«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘ ЕТТЕМЕ АЛДАҠ ҺАУА ТОРОШОН КӨТ!
+  - 

Тәбиғәттең бөтә миҙгеле лә матур. Ләкин ошо бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған дүрт миҙгел араһында һәр кешенең иң көтөп алғаны, моғайын, яҙ айҙарылыр. Бөтә тирә-яҡ ҡышҡы йоҡоһонан уянған ваҡыт күңелдәргә күтәренкелек өҫтәй, позитив энергия менән "һуғара", эшмәкәрлекте әүҙемләштерә һәм алға ҡуйылған уй-ниәттәргә ең һыҙғанып тотонорға этәргес бирә. Ә һауа торошоноң матур, сыуаҡ тороуы, көндәрҙең йылый һәм оҙая барыуы, тирә-яҡтың йәшеллеккә күмелә башлауы тағы ла нығыраҡ илһам өҫтәй. Шуға күрә кешелек һәр дәүерҙә лә һауа торошоноң ниндәй булырын алдан күҙалларға һәм шуға ҡарап үҙенең эшмәкәрлеген ҡорорға тырышҡан. Быйылғы яҙ ниндәй булыр? Синоптиктарҙың рәсми прогноздары менән бер рәттән, фенолог фараздарына ла күҙ һалып үтеү яҙыҡ булмаҫ. Шулай итеп, һүҙ - Бөрйән районы Ҡотан ауылында йәшәүсе фенолог Әлмира Хөснөтдиноваға.

- Яҙ айҙарындағы буласаҡ көн торошон үткән көҙ миҙгеле нисек булыуына ҡарап күҙалларға була. Үткән көҙҙә күберәген һалҡынса һауа торошо торҙо, яуым-төшөм дә етерлек булды. Мәҫәлән, сентябрҙең тәүге көндәре һыуыҡ, ямғырлы булыуы, ә һуңынан бер аҙ йылытып, сыуаҡланып һәм хатта эҫе тороуы менән иҫтә ҡалды. Тимәк, марттың беренсе декадаһында йылы һауа торошоноң ҡапыл ғына һалҡын менән алмашынып китеүен, ваҡыты-ваҡыты менән күпләп ҡар яуыуын көтөргә кәрәктер, тием. Ғөмүмән, март фенологтарҙа "яҙ алды" айы, тип билдәләнә, йәғни март яҙ миҙгеленә ҡараһа ла, уны ауыҙ тултырып, "Яҙ" тип әйтеп булмай. Бер көн бик йылы торһа, икенсе көнөнә үҙәккә үтер һыуыҡ булырға ла мөмкин. Быйылғы мартта ла ошо уҡ хәл-торош буласаҡ. Уҙған сентябрь айының ямғырлы көндәргә бай булыуына ҡарағанда, мартта күпләп ҡар яуыуына килтереүе ихтимал. Ғөмүмән алғанда, ағымдағы йылдың тәүге яҙ айында һалҡынса һауа торошо өҫтөнлөк итәсәк. Көндәрҙең тиҙ генә йылыныуына өмөт итергә кәрәкмәҫ, тигән фекерҙәмен.
2015 йылдың октябре лә "кәрәкте бирҙе" - ямғыр ҙа ҡойҙо, ҡырау ҙа төштө, киҫкен, әсе ел дә иҫте, ҡар ҙа яуҙы. Был бигерәк тә айҙың тәүге яртыһында һиҙелерлек булды. Тимәк, апрель айында ла яуым-төшөм күп буласаҡ. Һауа температураһының 15 һәм унан да юғарыраҡ "үрмәлеүе" мөмкин. Көндәрҙең йылыныуы һәм һауаның еүеш, дымлы тороуы һыуыҡ тейҙереп ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүенә килтерергә мөмкин. Әйткәндәй, һауа температураһы ҡапыл ғына түгел, ә яйлап ҡына күтәрелер, тип уйлайым.
Шулай уҡ быйылғы апрель йыш ел уйнауы менән айырылып торасаҡ. Дөйөмләштереп әйткәндә, айҙың тәүге яртыһы һалҡынса һәм ямғырлы, ә унан һуң көндәрҙең йылы, ҡояшлы булыуын фаразларға мөмкин.
Ноябрь айында ҡыш үҙенең хоҡуҡтарын белдерә башлағайны, тимәк, майҙа йәйҙең тулы һулышын тойорға мөмкин буласаҡ. Былтырғы йылдың һуңғы көҙ айы һауа температураһының "һикереүе" менән үҙенсәлекле булды, йәғни бер көн -2 градус ҡына булһа, ҡайһылыр бер ваҡытта термометрҙың терегөмөшө минус 20-22 градусҡа тиклем тәгәрәне. Тимәк, майҙа ла ошо уҡ күренеш булыуы, йәғни 5-6 градус йылы ла, 20-25 градусҡа тиклем эҫе лә булыуы ихтимал. Яуым-төшөмдө әллә ни мул булды, тип әйтеп булмай - ноябрҙә ямғыры ла, ҡары ла самалы ғына яуҙы. Шулай ҙа айҙың тәүге яртыһында ҡарҙың көн дә тиерлек яуыуы май баштарында көндәрҙең ямғырлы булыуына ишаралай. Ноябрь һуңында һауа температураһының ни бары 2-5 градус ҡына һыуыҡ булыуынан сығып ҡарағанда, май ахырында көндәрҙең һалҡынайып китеүе лә ихтимал. Ләкин яҙ барыбер үҙенекен итәсәк һәм йәйгә сыуаҡ, аяҙ, йылы көндәр менән баҫырбыҙ, тип өмөтләнәм.
Үҙемдең 30 тиҫтәнән ашыу алып барған күҙәтеүҙәремдән сығып ошондай фараздар ҡылырға йөрьәт итәм. Ләкин һауа торошоноң тотороҡһоҙ, мыжыҡ, йыш үҙгәреүсән холоҡло ҡатын-ҡыҙ кеүек икәнен күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Шуға күрә, һауа торошона ҡағылышлы аныҡ, дөп-дөрөҫ кенә прогноздар эшләү урынһыҙ һәм яҙылғандарҙың теүәл генә тура килеүен көтөргә ярамай. Тәбиғәттең үҙ законы һәм ул күҙаллауҙарҙың бөтөнләй икенсе ҡиәфәтен күрһәтергә мөмкин. Бигерәк тә яҙҙың һауа торошо йыш үҙгәреүсән, алдаҡ була.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында ла һауа торошон, йәнлек-ҡоштарҙың йәшәйешен, үҫемлектәр үҙенсәлеген ҡарап-күҙәтеп барыусылар һәм шулар нигеҙендә төрлө фараздар ҡороусы фенологтар барҙыр. Улар ҙа үҙ күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашып, беҙгә яҙып ебәрһә, фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла булыр ине. Хаттар көтөп ҡалабыҙ.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.16 | Ҡаралған: 1355

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru