«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БАШҠОРТОСТАН ЫНЙЫЛАРЫ" ӘЛШӘЙ ЕРЕНДӘ ТАҒЫ БАЛҠЫНЫ
+  - 

Әлшәй районы үҙәге Раевка ҡасабаһына республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән балалар ултырған автобустар ағыла. "Ағыла" тип әйтеү арттырыу түгел, егерме дүрт райондан өс йөҙгә яҡын уҡыусы ике көн буйы үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеү өсөн килә бында. "Башҡортостан ынйылары" конкурсы унынсы тапҡыр йыя уларҙы. Балаларҙың сәхнә кәрәк-яраҡтары күтәреп, шаулап-гөрләп мәҙәниәт һарайына инеүҙәренә, шат йөҙҙәренә ҡарағанда, улар бик ихлас ҡатнашаларҙыр был конкурста.

Мин яңылышмағанмын: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы үткәргән был "Башҡортостан ынйылары" уҡыусыларҙың иң яратҡан конкурстарының береһе икән. Сөнки был бәйге баланың һәләтен төрлө яҡтан асыуға, әүҙем йәшәү рәүешенә ылығыуға көслө этәргес бирә. Быйылғы конкурста гран-при алыусылар - Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт мәктәбенең "Аҡйондоҙ" театр-фольклор төркөмө, составы яңырып торһа ла, өсөнсө тапҡыр ҡатнашҡан.
- "Зауыт шишмәһендә ҡалған икән ризығыңа яҙыр һыуың" тигән тема алдыҡ быйыл, - тип һөйләне был төркөмдөң етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Яруллина. - Конкурстың шарты буйынса, теманы үҙебеҙ һайланыҡ. Спектаклдең сценарийын уҡыусылар менән бергә уйланыҡ, бергәләшеп сәхнәләштерҙек. Республика кимәленә сығыр алдынан эҙ-ләнеү-тикшеренеү эштәре башҡарҙыҡ. Уға ябай ғына осраҡ этәргес көс булды: Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығы айҡанлы күрше Яуын ауылына концерт менән барҙыҡ һәм программала әсирлектән иҫән ҡайтып, оҙаҡ йылдар балалар уҡытҡан, хәҙер инде мәрхүмдәр Ғималый ағай Минһажевты, Ғәбиҙулла ағай Хисмәтуллинды, яу яландарынан еңеүсе булып ҡайта алмаһалар ҙа, тыныс тормошта фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн, тип иҫкә алдыҡ, сөнки тамашасыларҙың күбеһе уларҙың уҡыусылары ине. Шунда бер апай сығып: "Ишмөхәмәт ағай тураһында әйтмәнегеҙ", - тине. Баҡтиһәң, ул Заксенхаузен концлагерынан иҫән ҡайтҡан икән. Артабан уҡыусылар менән Ишмөхәммәт Хәсәнов тураһында мөмкин булған тиклем материал тупланыҡ. Шишмәләрҙе, ауыл эргәһендәге тауҙарҙы фотоға төшөрҙөк, исемдәрен, тарихын һораштыҡ. Ер-һыу атамаларына бәйләп, һуғыш бөткән көндәрҙәге хәл-ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерә алырҙай итеп кәүҙәләндерергә тырыштыҡ. Иң ҡыҙығы, әлбиттә, ошо эшебеҙҙә ҡыҙыл һыҙыҡ булып үткән "Шишмә - йәшәү сығанағы" тигән һүҙҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүелер: эсәр һыуың, ейәр ризығың бөтмәһә, әллә ниндәй ерҙәрҙән дә ҡайтаһың, әллә ниндәй яуызлыҡтарҙан да ҡотолаһың икән. Тик шишмәләр генә тартһын үҙ улдарын һәм ҡыҙҙарын...
Конкурста Баймаҡ ҡалаһының "Йәнтөйәк", Әбйәлилдең "Ҡуңыр буға", Белореттың "Иҙел башы", Федоровка районының "Ынйылар", Бөрйәндән "Йәншишмә", Яңауылдан "Тамсы", Мәсетленән "Әйлеләр", Ейәнсуранан "Аҫылташ", Балтастан "Тамсылар" тип аталған коллективтар айырыуса йөкмәткеле сығыштар алып килгәйне был юлы. Ғөмүмән, гран-приға лайыҡ булған коллективты ғына айырып, башҡаларын барыһын да бер кимәлдә баһаларлыҡ булды. Салауат Юлаев (Яңауыл), Ҡаһым түрә (Ишембай), Буранғол Ҡыуатов (Ейәнсура), Ҡасим Әхмәров (Борай), Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (Өфө, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты), Заһир Исмәғилев (Белорет), Рәми Ғарипов (Салауат районы) кеүек бөйөк шәхестәребеҙ образын аса алыусы, боронғо йолаларҙы тергеҙеп сәхнәләштереүсе, үҙ төбәктәренә генә хас уйындар, бейеүҙәр башҡарыусы балаларҙың маҡтап, һоҡланып бөткөһөҙ сығыштары ныҡ ҡыуандырҙы. Тәүге йылдарҙағы сығыштарҙа фонограмма файҙаланыу осраҡтары була торғайны, һуңғы йылдарҙа балалар гармунда, мандолинала, думбырала, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнап өйрәнгән, һорнай ҡысҡыртыусылар ҙа, дөңгөр һуғыусылар ҙа булды. Ә инде ғилми-тикшеренеү эштәре йылдан-йыл йөкмәткелерәк була бара.
"Башҡортостан ынйылары" проекты иҫ китмәле тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығына, ойоштороусы Мәрүә Ғилметдиноваға, Әлшәй районы хакимиәтенә, проект авторы яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваға конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сикһеҙ рәхмәтле. Ғилми хеҙмәттәргә анализ яһаусы тарих фәндәре кандидаты Азамат Аҡъюлов, баһалама ағзаһы ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтар ҙа йөкмәткеле сығыштары менән беҙҙе ҡанатландыра. Был конкурс артабан да дауам итһен.

Сәлиә ҒӘЙНУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.16 | Ҡаралған: 1450

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru