«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛ КИҢ ДОНЪЯҒА АСҠЫС УЛ
+  - 

Был мәҡәләлә ҡуҙғатыласаҡ тема "Киске Өфө" гәзитендә бер ни тиклем яҡтыртылғайны инде. Интернетта ла фекер алышыу булды. Шуға ҡарамаҫтан, гәзит аша ла үҙ фекеремде белдерергә ҡарар иттем.

Һуңғы 20-25 йылда, заман башҡа - заң башҡа, тип һөйләргә күнегеп киттек. Ысынлап та, глобаль үҙгәрештәр матди мөхитебеҙгә генә түгел, ә сәйәсәт, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, уҡытыу-тәрбиә өлкәһенә лә ҡағылды. Рәми Ғарипов әйткәнсә, "йөрәгендә халҡын йөрөткән" һәр башҡорт үҙ балаһының туған тел мөхитендә үҫеүен, быуаттар төпкөлөнән беҙҙең көндәргәсә килеп еткән халыҡ педагогикаһы принциптарын сабый сағынан күңеленә һеңдереүен теләй. Бының өсөн республикабыҙҙа байтаҡ эш башҡарылған: башҡорт балалар баҡсалары йәиһә төркөмдәре, башҡорт гимназиялары бар. Тәү ҡарашҡа, бөтәһе лә ал да гөл кеүек. Әммә туған телде һаҡлау, уны бар тулылығында үҙ балаңа тапшырыу йәһәтенән ярайһы уҡ ҡатмарлы проблемалар ҙа бар. Мәҫәлән, туған телдә аралашҡан башҡорт балаһы 3 йәштәр тирәһендә, ғаилә мөхитенән сығып, балалар баҡсаһына бара һәм медицина-педагогия комиссияһы ағзалары алдына баҫа. Бына шунда "метаморфозалар" башлана ла инде. Туған телен генә белгән балаға психологтар "телмәр үҫешендә тотҡарлыҡ" (задержка речевого развития) тигән диагноз ҡуя. Ата-әсә өсөн был боҙло һыуға сумыу менән бер. Был осраҡта башҡорт теленең республикабыҙҙа дәүләт теле тип законлаштырылыуы бөтөнләй һанға һуғылмай, тип ҡабул итергә кәрәк. Нилектән психологтар баланың туған телендә иркен һөйләшеүен иҫәпкә алмай?
Ә бала бит бер-ике аҙна эсендә, иптәштәре менән бергә уйнаған арала, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ рус телмәрен үҙләштерә. Сөнки, ғалимдар әйтеүенсә, бала 3 йәшкә тиклем донъяны танып белеү менән мәшғүл, шуға күрә сит тел мөхитенә инеүҙе лә ул ғәҙәти күренеш тип ҡабул итә. Тик ҡайһы бер өндәрҙе икенсе төрлөрәк әйтә, шуға ла уны логопедҡа йөрөтөргә ҡушалар. Бында ла туған телде белеү иҫәпкә алынмай. Баланан тик рус телендә генә аралашыу талап ителә! Ғәжәп бит! 3-4 йәшлек кенә баланың мейеһенә туған телде оноттороуға йүнәлдерелгән психологик баҫым яһала. Өҫтәүенә, ата-әсәгә лә: "Разговаривайте только на русском!" - тигән талап ҡуйыла. Был ҡәтғи талапҡа буйһонорға ғына ҡала.
Яңы технологиялар тормошобоҙға көнләп түгел, сәғәтләп инә. Бер нисә тел белеү, был телдәрҙә иркен аралашыу заман талабына әйләнде. Шуға ярашлы, тел өйрәнеүҙә лә яңы алымдар талап ителә. Улар, әлбиттә, барҙыр. Бына ҡайҙа ғалим-психологтар өсөн йөҙөп эшләй торған даирә.
Телмәрендәге һаҡаулыҡты бөтөрөү өсөн дә туған телде онотоу мотлаҡ икән! Әлегә логопедтар, ниндәй милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, бала телмәрендәге был етешһеҙлекте бөтөрөүҙә тик рус теле нигеҙендә булдырылған методиканы ҡуллана. Шулай итеп, туған өндәр, бер ыңғайҙан туған тел дә онотолоуға дусар була. Инглиз, немец һәм башҡа телдәрҙе үҙләштергәндә, рус телен онот, тигән талап ҡуйылмай түгелме һуң? Ә ниңә башҡорт телен оноттороу мотлаҡ икән. Бәлки, тел белгестәре ошо һорауға яуап бирә алыр?
Телевизорҙан йәки интернеттан кемделер "донъя кешеһе" ("человек мира") тип атауҙы йыш ишетәбеҙ. Әгәр ҙә башҡорт балаһының "донъя кешеһе" булыуын теләһәк (ә ул тап шулай булырға тейеш), логопедтан туған телде оноттормай, баланың ике тел өндәренең дә дөрөҫ әйтелешен өйрәтеүен талап итергә хаҡлыбыҙ. Әгәр шулай эшләнһә, башҡорт балаһының күңеленә ике тел мөхите лә берҙәй яҡын буласаҡ: береһе - уның ғаилә теле, икенсеһе дуҫтары, күршеләре, ғөмүмән, йәмғиәтебеҙҙәге рус һәм башҡа милләт вәкилдәре менән менән аралашыу теле. Ике тел белгән баланы дәртләндерергә, был йүнәлештәге эшен юғары баһаларға кәрәк. Өҫтәүенә, ике теллелек уны төрлө ҡатмарлыҡтар алдында юғалып ҡалмауға, зиһененең һығылмалы була алыуына ла килтерә. Ул планетабыҙҙың теләһә ниндәй төбәгендә лә үҙен иркен, өйөндәге кеүек тоясаҡ. Беҙ, ата-әсәләр, балаларыбыҙҙың ошондай булыуҙарын теләйбеҙ ҙә инде!
Бындай балаларҙы илебеҙҙә киң танылған полиглот Дмитрий Петров билингваль бала тип атай һәм "бала саҡта кеше ни тиклем күберәк тел өйрәнһә, үҫә килә уға башҡа телдәрҙе өйрәнеү бермә-бер еңелерәк буласаҡ. Әгәр ҙә ике теллелек йәки өс теллелек бала өсөн тәбиғи булһа, ул ниндәй генә тел мөхитенә, шулай уҡ ниндәй генә тормош ҡатмарлыҡтарына барып эләкһә лә, юғалып ҡалмаясаҡ", тип раҫлай.
Күптәргә гәзит битендә күтәрелгән тема үтә лә ябай, үтә лә бер ҡатлы булып тойолор, бәлки. Әммә был тәү ҡарашҡа ғына. Тел, милләт бәҫен күтәргән рухи аманатты бөгөн бик әүҙемләшеп киткән ағинәйҙәребеҙ, тура һүҙен ярып әйтә белгән аҡһаҡалдарыбыҙ сая, белемле йәштәребеҙгә түкмәй-сәсмәй тапшырырға тейеш. Ә был рухи аманат, шул иҫәптән туған тел, бишектә ятҡан сабыйҙарыбыҙҙың беренсе аҙымдарының хәүефһеҙ булыуын тәьмин итәсәк. Шуны аңлаһын ине һәр ата-әсә.

Хаят ЙОСОПОВА.
Ишембай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.16 | Ҡаралған: 1457

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru