«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕ ҒҮМЕРЕН ҠОТҠАРЫУ - УЛ ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕ
+  - 

Оло ҡаҙаныштары, фәнде, медицинаны үҫтереүҙәге өлөшө өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдарына лайыҡ булған Өфө ҡалаһының Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһы (22-се дауахана) былтыр үҙенең 25 йыллығын билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә унда барлығы 1 миллиондан ашыу кеше медицина ярҙамы алған. Ә 2008 йылда ул "Бөтә Рәсәй почет китабы"на һәм "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы" исемлегенә индерелә. Бөгөн баш табип Ирина КАРАМОВА гәзит уҡыусыларҙы 22-се дауахана менән таныштыра.

Ирина Марсиловна, моғайын, һеҙ етәкләгән учреждениеның атамаһы уҡ кешелә һорау тыуҙыралыр - ни өсөн тиҙ ярҙам дауаханаһы, медицина учреждениелары барыһы ла ауырыуҙарға тиҙ ярҙам күрһәтергә тейеш түгелме ни?

- Әлбиттә, теоретик яҡтан шулай, әммә тап беҙҙең учреждение Башҡорт дәүләт медицина университетының 8 кафедраһы өсөн база булып тора һәм беҙҙә кафедра хеҙмәткәрҙәре менән берлектә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға ярҙам иткән бик күп тиңе булмаған диагностика һәм дауалау ысулдары үҙләштерелә. Дауахана тәүҙә Өфө ҡалаһының көньяҡ өлөшөндә йәшәүселәргә тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн махсус ойошторолһа ла, бөгөн ул республика статусына эйә һәм тәүлек әйләнәһенә ашығыс ярҙам талап ителгән пациенттарҙы, шул иҫәптән ҡан тамырҙары ауырыуҙары киҫкенләшеүселәрҙе, йәрәхәт алыусыларҙы, бәхетһеҙлек осраҡтарына эләгеүселәрҙе, күпләп зыян күреүселәрҙе, һәләкәттәрҙе, бәлә-ҡазаға тарыусыларҙы һ.б. ҡабул итәбеҙ. Төбәк халҡына ашығыс һәм тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәтенең һуңғы йылдарҙа йылдам темптар менән үҫеүе һөҙөмтәһендә дауахана базаһында ике ҙур - ҡан тамырҙары һәм травматология үҙәктәре булдырылды. Ғөмүмән, тиҙ ярҙам талап ителгән ауырыуҙарҙың күләме 70 процентҡа, ҡайһы бер осраҡтарҙа 95 процентҡа етә. Һәм дауаханалағы 1148 хеҙ-мәткәр, шул иҫәптән 4 медицина фәне докторы, 41 фән кандидаты, төрлө абруйлы исемгә лайыҡ булыусылар ошо бурысты атҡара.

Егерме биш йыллыҡ медицина учреждениеһын нисек ҡылыҡһырларға мөмкин?

- Сирек быуат эсендә дауахананың структураһы бер нисә тапҡыр тамырынан үҙгәрҙе, эшмәкәрлектең яңы йүнәлештәре үҙләштерелде. Республикала беренсе булып хәҙер инде ғәҙәтигә әйләнгән лапароскопик операциялар яһаныҡ, балаларҙы киҫкен стенозланыусы ларинготрахеит сиренән дауалау үҙәге эшләне. Һөҙөмтәлә балаларҙың ошо сирҙән вафат булыу күренеше туҡтатылды. Тап беҙҙең дауаханала республикала берҙән-бер балалар һәм үҫмерҙәр гинекологияһы үҙәге эшләп, уникаль операциялар яһалды. Бер нисә йыл дауамында беҙҙә Республика бешеү үҙәге урынлашты һәм ошо ваҡытта балалар һәм ололар бары тик беҙҙә генә комбустиология профиле буйынса медицина ярҙамы алды. Дауахана Башҡортостанда яңы медицина технологиялары ҡулланыу буйынса алдынғы үҙәк булып тора, яңынан-яңы диагностика һәм дауалау ысулдары индерелә. Эске ағзалар хирургияһына эндоскопик һәм аҙ травмалы хирургик технологиялар ҡулланыуҙы индергән өсөн 2007 йылда БР Президентының дәүләт премияһына лайыҡ булдыҡ.

Сирлеләр өсөн дауахана ярҙамы ҡабул итеү бүлмәһенән башланалыр...

- Тап шулай. Ул ғына ла түгел, күп осраҡта тап ҡабул итеү бүлмәһендә аныҡ, дөрөҫ диагноз ҡуйып, артабан ваҡытында дауалау кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуҙа ҙур роль уйнай. Был йәһәттән дауалау сифатын күтәреү һәм тиҙләтеү маҡсатында һуңғы йылдарҙа ҡабул итеү бүлмәһенең, операция блоктарының, лаборатор һәм ҡорамал-диагностика комплексының реанимация бүлексәләрендә реконструкция эшләнде. Улар ауырыуҙарға тиҙ һәм сифатлы ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итеүсе рентген һәм УЗИ, клиник лаборатория, компьютер томографияһы, фиброгастродуоденскопия, ЭКГ кеүек аппаратуралар менән йыһазландырылған.

Башҡа дауаханаларҙан айырмалы, ниндәй үҙенсәлектәрегеҙҙе билдәләп китер инегеҙ?

- Урология бүлеге эндоурологик операциялар буйынса пионер булып һанала. 1993 йылда бәүел ҡыуығындағы таштарҙы рентген тулҡындары менән ваҡлау (литотрипсия) бүлеге асылһа, ике йылдан баш ҡалала беренсе тапҡыр трансуретраль резекция, уретерореноскоп һәм контактлы лазер литотриптор ҡулланып, операциялар яһай башланыҡ.
Операция блогы 17 операция залынан тора һәм 17 операция өҫтәленә иҫәпләнгән. Уларҙа йылына 6 мең самаһы кешегә операция эшләнһә, яҡынса 10 мең самаһы пациент яраларҙы бәйләү һәм реанимация залдарында медицина ярҙамы ала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн нейрохирургик һәм травматологик бригадалар ойошторолған, улар тулыһынса йыһазландырылған.
Әлеге ваҡытта дауаханала ололар өсөн - өс, балалар өсөн бер бүлексәнән торған ҡеүәтле реанимация хеҙмәте бар һәм улар аша йылына 1300 пациент үтә. Төрлө дауалау алымдары ҡулланыуҙан тыш, хәлдәре ныҡ ауыр пациенттарҙы энтераль һәм парентераль туҡландырыу ысулдары ҡулланыла. Дөйөмләштереп әйткәндә, дауахана заман менән бергә атлай.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.16 | Ҡаралған: 1318

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru