫтар микән?

- Яҡшы нәмәләр хаҡында күберәк һөйләге килә бит инде… Әммә көндәлек проблемаларҙан, заман шауҡымы арҡаһында килеп тыуған ауырлыҡтарҙан да азат түгелбеҙ шул. Етмәһә, уҙған көҙ башында булған көтөлмәгән ҡаза ла филармонияның, йәғни концерт-театр берекмәһенең бәкәленә һуҡты. Әлеге мәлдә филармония коллективы, ижад эше өсөн мөмкинлектәре бөтөнләй булмаған бинаны ҡуртымға алып, сәхнәһеҙ-ниһеҙ генә эшмәкәрлек итергә мәжбүр. Ә тамашалар Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры, Балалар ижады йорто һәм башҡа мәҙәниәт усаҡтары сәхнәләрендә ҡуйыла. Бының иһә үҙ нескәлектәре бар: беренсенән, сәхнәне ҡуйыласаҡ тамаша-концертҡа әҙерләүҙә өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуа, халыҡты йәлеп итеү ауырлаша, кәрәккән-кәрәкмәгән сығымдар талап ителә һ.б.
Нисек кенә ауыр булмаһын, ваҡытлыса яйһыҙлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, яҡшыға өмөт менән халыҡҡа хеҙмәт итеүен дауам итергә бурыслыбыҙ. Был юҫыҡта барыһының да хәлде аңлап, һәр кемдең үҙ урынында үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы теүәл һәм еренә еткереп үтәргә тырышыуына ҡыуанам. Республикабыҙ башлығы Рөстәм Хәмитовтың, янғындан зыян күргән Сибай филармонияһы бинаһын ике йыл эсендә яңынан тергеҙергә, тигән һүҙҙәре беҙгә киләсәккә өмөт менән ҡарарға, тик яҡшыға ынтылырға ышаныс бирә. Алла бирһә, яҡын киләсәктә тамашасыларыбыҙҙы заманса йыһазландырылған иркен һәм бар яҡлап уңайлы өр-яңы бинала ҡаршы алырыбыҙға иманым камил. Унан килеп, быйылдан беҙҙең ҡалалағы сәнғәт колледжында бейеү класы асылыуы ла киләсәккә яҡты өмөттәр уята. Бит, сер түгел, Башҡортостанда һәм унан ситтә лә ҙур абруй ҡаҙанған, тамашасыларҙың эскерһеҙ һөйөүен, ихтирамын яулаған "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейеп йөрөгән ир-егеттәребеҙгә һәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға лайыҡлы алмаш әҙерләү хаҡында ла ҡайғырта башларға ваҡыт. Шуға ла мин быйыл мәктәпте тамамлаясаҡ егет һәм ҡыҙҙарҙы нәҡ ошо уҡыу йортона уҡырға килергә саҡырам. Тейешле белем алып, беҙҙә үк һөнәри оҫталыҡ мәктәбе үтеп, артабан оло сәхнәләргә юл алған йәштәргә сәнғәт өлкәһендә карьера яулау күпкә отошлораҡ һәм еңелерәк булыр ине, тимәксемен…

Ә ижад кешеләренең шәхси тормошо өсөн уңайлыҡтар булдырылғанмы? Икенсе төрлө итеп әйтһәк, һәр артистың ҡайтып инер үҙ йорто, фатиры бармы?

- Әлбиттә, ижад кешеләренең, йәғни артистарҙың тормошо сәхнә менән генә сикләнмәй. Башҡалар кеүек үк, уларҙың да шәхси тормошо, үҙ ғаиләһе - үҙ донъялары һәм шуның менән бәйле донъяуи проблемалары бихисап. Филармония асылған 90-сы йылдарҙа Сибай ҡала хакимиәтенең ул саҡтағы башлығы - республикабыҙҙа абруй ҡаҙанған уҙаман Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың эскерһеҙ ярҙамы менән ҡаланың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә аныҡ ярҙамдар күрһәтелә. Шул арҡала ошо өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн ғүмерлек һәм иң "ауыртҡан" проблемаға - фатир мәсьәләһен хәл итеүгә тейешле иғтибар бирелә һәм аныҡ ярҙам күрһәтелә. Яңы ғына ғаилә тормошо башлаған, йәки ситтән күсеп килеп, Сибайҙа төпләнгән күп артистар фатир алып һөйөнә ул йылдарҙа. Тик һуңғы осорҙа был тәңгәлдә хәлдәр әллә ни маҡтанырлыҡ түгел, хатта аяныслы, тип әйтергә мөмкин. Сөнки, мәҫәлән, филармонияла һәм республикала бер бөртөк кенә булған "Сулпан" балалар театрында эшләүсе һәм республика сәнғәтен үҫтереүгә бар көсөн һалыусы әллә күпме йәш ғаиләләр сит фатирҙарҙа йәки бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған, ҡулайлаштырылған дөйөм ятаҡтың ҡыҫан бүлмәләрендә көн күрергә мәжбүр. Был йәһәттән урындағы етәкселек Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектә ҡаланың сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн айырым фатир, йәғни күп ҡатлы йорт күтәреү мәсьәләһен хәл итеү юлдарын эҙләһә, ҡалабыҙҙың сәнғәт кешеләре мәҙәниәт донъяһында тағы ла дәртләнеберәк, тағы ла илһамланыбыраҡ тир түкмәҫ инеме ни?.. Беҙҙең филармония ҡаланың, ул ғына ла түгел, тотош Урал аръяғы райондарының йөҙөн билдәләүсе, уның данын арттырыусы, бәҫен юғарыға әйҙәүсе, ахыр килеп, халҡыбыҙҙың ғорурлығы булырҙай милли үҙәк булараҡ та күптән үҙен танытҡан мәҙәниәт усағы ла баһа!

Мотал РӘМОВ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.16 | Ҡаралған: 1383

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru