«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР БАЛАҒА ИҒТИБАРЛЫБЫҘ
+  - 

Өфөнөң Киров районында урынлашҡан Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ошо төбәктә йәшәгән һәм башҡорт телен тәрәндән өйрәнергә теләгән балаларҙың, ата-әсәләрҙең хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында төҙөлә.

Гимназиябыҙ 900 уҡыусы өсөн тәғәйенләнгән булһа ла, әлеге көндә 1024 баланы һыйҙыра. Белем усағындағы уҡытыу-тәрбиә мөхите халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош һәм ижади фәлсәфәһенә бәйле ҡоролған. Мәҫәлән, "Айгөл иле" рәсем студияһы, "Кендектәр" КВН-командабыҙ, "Өс таған" тип аталған ата-әсәләр, педагогтар һәм уҡыусылар советы эшләп килә. Үҙе бәләкәй ауылдан сығып, ҙур уңыштарға өлгәшкән, бөтә донъяға билдәле шәхес өлгөһөндә балаларға алға ынтылышлы үҫеш программаһы һалырға тырышабыҙ. Хеҙмәт көсөбөҙ юҡҡа китмәй, баш ҡала мәктәптәре араһында рейтингыбыҙ йылдан-йыл күтәрелә бара.
Белем усағына милли мәктәп статусы бирелһә лә, микрорайондарға беркетелеү һөҙөмтәһендә, беҙҙә төрлө милләт балалары уҡый. Шуға ла, шартына килтереп, бөтә предметтарҙы башҡорт телендә уҡыта алмайбыҙ. Әммә педагогтарыбыҙ беҙгә килгән балаларҙың рухын үҫтереү, телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү юҫығында фиҙаҡәр эшләй. Уҡыусыларыбыҙ, уларҙың ата-әсәләре әлегә башҡорт телен өйрәнеүҙең, туған телдә һөйләшеүҙең әһәмиәтен тулыһынса аңлап етмәһәләр ҙә, киләсәктә рәхмәтле буласаҡтар, тип ышанам. Башҡорт балалары саф башҡорт ғаиләләре ҡороп, рухи ҡиммәттәребеҙҙе быуындар аша тапшыра алыр. Башҡа милләт вәкилдәре башҡорт теле аша улар өсөн сит булған, ләкин иҫ киткес рухиәтле, боронғо мәҙәниәтле, тәрән тамырлы халҡыбыҙ тураһындағы ғилемгә юл асыр. Быға тәүге аҙым башланғыс синыфтарҙа уҡ һалына. Уҡыусылар аҙнаһына бер сәғәт мәшһүр "Урал батыр" эпосын өйрәнә, яттан һөйләүҙән тыш, был үлемһеҙ әҫәрҙәге һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлай, фәлсәфәүи фекерҙәрҙең айышына төшөнә. Гимназия уҡыусылары өсөн 34 төрлө түңәрәк эшләй, беренсе класта бөтәһе лә мотлаҡ рәүештә шашкалар буйынса түңәрәккә йөрөй. Балалар бер юлы ике-өс түңәрәктә шөғөлләнә ала, үҙен һынап, ҡайһы өлкәлә һәләтле булыуҙарын асыҡлай. Милли көрәш, ҡаяға менеү, тхеквондо, фехтование, карате, еңел атлетика, баскетбол, волейбол, туризм түңәрәктәрендә балалар физик яҡтан камиллыҡҡа өлгәшеү өсөн етди күнекмәләр яһай. Рәсәй һәм донъя кимәлендә чемпион титулын яулаусы уҡыусыларыбыҙ ҙа бар.
Балалар башҡорт халҡының мәҙәниәтен, этнографик ҡомартҡыларын, тарихын китаптан уҡып ҡына өйрәнмәһен өсөн өс класта музей астыҡ. Береһе Мостай Кәримдең шәхесенә арналған, икенсеһе Мәрйәм Бураҡаева исемен йөрөтә. Өсөнсө музей үткән йылдың декабрендә генә асылды, ул "Дан музейы" тип атала. Был кабинетта башҡорт халҡы ҡатнашҡан бөтә яуҙарҙа батырлыҡ күрһәтеүсе бөйөк шәхестәребеҙ тураһында мәғлүмәт тупланған. Ғөмүмән, балаларҙы милли рухта, донъяла үҙ урынын таба алырлыҡ, белемле, алдынғы ҡарашлы, уңышлы шәхес итеп тәрбиәләү талаптарына ярашлы эшләйбеҙ. Сөнки бөгөн милли мәғариф учреждениелары инновацион уҡытыу, электрон белем биреү кеүек заман талаптарын уңышлы тормошҡа ашырыу менән бер рәттән, классик педагогиканың кешелеклелек, һәр балаға иғтибарлы булыу принциптарынан да тайпылмаҫҡа тейеш.

Гөлназ ӘХМӘҘИЕВА,
М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.16 | Ҡаралған: 1437

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru