«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШ ИТЕ - БАШҠА ДАУА
+  - 

Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылы ағинәйҙәре Йылайыр районының Яманһаҙ ауылы ағинәйҙәрен һәм аҡһаҡалдарын баш ите ашатыу мәжлесенә ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Быҙаулыҡ ауылы ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Гөлкәй Байсуринаның иркен, матур йортонда ойошторолған был мәртәбәле сараға балалар ҙа килгәйне. Маҡсаты билдәле: халҡыбыҙ йолалары артабан ошо йәш быуынға тапшырылырға тейеш. Ҡунаҡтарҙы буҙа һәм бауырһаҡ менән ҡаршылағас, Гөлкәй Байсурина баш ите ашатыу йолаһының тарихын һөйләп ишеттерҙе:
- Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем, мәжүсилек ваҡытында, башҡорттар хайуандарҙың рухтарына хөрмәт йөҙөнән, төрлө йола байрамдары ойошторор булған. Мәҫәлән, мал һуйғас, уларҙың рухы зыян итмәһен өсөн, бөтә туғандарын саҡырып, баш ите ашатҡандар. Аҙаҡ, Ислам динен ҡабул иткәс тә дауам иткән был йола, хәҙер инде атай-олатайҙар малды, Аллаһтың ризалығы өсөн, тип салып, ризыҡтарын туғандарына, күршеләренә өләшкән, табын ҡорған. Аллаға шөкөр, Быҙаулыҡ ауылына килен булып төшөүемә 30 йыл, йыл һайын көҙөн һуғым ашына, яҙын баш ите мәжлестәренә йөрөшәбеҙ. Уртаҡлашҡандан ризыҡтың бәрәкәте генә арта...
Был юлы ла мәжлес Ҡөрьән аяттарҙы уҡыуҙан башланды. Хәйбулла районы Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Миңзифа Ишемғолова күрше райондан килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, сараға фатихаһын бирҙе. Быҙаулыҡ ауылы аҡһаҡалы Камил Ғәйзуллин: "Баш итен тәүҙә яҡшы итеп өтәләр, шунан ышҡып, еренә еткереп йыуалар. Ул оҙаҡ бешә, шуға күрә, ҡатын-ҡыҙҙар уны иртәнсәк иртә менән бешерергә һала. Баш итенең иң тәмле ере - теле", - тип һөйләнә-һөй-ләнә, рәтен белеп кенә баш итен өлөштәргә тураны.
Яманһаҙ ауылының ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Хәмдиә Рыҫкилдина хәйбуллаларға рәхмәт әйтеп, шулай тип өҫтәне: "Хәйбуллалар менән беренсе тапҡыр ғына осрашмайбыҙ. Беҙҙең райондың башҡа ауыл ағинәйҙәре лә Хәйбулланың башҡа ауылдары менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып, бер-беребеҙгә йөрөшөп торабыҙ. Хәҙер бына ағинәйҙәргә аҡһаҡалдар ҙа ҡушыла, эштәребеҙ тағы ла йәнләнеп китер, тип өмөт итәбеҙ..."
Һүҙҙе Яманһаҙ ауылы аҡһаҡалы Мөхәррәм Йомағужин дауам итте: "Беҙ, совет осоро балалары, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен бындай кимәлдә күреп үҫмәнек. Ғөмүмән, ул өлкәгә иғтибар бирелмәне. Әле бына башҡорт халҡының әҙәп-әхлаҡ, тәрбиә алымдарын ҡулланып, балаларҙы тәрбиәләргә, ошондай саралар ойошторорға мөмкинлек бар, хатта етәкселек тарафынан да был хуплана. Шуға ла Яманһаҙ ауылында ағинәйҙәр клубы эш башлағас, беҙ, аҡһаҡалдар ҙа, бик теләп уларға ҡушылдыҡ..." Боҫрап торған баш итен һәр ҡунаҡтың алдына ҡуйып, һыйҙан һығылып торған табын артында ҡунаҡтарын ихлас һыйланы Быҙаулыҡ ағинәйҙәре. Һалма ашалғас, боронғо башҡорт ғәҙәтенсә, ҡоротло һурпа килтерҙеләр. Һыйланып ҡына ултырманы ҡунаҡтар, үҙҙәре белгән әйтем, һынамыштар, мәҡәлдәр менән уртаҡлаштылар.

Айгизә АСҠАРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.16 | Ҡаралған: 1312

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru