«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫШҠЫ УРМАНДА АҘАШҺАҢ НИСЕК ҠОТОЛОРҒА БЕЛӘҺЕҢМЕ?
+  - 

Бөгөн беҙ электрһыҙ, йылы һыуһыҙ, газһыҙ йәшәүҙең ни икәнен онотоп та барабыҙ инде. Бер нисә сәғәткә ут һүнһә лә ҡот оса. Телефон эшләмәһә лә донъянан айырылған кеүекһең. Ауырыһаң - табип, тешең һыҙлаһа - дантист, кейенәм тиһәң - стилист, стресҡа инһәң - психолог, техникаң боҙолһа - мастер, ҡайҙалыр барырға икән - такси хеҙмәттәре ҡул аҫтында булыуына ла өйрәнеп бөткәнбеҙ. Бына шундайбыҙ беҙ - замана кешеләре.

Ә бына күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы: фантастик киноларҙағы кеүек, ҡапыл донъяла ут та һүнде, крандан һыу ҙа килмәй, аҙыҡ-түлек менән тулы магазиндар ҙа юҡҡа сыҡты, ти. Нисек итергә ул саҡта? Йә булмаһа, урманда аҙаштың, ти. Ни эшләйәсәк ундай хәлдә замана әҙәме? Эргә-тирә тәбиғәтен аңларлыҡ белеме ҡалғанмы уның? Беләме ҡайҙан һыу, ҡайҙан ризыҡ, ҡайҙан кейем табыу әмәлен? Ә һин, хөрмәтле гәзит уҡыусы, беләһеңме? Тәбиғәт менән күҙмә-күҙ ҡалғанда, унан ниндәй ярҙам өмөт итергә мөмкин икәнде башҡаларға өйрәтә алаһыңмы?
...Бәләкәй саҡта атайым, һунарға тип, өс-дүрт көнгә, ҡайһы саҡ аҙналап сығып китә торғайны. Ҡыш көндәре. Мин уның һырма кейем өҫтөнән аҡ япма менән ҡапланып, ҡалтағай саңғыларҙа урманға ҡарай киткәнен йыш ҡына күрә инем. Арҡаһындағы рюкзагында икмәк-сәй һәм тимер кәтүлүктән башҡа нәмә булмағанын да беләм. Тағы ҡушкөбәге бар. Һуңынан атайымдың сәй артында әсәйемә һөйләгәндәрен хәтерләйем: "Тәүлек йөрөгәс кенә шул-шул ерҙә маралдарҙың эҙенә төштөм... Эттәр өс-дүрт ҡуян быуып алды... Берәүһен бешереп ашаным... Тау һөҙәгендәге ҡарҙы өңөп оя яһап, ике этте аяҡ осона һалып йоҡланым... Өйөр башлығы уяу - һиҙҙе... Ике тәүлек эйәреп йөрөнөм... Атҡас, тунап, ҡулын-ҡулса, ботон-ботса тарттырып аҫтым (йәғни, аҙаҡ килеп алыу өсөн ағас ботаҡтарына мендереп элеп ҡуя)..."
Ниңә атайым ураған һайын марал ата икән, тип уйлай торғайным, ә ул ауылдаштарының заказын үтәгән икән: һыйыр итенә марал итен ҡушып ҡышлау урман халҡында әле лә бар. Уның шулай уҡ һеләүһен эҙенән йөрөгәнен ҡыҙыҡ итеп һөйләгәнен хәтерләйем. Айыуҙың ҡышҡа ҡайҙа ятырын күҙәтеп йөрөүен дә телгә алыр булды. Ауылдаш ағайҙар менән һөйләшкәнендә "Шунда-шунда һинең сабынлығыңдың шул тәңгәленә ятты" тип әйтә торғайны. Бик булмаһа, улар үҙҙәре килеп, "Ағай, сабынлығымда (диләнкәмдә) йәй буйы айыу йөрөнө, ҡышҡылыҡҡа ҡайһы тәңгәлгә ятты икән?" тип һорарҙар ине. Тимәк, халыҡ үҙе лә бәләгә тарымаҫ өсөн, тәбиғәт менән хәбәрҙар булырға ынтылған. Бөгөн иһә хатта ауылда ла халыҡ шул ҡәҙәре тәбиғәттән алыҫлашҡан, берәүҙәр, ана, айыу өңө алдында шау-шыулы байрам ойоштороп, саҡ иҫән ҡалғандар.
Теманан ситкә китмәйек, һүҙем - тәбиғәт шарттарында тереклек итеү ине. Мин бында атайымдың мылтыҡ менән генә ҡышҡы урманда йәшәй алыуын һөйләп киттем. Тик бындай кешеләр быуыны күптән үтте, бөгөн ауылдарҙа бүре атыр һунарсы ла таба алмайҙар. Мин, мәҫәлән, аҙыҡһыҙ ҡалып асыҡҡанда ниндәйҙер ағастың ҡайырыһын ашарға мөмкинлекте ишеткәнем бар, тик уны танымайым. Йоҡларға ҡалырға тура килгәндә ҡайҙа төн уҙғарырға, ағастарға йәки тауға ҡарап ҡайҙа - көньяҡҡамы, төньяҡҡамы китергә, ниндәй кейектән ҡурҡырға, ә ҡайһыныһын ашарға йәки уны нисек итеп ауларға икәнде, мәҫәлән, кем белә? Йәйге урманда аҙашҡанда ла нисек итеп шырпыһыҙ ут яғырға, һыу ятҡылығын нисек самалап табырға, ниндәй үләндәр, тамырҙар ашауға яраҡлы, ҡайһыларынан аяҡ һуҙырға икәнде беләһеңме? Йыуа ҡайҙа үҫә, һарынаны ниндәйерәк урындарҙан эҙләргә йәки аяҡ кейеме итеп нимәләрҙе ҡулланырға була?
Шул уҡ атайым кәңәштәрен иҫкә төшөргәндә, мин, мәҫәлән, бүренең кешегә ҡурҡыныс түгеллеген беләм. Кинола ғына бүре кешене аулап йөрөп ашай тип күрһәтәләр йәки ҡайҙалыр бер ерҙә һөжүм иткән, тип һөйләйҙәр. Ысынында мин уларҙы ҡышҡы урманда үҙем осратҡаным бар (шулай уҡ башҡа таныштарым, туғандарым да), улар тыныс ҡына үтеп китеү яғын ҡарай. Малға, әлбиттә, һөжүм итә, әммә кешегә бүре лә, айыу ҙа (балаһын ҡыҙғанып ҡына булмаһа) ас булған хәлдә лә теймәй. Айыу ниндәйҙер кимәлдә туҙынған-үкергән булып ҡурҡытып маташыр, тик боролоп киткәндә арттан эйәрмәйәсәк. Уларға ҡарағанда марал ҡурҡынысыраҡ, тиҙәр беҙҙә. Ата марал инәләрен ҡыҙғанып, һаҡлап, уйлап та тормаҫтан тапарға ынтылырға мөмкин. Шунлыҡтан, кемдән ҡурҡыныс барлығын да белеү кәрәк.
Әйткәндәй, был турала һөйләшеүҙе Бөрйән районы ағинәйҙәр ҡоронда күтәрҙеләр һәм гәзитебеҙҙә ошондай рубрика булдырыуҙы һоранылар. Нисек итеп көтөлмәгән шарттарҙа тереклек итергә һәм үҙеңде һаҡлап ҡалырға? Шулай итеп, яңы "Тереклек мәктәбе" рубрикаһына хаттар, комментарийҙар, шылтыратыуҙар көтәбеҙ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.16 | Ҡаралған: 1324

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru