«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕСЕ ТУҒАНДАРЫБЫҘ ТӘБИҒӘТТЕ АФӘТТӘН ҠОТҠАРМАҠСЫМЫ?
+  - 

Иҫ киткес был ҡама!

Ул һыу йәнлеге. Сәүек эттән ҙур булмаған, оҙон тороҡло, ҡыҫҡа аяҡлы йән эйәһе. Тәпәйҙәрендә һыу ҡошоноҡо кеүек ярылары бар. Һыуҙа иҫ киткес шәп йөҙә, хатта шаршы балығы бәрҙене ҡыуып етеп ашай ала. Бәрҙе, ҡыҙыл балыҡ, бағыр һирәк осрай торған балыҡтар булараҡ, ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Шуларҙы ашап, шаҡтай зыян да яһай икән. Ҡоро ерҙә лә йылдам йөрөй ала, нимәгә көсө етә, бөтәһен дә тамаҡлай. Һыу һәм ҡоро ерҙең афәте кеүек тойолһа ла, ҡиммәтле тиреһе менән файҙалы, икенсенән, һыу буйы санитары, һыу эсен таҙартырға ла онотмай.
Күпселек ваҡытын аҙыҡ эҙләп үткәрһә лә, күңел асырға ла өлгөрә. Кешеләргә оҡшап, улар ҙа уйнарға ярата икән.
Ҡаманың яратҡан уйындарының береһе - ярҙан шыуыу. Текә генә балсыҡлы ярҙы таба ла, шунда шыуғалаҡ яһай. Шыуырлыҡ уйпат ер әҙерләй: таштарын ала, ерен тигеҙләй, улаҡ формаһы килеп сыҡҡас, шыуа башлай. Һыу хайуаны һыуҙан сыҡҡас, ғәҙәттә, тиреһен ҡорота, тәрбиәләй. Шыуырға теләгән ҡама улай эшләмәй: һыуҙан сыға ла тура яр башына ынтыла, һыулы тиреһе менән арҡаһына ятып аҫҡа шыуа. Күп тапҡыр шулай эшләгәс, улаҡ тамам һыулана, мәте өҫтө шыйыҡланып, шыуғалаҡ булып китә. Шул саҡта башлана ла инде иң ҡыҙығы. Текә ярҙан ҡама улаҡ буйлап уҡтай аҫҡа оса һәм шап итеп һыуға барып төшә... Атаһы, инәһе, балалары булған ғаиләнең кемуҙарҙан яр башына ынтылып, бер-бер артлы улаҡтан шыуып төшөүе улар өсөн сикһеҙ рәхәт булһа, осраҡлы тап килеп, ситтән ҡарап торған кешегә лә үҙе бер кинәнес.
Ошо күренештән сығып ҡына әйтергә була: ҡама тиреһе иҫ киткес ныҡ, ҡойолоп, ҡырылып бармай. Уның тиреһенән яһалған әйберҙәр оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә. Икенсенән, һыуһар һәм шәшке кеүек күп тә түгел, һирәк осрай, сөнки уларҙың йәшәүе өсөн һәр ер яраҡлы түгел, тейешле шарттары ла булмауы мөмкин. Әйткәндәй, һыуһар һәм шәшке тиреләре лә матур, тик ҡама һәм ҡондоҙҙоҡо кеүек сыҙамлы булмай, тиҙ ҡойола, иҫкерә.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа, төҙөлөштәрҙә эшсе ҡулдар етешмәгән осорҙа, ауылдарҙан йәш ҡыҙҙарҙы ҙур төҙөлөштәргә, завод-фабрикаларға йыйғандар. Аслыҡтан интеккән, бушҡа эшләп йөрөгән апайҙар китергә мәжбүр булған: исмаһам, сәғәте менән эшләйһең, эш хаҡы түләйҙәр, ашханаһы ла бар, буш ваҡытта күңел асыу саралары ла күп. Ҡыҙыҡтырырлыҡ сәбәптәре булған инде. Шулай, байтаҡ башҡорт ҡыҙҙары ил буйлап һибелгән. Күбеһе тормошҡа сығып ҡайтмай ҡалған. Һөҙөмтәлә, күпме башҡорт тыумай ҡала, сит-ят милләттәрҙе үрсетергә мәжбүр була. Минең әсәй Силәбе заводына эләгә. Шунда эш хаҡына ҡара ҡыҙыл буҫтауҙан тегелгән ҡышҡы пальто ала. Яғаһы күпереп торған ҡараһыу төҫтәге тиренән, үҙе көмөш кеүек йылҡылдап тора. Әсәй уны күп йылдар кейҙе. Буҫтауы ҡырылып, туҙып бөткәс, верандаға элеп ҡуйҙы. Йәшлек иҫтәлеге итеп һаҡлағандыр инде. Былтыр барғанда ла тора ине. Яғаһы шул көйө, күпереп тора, тик бер аҙ ҡояшҡа уңып, көрән төҫ алған, көйә лә теймәгән. Иҫем китте был тиренең ныҡлығына: илле йылдан ашыу ваҡыт үткән. Был пальто яғаһының ҡама тиреһенән булыуын етмешенсе йылдар уртаһында ғына белдем: яңы туналған ҡама тиреһен күрһәткәйнеләр. Матурлығына хайран ҡалдым: ҡара-һоро төҫ, ҡояшта көмөш төҫлө ялтырай.
Олатайымдың ҡырпыу бүрегенең ни өсөн затлы булыуын хәҙер инде аңланым. Күҙҙәренең һағышлы ҡарауының сәбәбен дә асыҡланым. Һуғышҡа тиклемге йылдарҙа совет власы ир-атты алыҫҡа төрлө эшкә ҡыуған. Олатайым кеүек оҫталарға өйҙә тороу һирәк эләккән. Ҡатынын, һөйөклө балаларын өҙөлөп һағынғандыр...

Рауил АЙСЫҒОЛОВ.
Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылы.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.16 | Ҡаралған: 1215

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru