«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Ә МИН ҮҘЕМ ӘПИТҮК БУЛДЫМ...
+  - 

Бер көндө бала саҡ хәтирәләренә төшөп, апай-инәйҙәрем, ауылдаштарым тураһында иҫләп ултырҙым. Исемдәрҙе барлай торғас, ҡыҙыҡ ҡына бер күренеш иҫкә төштө: баҡтиһәң, һәр кемдең исеме менән йәнәш ниндәйҙер ҡушаматы ла бар икән.

Минең үҙемде апайҙарым Әпитүк, Әпитүшкә тип йөрөттө. Был хаҡта мин шиғыр ҙа яҙғайным:

"Әпитүшкә". Миңә апайҙарым
Бала саҡтан шулай өндәшә.
Иркәһең дә инде, ҡыҙый, тиеп,
Кемдер көлә, кемдер көнләшә.
Әпитүшкә тиеп һөйөп кенә,
Үҫтерҙеләр мине "әп" итеп,
Сәстәремә яуһын көмөш ямғыр -
Әпитүшкә булам, Әпитүк.

Күрше-тирә инәйҙәрҙең дә беҙ ҡушҡан "исемдәре" була торғайны. Хәйер, ул исемдәр әле лә йөрөй. Беҙҙең урамда бер нисә өй аша саҡ ҡына остараҡ йәшәгән Зәлифә инәйҙе "ағинәй" тип йөрөттөк. Һәр ваҡыт тиерлек аҡ яулыҡ ябынып йөрөгән ап-аҡ йөҙлө инәйҙең йорто ла "аҡ" ине. Яҙ етеү менән урам яғына ҡараған баҡсаһы шау алмағас сәскәһенә күмелер ине. Үҙе лә кешегә, бигерәк тә балаларға ҡарата йомшаҡ булды. Бер ҡасан да шуҡлыҡтарыбыҙ өсөн әрләп, бәҫ төшөрөп йөрөмәне, уны ололар ҙа, беҙ ҙә ихтирам иттек, шул ихтирам тигән төшөнсә уның алдында беҙҙе лә тыйнаҡ иткәндер, тип уйлайым хәҙер. Ағинәйҙең ысын исеме Зәлифә икәнен ҙурайғас ғына белдем.
Күрше Гөлсинә әхирәтемде атаһы Бүләк олатай мәрхүм гел генә Гөлсинтәй тип йөрөттө. Ағалары ла шулай өндәште. Гөлсинәләрҙең күршеһендәге бәләкәс генә аҡ өйҙә сал сәсле, ҡартайыуҙанмы, баҫылыуҙанмы бер аҙ кәкрәйә төшкән әбей йәшәй торғайны. Гөлйөҙөм булғандыр инде исеме, беҙ уны Гөлгөзөм ти торғайныҡ. Гөлгөзөм инәйебеҙ япа-яңғыҙ ине. Балалары булманы. Бабайы уны һаран булғаны өсөн айырған, ти торғайнылар. Тамаҡҡа ҡыҫмырыраҡ булған Гөлгөзөм инәй. Майҙы ла бармаҡ осона элеп, батмус ситенә яғып ҡына бирер булған ҡартына. Беҙ, балалар, уның һаранлығын тойманыҡ былай. Ҡәртәсәйгә эйәреп барғанда кәнфит-маҙар тотторғанын да хәтерләмәйем. Иллә-мәгәр матур йәшәне, ике генә бөртөк гөл үҫтерҙе, икеһе лә ап-аҡ сәскә атҡан ярангөл ине.
Гөлсинәләрҙең кәртә артындағы өйҙә "Төтнөс" әбей йәшәне. Тәүҙә беҙ уны "Һөтнөс" икән тип уйлай торғайныҡ. Элек бит һәр кем шәхси хужалығындағы малдан хөкүмәткә һөт тапшырҙы, был инәй ҙә кис һайын һауындан һуң күнәкләп һөт алып килер ине. Беҙ уны "Һөтнөс" тигәс, Гөлсинәнең белдекле ҡиәфәт менән "Ул Һөтнөс түгел, ә Төтнөс", тип төҙәткәне әле булһа хәтерҙә. Урыҫ булһа ла, башҡортса һәйбәт аңлай ине. Улы Алеша ағай тап-таҙа һөйләшер ине башҡортса. "Төтнөс"өбөҙҙөң ысын исеме тетя Нюся икәнен дә үҫә биргәс кенә белдек.
Беҙҙең урамдың аҫҡы яғында, йәғни, Һаҡмарға алып төшкән оста беҙҙең туған тейеш Маминәйебеҙ йәшәне. Шәмсиһан инәйҙе улдары "мам" тип өндәшкәс, беҙ ҙә уны Маминәй тигәнбеҙ. Ауылдың шул яҡ осонда тағы бер туған тейеш инәйебеҙ Күркинәй була торғайны. Ысын исеме - Рабиға. Нишләп Күркинәй тигәнбеҙҙер, һаман серенә төшөнә алмайым.
Ут күршелә йәшәгән инәйҙәр беҙ бала саҡта күсеп килде. Ейәнсәре Гөлназ беҙҙән саҡ ҡына кесерәк булһа ла, бергә уйнай торғайныҡ. Уның ҡәртәсәһе беҙҙең өсөн Күршинәй булды. Уның ысын исемен әле булһа белмәйем. Беҙҙең урамдың урта тирәһендә, идара ҡаршыһында, Һағыҙ әбей йәшәне. Ҡәртәсәйгә эйәреп һағыҙ алырға бара торғайныҡ ул инәйгә. Һағыҙ ҡайнатҡан көндәрен уның өй тирәһенән сыҡҡан төтөндән беләбеҙ. Май шикелле йомшаҡ була торғайны ул ҡайнатҡан ҡара һағыҙ. Урамдағы барлыҡ инәйҙәрҙе барлап бөттөм икән тиһәм, Ҡара Зәйнәвинәй менән Һары Зәйнәвинәй тороп ҡала яҙған. Беҙҙең урамда ике Зәйнәп булғас, ҡушаматтары төҫтәренә ҡарап ҡушылғандыр инде. Ҡара Зәйнәвинәй шул тиклем зауыҡлы кеше булды. Магазинға ла шартына еткереп, матур күлдәген кейеп, көмөш беләҙектәрен, муйынса-алҡаларын, түшелдереген тағып, сағыу яулығын ябынып барыр ине.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы күренеш. Бала саҡта уҡытыусы, һатыусы, табип булып уйнарға ярата бит инде балалар. Беҙ ҙә йыш ҡына шул уйындарҙы уйнар инек. Тик беҙ "врач" булып түгел, ә "Хәбир олатай" булып уйнаныҡ. Үҙ-ара ролдәрҙе ҡул күтәреп, "мин шул", "мин был", "мин Хәбир олатай" булып уйнайым тип бүлешә инек. Хәбир олатай, тимәк, балаларға ла абруй булғандыр инде.
Хуртина тигән бер урыҫ әбейе лә йәшәй торғайны ауылда. Бик сәйер кеше ине ул. Кешеләр уны күрһә, урап ҡасты, балалар тыңлашмаһа ла, "Хуртинаға бирәм" тип ҡурҡытырҙар ине. Ниндәйерәк яҙмышлы әбей булғандыр, белмәйем, әммә ул кешенең юлын ҡыйып үтһә, юл уңмай, тиҙәр ине. Юлды ла ул махсус "ҡыя", имеш. Хәйер, үҙем дә күргәнем булды бала саҡта. Таяғына таянып, нимәлер уҡынып, һин дә мин китеп барған ябай юлсының да юлынан йүгерә-атлай арҡыры ҡыйып үтер ине... Кәшиф олатайымдың көтмәгән-уйламаған ерҙән нисек "Көшөлөк олатай" булып киткәненә үҙем шаһит булдым. Өләсәйҙәремдә йәйге ялда инем. Күрше ҡыҙҙар менән күлгә һыу инергә киттек. Әхирәтебеҙ Рәүфәнең иң бәләкәс һеңлеһе Нәзифәне лә эйәрттек. Кәшиф олатай беҙҙе ат менән килеп алырға тейеш ине. Күл йыраҡ ҡына, байтаҡ барҙыҡ. Арлы-бирле күл ситендә ләмле һыуҙа сарпынған булдыҡ та, ҡайтырға әҙерләндек. Бәләкәй Нәзифә лә арыны, күп булһа, ике-өс йәш булғандыр уға. Ҡайтырға сыҡтыҡ. Кәшиф олатай, килеп алам, тигәс, көтәүелләп кенә атлайбыҙ, арытҡан да. Шунда Нәзифә асылыр-асылмаҫ теле менән: "Көшөлөк олатай һаман юҡсы..." - тип ҡуйҙы. Беҙ, ҙурыраҡ ҡыҙҙар, мәҙәк күреп, әй көлгән булабыҙ, күңелле булып китте, ҡайтып еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Көшөлөк олатай беҙҙе икенсе ерҙән эҙләп йөрөгән булып сыҡты...
Ҡәртәсәйҙең исеме Ғилмикамал, өләсәйҙеке - Ғәлиә, ҡартатайҙыҡы Әнүәр икәнен дә үҫкәс кенә белдем. Ҡәртәсәйҙе Дәззәй (моғайын да, дәү әсәйҙән киләлер) тип йөрөттөк. Быныһы иһә туғанлыҡ төшөнсәләренә иғтибар ҙа, ихтирам да тураһында һөйләйҙер. Кешене исемләп түгел, ә туғанлыҡ ептәре буйынса үҙ теүәллегендә атағанбыҙ, шунлыҡтан исем-шәрифен дә белмәгәнбеҙ. Әлбиттә, үҫә төшкәс, исемдәрен дә белдек, шулай ҙа бала саҡтан нисек ғәҙәтләнгәнбеҙ, шулай өндәштек үҙҙәренә. Исемен боҙоп әйтелгән ҡушматтарҙан тыш, тотош ғаиләгә, тоҡомға ҡушылған ҡушаматтар ҙа була бит әле. Улары иһә ниндәйҙер тарихҡа бәйләнгән була икәнен дә беләбеҙ. Моғайын, гәзит уҡыусылар араһынан кемгәлер был тема шулай уҡ ҡыҙыҡ тойолор һәм үҙендәге мәғлүмәттәрҙе яҙып ебәрер...

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.16 | Ҡаралған: 1264

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru