«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЙҺЫ АУЫЛ ОШОНДАЙ АНСАМБЛЕ МЕНӘН МАҠТАНА АЛА?
+  - 

Тамашаларҙың һәммә төрлөһөн күреп-баһалап өйрәнгән баш ҡала тамашасыһы күңелен яулауы еңелдән түгел. Хәйер, сараларҙың күплегенән күҙҙәр сыбарлана, әммә күңел ҡылдарын тибрәтерлек, кәйеф күтәрерлек ихлас маһирлыҡ менән ойошторолғандары һирәк. Ошо көндәрҙә Өфөнөң төп сәхнәләренең береһе булған "Башҡортостан" концерт залында тап шундай уникаль күренештең - заман ҡалыптарынан һәм талаптарынан күпкә өҫтөн торған күркәм тамашаның шаһиты булдыҡ.

Әле генә нәшриәттең эҫе табаһынан төшкән "Ләйсән" - беҙҙең байрам" тигән йыйынтыҡтың исем туйы булараҡ ойошторолған концерт (режиссеры - Илшат Фәхертдинов) яҡташтарҙың осрашып-аралашыу урынына ғына түгел, милләт нигеҙен нығытып тороусы халыҡ сәнғәтенең дан сәғәтенә, тормош юлын уға бағышлағандарҙың тантана минуттарына әүерелде. Ярты быуатлыҡ тарихы булған "Ләйсән" халыҡ бейеүҙәре ансамблен сәнғәт һөйөүселәр яҡшы белә - сағыу сығыштары менән төрлө кимәлдәге тамашаларға йәм һәм йән өргән коллективтарҙың береһе ул. Республикалағы башҡа бихисап ансамблдәрҙән айырып торған рәсми билдәһе лә бар - "Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы" исемен йөрөткәндәр Башҡортостанда ни бары дүртәү генә. Киңерәк баһалағанда, республика, ил, халыҡ-ара кимәлдәрендә, ауыл һабантуйынан башлап, Дәүләт Кремль һарайында, Испания, Италия һәм башҡа Европа илдәрендә, Америка һәм башҡа алыҫ тарафтарҙа меңәрләгән тамашасыларҙың һөйөүен һәм алҡыштарын яулаған данлыҡлы бейеүселәр коллективы ысын мәғәнәһендә Башҡортостан халыҡ сәнғәтенең йөҙөн билдәләүсе күренешкә әүерелгән, шул уҡ ваҡытта милли үҙенсәлектең күп яҡлы сағылыштарын һаҡлаусы ла, бейеү сәнғәте традицияларын быуындан-быуынға тапшыра килеүсе мәҙәниәтебеҙҙең һаҡсыһы ла ул.
Йыйынтыҡты төҙөүсе, баҫмаға әҙерләүсе билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Фархшатова өсөн был байрам икеләтә тулҡынландырғыс булғандыр. Беренсенән, күңел нурҙарын түгеп, бәпләп туплаған ижад емешенең донъя күреүе үҙе бер ҡыуаныс булһа, "Ләйсән" ансамбленә нигеҙ тап уның тыуған яғында, "Байрамғол"да һалыныуы, бейеүсе ағай-апайҙарҙың күреп-белеп үҫкән яҡташтары, ауылдаштары булыуы - икеләтә яуаплылыҡ та, дәрт-дарман өҫтәүсе ғәмәл дә. Китапта "Ләйсән"дең эшмәкәрлеге хаҡында тулы мәғлүмәт тупланған. Исемлектә - 83 атама: милләтебеҙҙең үҙенсәлеген билдәләгән "Ҡороҡсолар", "Беҙҙең байрам", "Байрамғол ҡайындары", "Ҡыр ҡаҙҙары", "Зарифа", "Гөлнәзирә", "Башҡорт лирик бейеүе", "Өс туған", "Заһиҙә", "Азамат", "Башҡорт егеттәре" һәм башҡалар; рус, татар, ҡалмыҡ, уйғыр, молдаван, украин, кавказ халыҡтары бейеүҙәре. Ҡайһы төбәктең ҡәҙимге ауыл кешеләре ошондай уңышҡа өлгәшкән дә, ошондай ҡаҙаныштары менән маҡтана ала? Унан һуң тағы бер үҙенсәлекте әйтеп үтмәү мөмкин түгел: сәхнәләрҙе яулаусылар эштә лә һынатмаған һәм һынатмай. Улар араһында алдынғы күрһәткестәре өсөн төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булыусылар, хатта Дан ордены кавалерҙары ла бар. Улар хаҡында айырым әйтеп китеү фарыз. Мәүлиҙә һәм Салауат Нурмөхәмәтовтар, Мәрйәм һәм Алик Уразбахтиндар, Нина Бухтиярова, Финзира Ғарипова, Фәсих Кәримов, Тәүхит Мөхәмәҙиев, Дим Сәғитуллин, Любовь Косогорцева, Марат һәм Рафаэль Ғабдуллиндар, Вәис Ҡаһарманов, Вәис Солтанов, Урал Әхмәҙиев, Малбай Фазлетдинов, Фәнүз Азаматов, Зөлфиә Кирәева, Ринат Жамалов һәм башҡалар... Уларҙың исемдәре ансамблдең фондына алтын хәрефтәр менән уйып яҙылған. Ә ошо йылдар эсендә нисәмә бейеүселәр династияһы үҫеп еткән! Ҡасандыр олаталары-өләсәләре шаулатҡан сәхнәләрҙе бөгөн уландары-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре гөрләтә, бейеү йәменә табынып, "Ләйсән" ғәме менән йәшәй. Ғариповтар, Кәримовтар, Алсынбаевтар... Учалы бөркөтө, сәмле, сағыу бейеүҙәре менән айырылып тороусы Миҙәхәт Алсынбаев - ансамблдең бөгөнгө етәксеһе булһа, бейеүселәр араһынан республика кимәленә танылған хореографтар, режиссерҙар ҙа үҫеп сыҡҡан. Рәйес Низаметдинов (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты), Фәнис Кәримов, Айбулат Әһлиев - шундайҙарҙан. Был данлы исемлекте дауам итергә булыр ине, мәгәр мәҡәләнең мөмкинлеге сикле, кемдәр телгә алынмаған, беҙҙе ғәфү итһендәр, йә иһә "Ләйсән"- беҙҙең байрам" китабында тулы мәғлүмәт менән танышырға була.
Шулай итеп, 2020 йылда Башҡортостанда кимәле һәм әһәмиәте йәһәтенән бығаса Рәсәйҙә бер тапҡыр ҙа үткәрелмәгән оло байрам - Бөтә донъя Фольклориадаһы үткәреләсәк. Донъялағы сәйәси-ижтимағи хәл ҡатмарлы, ҡиммәттәр алмашынған буталсыҡ заманда ошондай сараның республика ерлегендә ойошторолоуы оло яуаплылыҡ та, баһалап бөткөһөҙ ҙур мәртәбә лә. Халыҡ сәнғәте, бейеү, йыр-моң тантаһында "Ләйсән"дәр ҡатнашып ҡына ҡалмаясаҡ, ә илебеҙ данын лайыҡлы яҡлаясаҡ, сағыу сығыштары менән алыҫ тарафтарҙы яҡын итеп килгән ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырасаҡ әле...

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.16 | Ҡаралған: 1225

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru